Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
21 Сентябрь 2021, 15:45

Йөрәк йылыһын өләшәләр

Тәрбиәсе – ул эш ваҡытында балаларҙы ҡарап тороусы ғына түгел, ә сабыйҙы үҫтереүсе, тирә-яҡ мөхиткә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүсе, аҡылын камиллаштырыусы, тәртипкә өйрәтеүсе, ҡыҫҡаһы, бәләкәсте шәхес итеп формалаштырыусы кеше.

Йөрәк йылыһын өләшәләр
Йөрәк йылыһын өләшәләр

Тайыш ауылы балалар баҡсаһына кескәй-ҙәр бик теләп йөрөй. Сөнки бында үҙ эшен яратып башҡарған иғтибарлы, тәжрибәле тәрбиәсе Венера Сибәғәт ҡыҙы Саҙиҡова һәм уның ярҙамсыһы Анфиса Әмирйән ҡыҙы Зарипова эшләй. Мәктәпкәсә учреждениела барлығы 16 бала тәрбиәләнә. Венера Сибәғәт ҡыҙы һәр бала менән уртаҡ тел таба белә, иркәләп тә ебәрә, кәрәк саҡта киҫәтеп тә ала.
Йылы, матур балалар баҡсаһы бөгөн тышҡы, эске яҡтан да ялт итеп тора. Һәр бүлмәлә – тәртип, таҙалыҡ. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре бында үҙ көстәре менән матур итеп ремонт яһанылар: һәр бер бүлмә, төҫтәре тура килтереп, буятылды, матурланды. Балалар баҡсаһының эсе күҙ яуын алып тора.
Баҡсала эш ҡайнай. Төрлө саралар үтә. Интернет селтәре аша һәм мәғариф бүлегенән бирелгән конкурстарҙа ҡатнашып, тәрбиәләнеүселәре призлы урындар яулай. Ағымдағы йылдың сентябрь айында, көҙгө муллыҡтан файҙаланып, ата-әсәләр араһында “Көҙ байлығы” тип атал-ған конкурс иғлан ителде. 10 сентябрҙә үткәрелгән “Милли кейемдә уҡыйым” акцияһынан да ситтә ҡалманылар. Милли кейем кейгән балалар тирә-йүн менән танышыу дәресендә тәрбиәсенең милли кейем тураһында һөйләгәнен ихлас тыңлаһалар, музыка дәресендә башҡорт музыка ҡоралы – ҡумыҙ менән таныштылар.
Ни тиһәң дә булдыҡлы кеше һәр ерҙә лә булдыра ул. Эшенә бар күңелен һалып, ошо мөхиткә сума.
Ата-әсәләр исеменән уларға ауыр эштәрендә еңеллек, тыңлаусан, аҡыллы балалар килеүен теләйбеҙ һәм яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ.
Ата-әсәләр исеменән Миләүшә
КИНЙӘБАЕВА.

Автор:Айгуль  Шарапова