Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
21 Сентябрь 2021, 16:30

Алтын көҙ – ижад өсөн матур мәл

11 сентябрҙә тотош ил буйынса Бөтә Рәсәй “Мәҙәни шәмбе” акцияһы иғлан ителде. Яңы Мөслим ауылы халҡы ла был сараға әүҙем ҡушылды.

Алтын көҙ – ижад өсөн матур мәл
Алтын көҙ – ижад өсөн матур мәл

Был көндө ҡатын-ҡыҙҙар советы әүҙемдәре, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре ярҙамында “Көҙгө калейдоскоп” байрамы ойошторолдо.
Байрам программаһы концерт, ҡыҙыҡлы уйындар менән аралашып барҙы, балалар һүрәттәренән күргәҙмә сараға йәм өҫтәне. Урындағы оҫталарҙың ижади һәләте иҫ китмәле булыуы менән хайран ҡалдырҙы. Өҫтәлдәр сәскәләрҙән үрелгән композиция, бәйләнгән әйберҙәр, йәшелсәләрҙән әҙерләнгән төрлө ризыҡтар һәм үҙенсәлекле биҙәлгән бәлештәр менән тулы булды. Әлбиттә, ҡулдан эшләнгән әйберҙәрҙең барыһы ла күңел йылыһы менән һуғарылған. Көҙгө уңыштан йыйылған күргәҙмә – һәр береһе ҡабатланмаҫ ижади эш: кәбеҫтәнән – ҡуян, кишер һәм татлы боростан – пальма ағасы, мал ҡабағынан – карап һәм йәнһүрәт геройы Миньон, алманан – ҡарышлауыҡ, ҡабаҡтан – гномдар, картуфтан – терпеләр. Күргәҙмәләге эштәрҙең барыһын да иҫәпләп бөтөрөрлөк түгел. Конкурс комиссияһына еңеүсене билдәләүе еңел булманы. Шуның өсөн дә номинацияларҙа ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә грамота һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу ҡарар ителде. Шуларҙың бер нисәһен билдәләп үтке килә: Рузилә Ҡорбанованың эштәре иң үҙенсәлекле тип табылды, “Фантазия” номинацияһында – Тоня Цатурова, “Өй бәлеше” номинацияһында – Эльвира Ҡурмышева менән Анфиса Ғәниева, “Ҡул эштәре” номинацияһында Фәүзиә Сәлимова билдәләнде.
Яңы Мөслим ауылында “Сәскәләр көнө” лә ошондай уҡ юғары кимәлдә уҙҙы (һүрәттә). Уны ойоштороуҙа китапханасы Рузида Зарипова ҙур ярҙам күрһәтте.
Ауыл Советы депутаты Сәлимйән Хәкимов сараға йыйылған халыҡты байрам менән ҡотланы. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Илүсә Әхмәтшина, Фәүзиә Һаҙыева, Гөлмәр-йәм Бәйтуллина, Мәркүзә Ниғмәтйәнова, Фанира Ғарипова, Дания Ҡәйүмова ижади сығыштары менән байрамды биҙәне. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Радик Вәлиев ауыл тарихы тураһында һөйләне.
Был көндө ветеран-уҡытыусы Гөлсирә Хаматуллинаның “Тәмлебикә” командаһы еңеүсе тип танылды.
Рания ҠОРБАНОВА,
ауыл клубы методисы.

Автор:Наркес Халиуллина