Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
5 Октябрь 2021, 15:00

Йәшәүҙән илһам алып

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә оло быуын кешеләренең маҡсатҡа ирешеүсән, сабыр һәм көслө булыуҙарын билдәләмәй мөмкин түгел. Улар әле лә балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс, күптәре ауылдың иң әүҙем кешеләре булып ҡала. Шундай хөрмәтле ил ағаһы – ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеләренең береһе Радик Исмәғилев.

Йәшәүҙән илһам алып
Йәшәүҙән илһам алып

Мәсетле районы Һабанаҡ ауылының ихтирамлы кешеләренең береһе Радик Микаһил улы Исмәғилев 1939 йылдың 20 ноябрендә Үзбәкстан Республикаһы Фирғәнә өлкәһе Ташлаҡ районы Ахунбабай ауылында тыуған. Атаһы Исмәғилев Микаһил Хафиз улы – Һабанаҡ ауылынан, әсәһе Мәфрүзә Биктимер ҡыҙы – Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылынан.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткәс, Микаһил Хафиз улы ғаиләһен тыуған Башҡортостанына оҙатып, үҙе һуғышҡа китә. Радик Микаһил улының бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Илебеҙҙә һуғыш осоро балаларына ниндәй ауырлыҡтар кисерергә яҙһа, уға ла шуны кисерергә тура килә: утын әҙерләү, үлән, еләк-емеш менән көн күреү, юҡлыҡ, аслыҡ, ялан аяҡлы бала саҡ...
1957 йылда Радик Микаһил улы Һабанаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1958-1959 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә белем ала. Йәй һайын колхозда эшләй.
1959 йылдың 17 авгусында армия сафтарына хеҙмәткә алына, Венгрияла буталыш-солғаныш ваҡытында өс йылдан ашыу хеҙмәт итеп, тыуған ауылына ҡайта. Баһау Нуриманов исемендәге колхозда эшен дауам итә. 1963 йылда Ләмәҙтамаҡ ҡыҙы, Һабанаҡ ауылы фельдшеры Вәрә Ҡәүи ҡыҙы Әһлетдинова менән матур ғаилә ҡоралар.
Радик Микаһил улы колхозда тәүҙә тағылмала эшләй, аҙаҡ, механизатор һөнәрен үҙләштереп, тракторсы була. Уның тырышлығын баһалап, Балаҡатай районы Ямаш ауылына шоферҙар курсына уҡырға ебәрәләр.
1967 – 1971 йылдарҙа колхозда шофер булып эшләй. Колхоз тормошонда әүҙем ҡатнаша, уны профсоюз комитеты рәйесе итеп һайлайҙар.
1971 йылда колхоздың бригада механигы итеп тәғәйенләйҙәр. Бер нисә тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар.
1981 йылда Һабанаҡ ауылын Нуриманов исемендәге колхоздан бүлеп, Мәсетле мал һимертеү совхозы итеп ойошторалар. Радик Микаһил улын идарасы итеп тәғәйенләйҙәр. Совхозда ла ул профсоюз етәксеһе эшен башҡара, аҙаҡ хеҙмәт юлын тракторсы, совхоз умарталығында умартасы булып дауам итә һәм бик уңышлы эшләй. Район Советының бер нисә саҡырылыш депутаты була.
1985 йылда тырыш хеҙмәте өсөн “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһе менән бүләкләнә. Радик Микаһил улы бөтә ғүмерен тырыш, намыҫлы хеҙмәткә бағышлай. Был турала уның күп һанлы грамоталары, “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы һөйләй.
Ул ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнашып йәшәй. Ауылдаштары уны хөрмәт итә, кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Үҙенең тормош юлдашы Вәрә Ҡәүи ҡыҙы менән өс бала үҫтереп, яҡшы тәрбиәләнеләр, өсөһөнә лә юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Бөгөнгө көндә лә мал-тыуар тотоп, ҡош-ҡорт үҫтереп, бал ҡорттары ҡарап, өй тирәһен сәскәләр менән йәмләп, балаларына терәк, ярҙамсы булып, уларҙың шатлығын уртаҡлашып, тормоштан илһам алып йәшәй ул.
Данир ХАФИЗОВ,
Һабанаҡ ауыл китапханаһы китапханасыһы.

Автор:Наркес Халиуллина