Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
24 Август 2021, 10:10

Дуҫым хаҡында һүҙ

Хозур тәбиғәтле йәмле Әй буйында үҫкән моңло тауышлы Мәйсәрә Мөғәфә ҡыҙы Мостафина хаҡында булыр һүҙем.

Дуҫым хаҡында һүҙ
Дуҫым хаҡында һүҙ

Мәйсәрә 1941 йылдың йәй айында, 14 августа, донъяға килә. Ошо осор балаларының ауыр яҙмышын ҡабатлай ул. Һуғыш башланған осорҙа атаһы Мөғәфә Свердловск өлкәһендә шахтала эшләгән була. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә китә. Атаһы һуғышҡа алынғас, әсәһе ике айлыҡ Мәйсәрә менән тыуған ауылына ҡайтырға сыға. Бик ауырлыҡ менән Ләмәҙтамаҡҡа ҡайтып төпләнә. Күп тә үтмәй, иренең үлеме тураһында хәбәр килә. Ул Смоленск өлкәһенең Велес ҡалаһында ерләнә.
Аслы-туҡлы тормош дауам итә. Мәйсәрәнең әсәһе Әминә тыл хеҙмәтсәндәренең бар михнәттәрен үҙ иңендә татып, ауырлыҡ менән көн күрә. Һуғыштан һуң да тормош тиҙ генә яйланып китмәй, ауырға тура килә. Ярай әле балаларға күҙ-ҡолаҡ булырға янында Мәймүнә апаһы була. Балалары бик бәләкәй булһа ла Юғыҙға урман ҡырҡырға ебәрәләр. Мәйсәрәгә ул ваҡытта 14 йәш кенә була, энеһенә – биш йәш, бәләкәсенә – бер.
Бер мәл, яғырға утын ҡалмағас, бригадаға ярҙам һорап бара. Башҡаса әмәл тапмай, үҙе төнөн юлға сыға һәм урманда аҙаша. Кәбән төбөндә туңыу хәленә еткән ҡатынды һаламға барған кешеләр табып алып ҡайта. Әммә шул йығылыуҙан әсәләре мандый алмай – үпкәһенә һыуыҡ бәреп, йәш әсә өс балаһын йәтимлектә ҡалдыра. Балалар Мәймүнә әбейенә һыйына.
Заманына хас булғанса, бик иртә эш башларға тура килә Мәйсәрәгә. Ике энеһенең тамағын туйҙырыу, уларҙы ҡарау ҙа ҡыҙ баланың иңенә төшә.
1959 йылда Тайыш ауылынан Венер Яхъя улы Мостафин менән тормошон бәйләй. Матур итеп йорт һалып инәләр, биш балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына баҫтыралар. 2013 йылда ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күсә.
Ниндәй генә эш башҡарманы Мостафиндар?! Буш ваҡыттарында халыҡҡа мейес төҙөп тә бирҙеләр. Мәйсәрәгә Нөгөштә урман ҡырҡырға, юл эшендә ҡатнашырға, һауынсы ла, ташсы ла булырға тура килә. Хаҡлы ялға сығыр алдынан мәктәптә йыйыштырыусы эшен алып бара.
Ҡышҡы оҙон төндәр ваҡытында мәҙәниәт йортонда драма түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Йәш бала менән клубҡа йөрөйбөҙ, балаларҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡарайбыҙ. Әхирәтем “Ул ҡайтты”, “Бер имән бар ине”, “Ҡоҙаса”, “Әсә хөкөмө”, “Эх, күгәрсенкәйҙәрем”, “Ҡыҙ урлау” әҫәрҙәрен ҡуйғанда төп ролдәрҙе башҡарҙы. Уның моңло тауышын кешеләр көтөп алып, ролдәрҙе оҫта башҡарыуына һоҡланып, рәхмәттәр әйтер инеләр. Сәхнәгә ҡуйған һуңғы әҫәр – Гөлшат Әхмәтхужинаның “Нисек түҙә был йөрәк”. Ошо спектакль менән Балаҡатай районының Монас, Яңыбай, Ҡыйғы районының Йосоп, үҙебеҙҙә Мишәр ауылдарында сығыш яһанылар. Мәйсәрәнең тағы ла бер әҫәр ҡуйыу теләге бар. Уныһын да тормошҡа ашырырбыҙ, таҙа булһаҡ.
Ул һәр ваҡыт хәрәкәтсән. Ҡамыр аштары бик тәмле була. Табыны тулы, хәл белергә ингән ауылдаштарын, күршеләрен сәй менән һыйлап тора. Балалары әсәләрен иғтибарһыҙ ҡалдырмай – килеп хәлен белеп торалар. Күрше тирәләре менән татыу йәшәй. Ә алтын ҡулдары менән теккән күлдәктәрҙе, ҡыҙҙарға теккән бирнәләрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел.
Көр күңелле, ихлас, ярҙамсыл. Уның аят уҡыған урын-дарға барыуына, дәртле баҫып йөрөүҙәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Бөгөн килендәре, ҡыҙҙары ярҙам ҡулы һуҙып, бәхетле ҡартлыҡта йәшәй ул. Үҙе лә балаларына ярҙам итеп тора.
Дуҫым уңған, йорто һәр саҡ
Ялт итеп былҡып тора.
Бар күршеһен үҙенә
Әйҙәп саҡырып тора.
Барып инһәң, йөҙө яҡты,
Шатланып ҡаршы ала.
Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй,
Күңелгә йылы һала.
Әй һыуҙарына һөйөнөп,
Әй һыуҙарын эскән ул.
Тау еләген ашап үҫкәс,
Еләк һымаҡ бешкән ул.
Иҫән генә бул, дуҫҡайым,
Таҙалыҡ насип булһын.
Барса уй-теләктәрең дә
Тормошҡа ашып торһон!
Зәлифә ҒӘЛИМОВА,
Тайыш ауылы.

Дуҫым хаҡында һүҙ
Дуҫым хаҡында һүҙ
Автор:Айгуль  Шарапова