Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
27 Июль 2021, 14:00

Хеҙмәт төбө – хөрмәт

Ғүмер йылдарының күберәк ваҡытын хеҙмәткә, бар булмыштарын яратҡан һөнәр-ҙәренә бағышлаған, тыуған ер тип янып-көйөп йәшәүсе кешеләр бик күп беҙҙең районыбыҙҙа.

Хеҙмәт төбө – хөрмәт
Хеҙмәт төбө – хөрмәт

Шундай шәхестәрҙең береһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, 1-се лицей уҡытыусыһы Венера Ахун ҡыҙы Шәйхисламова. Ул ғүмеренең ҡырҡ йылдан күберәк өлөшөн уҡытыусы хеҙмәтенә бағышлаған.
Венера Ахун ҡыҙы 1951 йылдың 25 июлендә Тәтешле районы Беренсе Еремзибаш ауылында Мөкәрәмә һәм Ахун Солтанғәлиевтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Кесе йәштән үҙенән бәләкәй алты туғанына ярҙамлашып, ата-әсәһенең таянысы булып үҫә. Хеҙмәттә сынығып үҫкән йәш ҡыҙ сигеү, тегеү, бәйләү эштәренә лә оҫта була.
Күрҙем урта мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Венера Ахун ҡыҙы хеҙмәт юлын үҙенең тыуған мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
1971 йылда яҙмыш Венера Ахун ҡыҙын яҡташыбыҙ – Айып ауылы егете Фәһим Мөхәмәтхәй улы менән осраштыра. Йәштәр комсомол туйы яһап, ғаилә ҡора.
Тормош юлын бергәләп, ҡулға-ҡул тотоношоп дауам итә улар. Венера Ахун ҡыҙы тормош юлдашына терәк булып, һәр ваҡыт уның янында була. Ул Яңғыҙнарат, Ҡоҙаш, Аҡбулат урта мәктәптәрендә уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Свердловск ҡалаһының 20-се һанлы мәктәбендә тәрбиәсе булып та эшләй. 1981 йылда Фәһим Мөхәмәтхәй улы партияның Тәтешле районы комитетына ойоштороу бүлеге мөдире итеп һайлана. Венера Ахун ҡыҙы был ваҡытта мәктәптә уҡыта.
1987 йылда ғаилә Фәһим Мөхәмәтхәй улының тыуған яғына – Мәсетле районына ҡайта. Венера Ахун ҡыҙы 1988-2010 йылдарҙа, хаҡлы ялға сыҡҡансы, район үҙәгендә урынлашҡан 1-се һанлы лицейҙа Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәненән белем бирә. Район семинарҙарында уның асыҡ дәрестәре, кластан тыш саралары мәғариф бүлеге, хеҙмәттәштәре тарафынан юғары баһалана. Тәжрибәле уҡытыусының методик ҡулланмалары, уҡыу-уҡытыу һәм уҡыусыларға тәрбиә биреү темаларына бағышланған мәҡәләләре район һәм республика баҫмаларында донъя күрә. Уҡыусылары район, республика күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа, викториналарҙа, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. 43 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға бағышлаған хеҙмәт ветераны күп тапҡыр район хакимиәте, мәғариф бүлеге һәм Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ул – “Йыл уҡытыусыһы-2003” район конкурсы еңеүсеһе, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
Тыңғыһыҙ йәнле, эҙләнеүсән, яңылыҡтарға ынтылыусы Венера Ахун ҡыҙының яратҡан шөғөлө – шиғырҙар яҙыу, тарихты өйрәнеү. Бөгөн ул биш китап авторы.
2007 йылда уның “Эй, яҙмыш, яҙмыш” тигән беренсе китабы баҫылды. Шиғырҙары, мәҡәләләре “Мәсетле тормошо”, “Тәтешле хәбәрҙәре”, “Өмөт”, “Ҡыҙыл таң” гәзиттәре һәм “Башҡортостан уҡытыу-сыһы” журналында донъя күрҙе. Венера Ахун ҡыҙы Мәсетле, Тәтешле райондары, “Ҡыҙыл таң” гәзите лауреаты. Мәсетле районында уҙған “Илһам шишмәләре-2019” әҙәби конкурсы еңеүсеһе.
2015 йылда “Китап” нәшриәтендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған “Һәйкәлдәр ҡуяр инем” тигән китабы донъя күрҙе. 2016 йылда “Күңелем усағы” тип исемләнгән шиғырҙар, мәҡәләләр, нәҫерҙәр йыйынтығын “Матбуғат донъяһы” нәшриәте баҫып сығарҙы.
2019 йылда уның тыуған ауылы Болғар тарихы һәм ауылдаштары тураһында “Яҙмыштарҙа ауылым тарихы” тип исемләнгән китабы сыҡты. Был китабы менән ул йәш быуынды тарихты белергә, ата-бабаларҙы, тыуған ерҙе ихтирам итергә саҡыра. Бөгөн ул тормош иптәшенең тыуған ауылы – Айып ауылы тарихын өйрәнеү өҫтөндә эшләй.
Венера Ахун ҡыҙы – уңған, ҡунаҡсыл, аралашыусан һәм яғымлы хужабикә. Уларҙың район үҙәгендә урынлашҡан йорто йәшеллеккә һәм сәскәгә күмелеп ултыра. Шәйхисламовтар бер ул тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн Марат Өфө ҡалаһында суд приставы булып эшләй.
Хеҙмәт төбө – хөрмәт, ти халыҡ мәҡәле. Хөрмәткә лайыҡ беҙҙең ауылдашыбыҙ Венера Ахун ҡыҙы! Бөгөн үҙенең 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләп үтеүсе Венера Ахун ҡыҙына ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, шатлыҡлы һәм ҡыуаныслы ваҡиғалар кисереп, яңы ижади пландар менән дәртләнеп йәшәүен теләйбеҙ!
1-се лицей уҡытыусылары
коллективы исеменән,
туған телдәр уҡытыусыһы
Рузилә Зәйнуллина.

Хеҙмәт төбө – хөрмәт
Хеҙмәт төбө – хөрмәт
Автор:Эльвира Багаутдинова