Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
21 Сентябрь 2021, 17:30

Йәй көнө беҙҙең ауыл шау сәскәгә төрөнә

Йәшәйешебеҙҙең иң сағыу мәлдәрен сәскәләр-һеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Сөнки ысын күңелдән бүләк ителгән гөлләмәләр кешеләрҙең бер-береһенә булған саф тойғоларын еткергән, хөрмәттәре хаҡында һөйләгән. Матурлыҡ, сафлыҡ сығанағы ла улар.

Йәй көнө беҙҙең ауыл  шау сәскәгә төрөнә
Йәй көнө беҙҙең ауыл шау сәскәгә төрөнә

Әле ауылдарҙың сәскәләргә күмелеп, балҡып ултырған сағы. Артабан һөйләр һүҙем дә Әбдрәхим ауылының ошо гүзәллекте тыуҙырыусы гүзәл заттары хаҡында булыр.
Йорт тирәләренә генә түгел, оло юлға ла сәскәләре күркәмлек биргән Фәүзиә Ғәүнетдинова, Фирүзә Мөхөбуллина (һүрәттә), Зифа Фәтҡуллина, Раушания Ғәлләмова, Рима Ғәҙелшина, Мәрфуға Фәтҡуллина, Сажиҙә Ғәүнетдинова, Юлиә Закирйәноваларға һоҡланыуыбыҙҙың сиге юҡ. Сәскәләрҙең төрлөлөгө, фантазия емеше булған сағыулыҡ йылдан-йыл арта бара.
Аҡ күңелле уңған хужабикәләр Людмила Зиннурова, Зәлидә, Лариса, Мәҙинә һәм Мәүжиҙә Ғәүнетдиновалар, Вәлимә Төхвәтуллина, Гөлсөм Таһирова, Айгөл Зиннурова, Гөлсөм Ғәйфуллина, Гөлнур һәм Фәүзиә Хисмәтуллиналар, Ира, Раушания һәм Гүзәл Зиннәтуллиналар, Фатима Фә-ҡерйәнова, Фларида Ғә-ҙелшина, Зифа Низамова, Зәлиә Солтанова, Әнүзә Абдуллина, Зөлфиә Хафизова, Ләйлә Хафизова, Гөлнара һәм Гөлзәминә Ғилметдиновалар, Гөлбикә Нурыева, Мәрзиә Фазлыйнурова, Луиза Фәт-ҡуллина, Зөлфиә Ғәйфуллиналар ауылыбыҙҙа матурлыҡ тыуҙырыусылар булып тора.
Оло йәштәге Фәниә Ғәүнетдинова, Мәсҡүҙә Мофазалова һәм Тәскирә Зиннәтуллина апайҙарыбыҙ – шау сәскәгә күмелеп ултырған йорттары менән күп йылдар инде беҙгә ҙур өлгө.
Рәхмәт һеҙгә, матурлыҡ тыуҙырыусы саф күңелле, егәрле ауылдаштарым. Бик оҙаҡ йылдар һеҙҙең кеүектәрҙең барлығына һоҡланып йәшәргә яҙһын.
Сажиҙә ФӘЙЗРАХМАНОВА,
Әбдрәхим ауылы.

Автор:Айгуль  Шарапова