Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
1 Июнь 2021, 10:00

Тынғыһыҙ йөрәк

Тыуған илгә, тыуған төйәгеңә һөйөү балала бәләкәйҙән һалына – үләнме ул, әллә ағасмы, бөжәктәр йәки ҡоштар, йәнлектәрме – уларҙы өйрәнергә, һаҡларға, үрсетергә кәрәклеген атай-әсәйҙән ҡала уҡытыусы өйрәтә. Ул – биология фәне уҡытыусыһы.

Ошо фәнде белгән уҡыусы ғына медицина, ауыл хужалығы, физкультура-спорт өлкәһендә һөнәр һайлай ала.
Уҡыусының уңышы иң беренсе уның уҡытыусыһын яратыуына, ышаныуына бәйле. Шундай үҙ эшенә тоғро, яуаплы, киң белемле, методик алымдарҙы урынлы ҡулланған эшһөйәр уҡытыусыларҙың береһе – Асия Ғәбтелвәдит ҡыҙы Искәндәрова.
Ул матур тәбиғәтле Мәләкәҫ ауылында тыуып үҫкән. Әләгәҙ мәктәбен тамамлағандан һуң, Дыуан ауыл хужалығы техникумының агрономия факультетында белем ала. Дипломлы белгесте Мәсетле тәжрибә хужалығына лаборант итеп эшкә алалар. Районда биология уҡытыусылары етмәү сәбәпле, уны Теләш урта мәктәбенә уҡытырға саҡыралар.
Йәш педагог белемен камиллаштырыу өҫтөндә күп эшләй. Ситтән тороп Бөрө педагогия институтының биология факультетын уңышлы тамамлап, юғары белемгә эйә була.
Биология фәнен өйрәнеү практик эш менән бәйләнеп алып барыла: гербарийҙар әҙерләү, стендтар яңыртыу, аҙналыҡтар, кисәләр үткәреү, орлоҡтар әҙерләү һәм башҡа һанап бөткөһөҙ эштәр. Барыһына ла өлгөрә, булдыра Асия Ғәбтелвәдит ҡыҙы. Ә иң яуаплы, ҡатмарлы эш – мәктәп яны участкаһында йәшелсә-емеш, сәскәләр, ағастар үҫтереү. Эш иртә яҙҙан башланып, уңышты йыйып бөтөүгә тиклем дауам итә. Балалар үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләр менән мәктәп ашханаһында туҡлана, хатта район, мәктәп йәрминкәләрендә һатырға ла етә. Килгән аҡсаға яңы орлоҡтар, кәрәк-яраҡтар һатып алына. Районда үткән йәшелсә-емештәр күргәҙмәһе, баҡсалар конкурсында Теләш мәктәбе йыл һайын призлы урындар яуланы.
2000 йылда Асия Ғәбтелвәдит ҡыҙы алып барған “Йәш натуралист” түңәрәгенең эштәре район, республика исеменән Мәскәүҙә үткән күргәҙмәлә ҡатнашып, дипломант исемен яуланы, ә мәктәп яны участкаһы республика мәктәптәре араһында уҙған конкурста “Иң яҡшы мәктәп яны баҡсаһы” тип табылды. Уның көслө уҡыған уҡыусылары, район кимәлендәге биология һәм экология фәненән олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар ала.
Уҡытыусы бөгөн үҙенең яратҡан уҡыусыларының медицина, ауыл хужалығы институттарын, медицина училищеларын, физкультура техникумдарын тамамлап уңышлы эшләп йөрөүҙәренә, өйҙәрен гөлгә күмеп йәшәүҙәренә ысын күңелдән шатлана, ғорурлана.
Асия Ғәбтелвәдит ҡыҙының эше ҙур баһа алды. Район мәғариф бүлеге, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы почет грамоталары, “Халыҡ мәғарифы алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнде.
Тынғыһыҙлығы, эшсәнлеге менән ул бөгөн дә эшһеҙ тора алмай: сәскәләр, йәшелсә-емеш үҫтерә, йәмле йәй көндәрендә еләк йыйырға ярата, коллегалары, туғандары менән аралашып йәшәй, улын, киленен, ейәнен һағынып көтөп ала.
Әсәһен, ҡәйнәһен ихтирам итеп, ҡәҙерләп ҡарап, һуңғы юлға оҙатты. Тормош иптәше Данил Ғималетдин улы сирләп, мәрхүм булғас та һынманы, бөгөлмәне. Яҡын кешеләренең ҡәберҙәрен йыйыштырып, улар рухына саҙаҡалар биреп, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә йәшәй ул.
Уҡытыусы – һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше, бөтә яҡлап өлгөлө тигәнде аңлата. Быны Асия Ғәбтелвәдит ҡыҙының тормош юлы ысынлап та дәлилләй.
Люция ЗАКИРЙӘНОВА,
Теләш ауылы.