Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
9 Июнь 2021, 09:00

Әбей генә түгел ул, ул – минең дәүәнейем!

Донъяла иң ҡәҙерле булған атай-әсәй тураһында күп һөйләйбеҙ һәм яҙабыҙ. Ә бына атайҙарыбыҙҙың, әсәйҙәребеҙҙең тормошта уларға дуҫ та, иптәш тә булған апай-ағайҙары, һеңле-ҡустылары тураһында һирәк телгә алабыҙ. Әбейле кешенең ниндәй бәхетле икәнлеген белһәгеҙ!

Әбейем! Ниндәй матур яңғырай был һүҙ. Әсәй кеүек яҡын да, ҡәҙерле лә, наҙлы ла. Ҡәҙерлеләр-ҙән-ҡәҙерле, һөйкөмлөләрҙән-һөйкөмлө, шәфҡәтле, миһырбанлы, оло йәнле әбейебеҙ Рәйсә Фәрхетдин ҡыҙы Сөнәғәтова 1938 йылдың 8 июнендә Яңы Мөслим ауылында тыуған. Тормош юлы Тимербай ауылы менән бәйле. Бөгөн беҙҙә оло байрам – уның тыу-ған көнө.
Һеҙ беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле. Әбейебеҙ, быуындар сылбыры бер ваҡытта ла өҙөлмәһен. Ҡартаймай, беҙгә кәңәштәрегеҙ менән ярҙам итеп йәшәгеҙ, ә урынығыҙ өйҙөң түрендә булһын! Гел шулай яҡты йөҙлө, тәмле һүҙле булып, балаларығыҙҙы, ейәндәрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы һөйөндөрөп, оҙаҡ йәшәгеҙ!
Дәүәнейем! Минең ҡәҙерлем!
Кәңәшсебеҙ беҙҙең, серҙәшсе.
Тыуған көнөң менән ҡотлап,
Теләйбеҙ һиңә изге теләкте.
Йөҙҙәрең тулған айҙай мөләйем,
Йылмайыуың ҡояштай нурлы,
Ҡосағың йәйге усаҡтай йылы,
Кәңәштәрең хазиналай ҡәҙерле.
Шундай дәүәнейең булыу
Икеләтә бит ул ҡиммәтле.
Инде күптән ҙур үҫһәк тә беҙ,
Кәңәштәрең гел дә кәрәкле!
Ихлас ҡотлауҙар менән Әнисә, Лилиә, Фәниә, Луиза
һәм уларҙың ғаиләләре, Фәриҙә, Мөғтәбәр Рәхмәтуллиндар һәм уларҙың балалары.