Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
7 Июнь 2021, 16:00

Көслө рухлы апайыбыҙ

Рауза Фазыл ҡыҙы Сисәнбаева матур май айында 90 йәшлек юбилейын билдәләне.

Туғандары, дуҫтары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, 13 бүләсәре һөйөклөләрен ҡотларға, шатлыҡлы мәлдәр бүләк итергә йыйылды. Юбиляр оло ихтирамға лайыҡ шул. Ғүмер буйы тормош ваҡлыҡтары, ығызығы, кеше кәйефен ҡырырлыҡ йәмһеҙ хәбәр һөйләүҙән азат, ғорур башҡорт ҡатыны. Оптимистик көслө рух уға бөгөн дә хас. Балалары эштән ҡайтыуға йылмайып-көлөп, “Юлдаш”тан, телевидение аша ишеткән яҡшы, шәп яңылыҡтарҙы һөйләп, йырлап, көлдөрөп тә ала. Ҡөрьән хәҙистәрен аҡрынлап ейәндәренә еткереп, тамсылап тигәндәй иман нурҙарын күңелдәренә һеңдерергә тырыша. Йоноста Рәжәп улы, Әлгизә килене түрендә лә, Әбдрәхимдә ҡыҙы Гүзәл йортонда шулай элеккесә көләкәс булып, яҡшы кәйеф өләшеп ултыра. Ултыра, сөнки өс йыл инде апайыбыҙ шулай тәрбиәгә мохтаж, ауыр хәлгә тарыны. “Яҡшы тәрбиәләре өсөн мәрхүм кейәүем Искәндәр Ибәтулла улына, ҡыҙыма, улыма, киленемә, туғандарыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Кейәүем үҙ улымдай яҡшы мөнәсәбәттә булды, ҡырын һүҙ түгел, бер ҡырын ҡараманы, урыны ожмахта булһын, балаҡайымдың”, – ти Рауза Фазыл ҡыҙы.
Юбилярыбыҙ Бурансы ауылында тыуып үҫкән. Баҫҡан ерендә ут сығарып йөрөгән, етеҙ, уңған ҡыҙ 16 йәшендә Өфө ҡалаһында ашнаҡсы һөнәренә уҡый. Ике йыл ҡалала эш тәжрибәһе туплай, оҫталыҡ серҙәрен үҙләштерә. Тыуған ергә һөйөү, тартылыу хисе бик көслө бит ул беҙҙең халыҡта. Ул да аҡ ҡайындар төбәген һағынып ҡайта. Йонос ауылы егете Сисәнбаев Ғилмейән менән ғаилә ҡороп, Йыланышта МТС-та эшләйҙәр. Тәүге ҡыҙҙары тыуғас, Североуральск ҡалаһына китеп, дүрт йыл йәшәйҙәр. Артабанғы тормошо Салауат Юлаев колхозы менән бәйле. Икмәк бешерә, 30 йыл Йонос урта мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләй. Интернат балаларына өс тапҡыр әҙерләп, тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Бешергәндә яҡшы теләктәр, доғалар уҡый, балаларҙы яратып, аш-һыу менән күңелдәрен күтәрә. Уҡыусылар ҙа апайҙы әсәләрендәй күрә.
– Апайҙың шул тиклем егәрле, татлы телле булыуы онотолмаҫлыҡ булып ҡалған хәтерҙә. Бик татыу эшләнек, миңә – 23 йәш. Кәңәшен дә бирә, бешеренергә лә өйрәтә. Өйөнән тәмләткестәр, бутҡаға һөтөн дә килтерә. Һөйләгән һүҙебеҙ ошонда ҡалыр булды, серҙе ҡаты һаҡланы. Матурлыҡты нескә тоя, баһалай белә, бәләкәй ейәнсәрен дә үҙе менән эшкә ҡупшы итеп кейендереп йөрөттө. Балаларына талапсан әсәй, уларҙы эш менән үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне. Гүзәл ҡыҙы тап әсәһе кеүек булдыҡлы, етеҙ эшҡыуар, – тип һөйләй интернатта Рауза Фазыл ҡыҙы менән 10 йыл дауамында бергә тәрбиәсе булып эшләгән яҙыусы Тәскирә Даянова.
Интернат ябылғас, хаҡлы ялға киткәнсе мәктәптә һөнәре буйынса бар көсөн һалып, тырышып эшләне. Йәйге лагерҙа, колхоздың бесән әҙерләү өмәләрендә, көҙгө уңыш йыйыу мәлендә һәр эштең уртаһында ҡайнаны. Уҡытыусылар менән дә дуҫ булды, улар менән хорҙа йырланы, коллектив менән бергә бейеп, йырлап конкурстарҙа ҡатнашты. Сандружина составында Өфөлә еңеү яулап ҡайттылар. Бына шулай йәмәғәт эше тип янып йәшәне. Өҫтәүенә ул – почетлы донор. Дөйөм хеҙмәт стажы 42 йыл тәшкил итә.
Өс балаһы үҙ аллы булып үҫте. Аш әҙерләп, йорт эштәрен бөтөрөп, әсәләрен көтөп алыр була.
– Ҡайтһа аяҡ кейеме гел еүеш була ине, йөрөү ҙә шәп, бөгөнгө хәле шуның касафатылыр. Һыҙланһа ла, әсәйебеҙ зарланып, мыжып, йәш түгеп ултырмай. Беҙгә рәхмәттәр яуҙырып, бәхет теләй, – ти ҡыҙы.
Ҡыҙы Гүзәлдең ире Искәндәр менән бергәләп асҡан билмән цехы, шөкөр, уңышлы эшләй. Ауылда – 15, ҡалала 16 кешегә эш урыны булдыр-ған әсәһе кеүек етеҙ ҡатын.
Улы Рәжәп – ағас, тимерҙән әйберҙәр эшләү оҫтаһы.
Береһенән береһе матур, һөнәрле ейәндәре, бүләсәре өсөн дә һөйөнөп ултыра “батыр” әсә-юбиляр Рауза апай. Шундай шатлыҡтары күберәк булһын, тип теләй уға Йонос урта мәктәбе коллективы.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА.