Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
3 Июнь 2021, 18:00

Дүрт тиҫтәле “Һуңғы ҡыңғырау”

Мәғариф отличнигы, физик-математик, оҙайлы ваҡыт директор вазифаһын башҡарған Радик Мөхәмәтнур улы Хәтмуллиндың мәктәптә эшләүенә – 40 йыл.

“Һуңғы ҡыңғырау тәүге тапҡыр Аҡа мәктәбендә яңғырағайны, – тип иҫкә ала бөгөн Радик Мөхәмәтнур улы. – Мин 10-сы синыфтың класс етәксеһе. Үҙемдән 4-5 йәшкә генә кесе 32 егет һәм ҡыҙ. Ҡайһы бере ике башҡа минән оҙон. Буйһындары ғына түгел, исем-шәрифтәре лә ныҡлы хәтеремдә. Бөгөн дә: “Һаумы, Радик абый!”, – тип килеп өндәшеүҙәре – оло ҡыуаныс”.
Ул заманда Өфөнән педагогия институтын тамамлап ҡайт-ҡан йәш белгестең иңенә өс йылдан уҡ етәксе вазифаһын йөкмәтәләр. Радик Мөхәмәтнур улы 18 йыл Һабанаҡта, һуңынан тыуған ауылы Теләштә мәктәп директоры булып эшләй. “Семен Ефимович Максимов, Сәғит Мөғин улы Кәримов, Хәтижә Исмәғил ҡыҙы Хажина, Баязит Зәки улы Яҡупов кеүек оло педагогтар тәүге остаздарым булды. Уларға ҙур рәхмәтлемен, – ти ул. – Бар уңыштарым, мәктәпкә тоғролоғом һөйөклө ҡатыныма ла бәйле”.
Ҡатыны Земфира Альберт ҡыҙы шулай уҡ бар тормошон балалар уҡытыуға арнаған. Улар 36 йыл бергә татыу ғүмер итә, ул һәм ҡыҙ үҫтергән: Ридан менән Лидия икеһе лә техник вуз бөтөп, Екатеринбург ҡалаһында төпләнгән.
Радик абыйҙың уҡытыусы һөнәрен һайлауы иһә ата-әсә тәрбиәһенән килгәндер. Ғаиләлә биш бала үҫә. Улар барыһы ла математиканан көслө уҡый, бер-бер артлы юғары уҡыу йорттарында белем ала. Шул биш баланың өсөһө оҙайлы йылдар мәктәптә физика-математика уҡыта.
Радик Мөхәмәтнур улы өсөн юбилейлы “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы ошо көндәрҙә Теләш мәктәбендә уҙҙы. Оло тәжрибә туплаған, ғүмерен балаларға бағышлаған олпат уҡытыусы тағы ла бер төркөм егет һәм ҡыҙҙы оло тормош юлына оҙатты.
Гөлнара ХӘТМУЛЛИНА,
Теләш мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы.