Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
21 Май 2021, 12:10

Асыҡ күңелле алсаҡ фельдшерыбыҙ

Был мәҡәләлә үҙемдең остазым, Һөләймән ауылының хөрмәтле кешеһе Фәниә Ғафарова хаҡында яҙам. Ул ауыр яҙмыш һынауын үткән, әммә бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, хеҙмәт яратыуы менән барлыҡ кәртәләрҙе еңә. Уның тормош юлы күптәр өсөн ҡыйыу- лыҡ, тәүәккәллек һәм изгелек өлгө булып тора.

Фәниә Әмирғәзе ҡыҙы 1937 йылдың 20 мартында ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килә.
– Әсәйем ғүмер буйы колхозда эшләне, атайым урман ҡараусы ине. Ғаиләнең бәхетле ваҡыттары ла, аяныслы көндәре лә булды. Атай-әсәйем биш балаһын юғалта, әммә ҡайғыларҙан һығылып төшмәйҙәр. Атайым ҡаты сирләп киткәндән һуң мине саҡырып: “Һин табип булырһың, мине терелтерһең”, – тине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә туғыҙ йәш сағында вафат булды. Шул ваҡыттан алып табип булырға хыялландым. Беренсе класҡа Ләмәҙтамаҡ мәктәбенә барҙым. Ул ваҡытта Фазылов Муллаян директор ине, – тип хәтирәләргә бирелә ул.
Беренсе уҡытыусыһы Фәриха Абдулла ҡыҙы Ғилметдинова була.
– Уҡыуы ауыр ине. Мәктәпкә кейеп барырға әйбер-ҙәр юҡ, ашарға ла булманы, – тип хәтерләй ул.
Шулай булыуына ҡарамаҫтан, тырыш ҡыҙ 10 класс тамамлай, колхозда эш башлай, комсомол секретары итеп һайлана. Табип булыу хыялы менән йәшәй. Ошо маҡсат менән Өфәле ҡалаһына китә. Тәүҙә крансылар курсын тамамлай, төҙөлөштә машинист булып эшләй.
1968 йылда медицина училищеһына уҡырға инә, бер юлы эшләп тә йөрөй. Шул йылдарҙа почетлы донор була. Диплом алғас, балалар өсөн шифаханаға эшкә урынлаша. Һигеҙ айҙан Һөләймән ауылына фельдшер итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул Һөләймән егете Раһипты осратып, уның менән яҙмышын бәйләй. Ғаиләлә дүрт ҡыҙ тыуа.
30 йыл хеҙмәт итеү осоронда Фәниә Әмирғәзе ҡыҙы күптәргә тиҙ ярҙам күрһәтә. Ул бер ҡасан да буш ваҡыты менән иҫәпләшеп тормай – ауыл фельдшерының ваҡыты ла булмай. Кемгәлер ярҙам кәрәк икән, көн-төн тип тормай, ял көнө булыуына ла ҡарамай, ярҙамға ашыға. Сөнки ваҡытында ярҙам күрһәтеү мөһим.
– Ул йылдарҙа ауылда телефон юҡ. Тиҙ ярҙам машинаһын саҡырыу өсөн Ҡотош ауылындағы өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан гаражға барыр- ға кәрәк. Бынан тыш, ауырыуҙы егелгән атҡа һалып Һабанаҡ ауылына, ярҙам машинаһына ҡаршы алып китәбеҙ, – тип хәтер йомғағын һүтә.
Ауылдаштары хеҙмәт иткән йылдарҙа уның медицина ярҙамынан тыш, йылы һүҙе, кәрәкле кәңәштәре менән дә ярҙам итеүен хөрмәтләп иҫкә ала.
Мин Өфө медицина училищеһында уҡығанда түҙемле, сабыр шәфҡәт туташы ҡул аҫтында тәжрибә тупланым, эш нескәлектәренә өйрәндем. Фәниә Әмирғәзе ҡыҙы талапсан, белемле белгес, яҡшы кеше булды. Уның ярҙамы менән беренсе тапҡыр игеҙәк балаларға донъяға килергә ярҙам иттем.
Хаҡлы ялға сыҡҡас Фәниә Әмирғәзе ҡыҙы ҡул ҡаушырып ултырмай, изге эштәр ҡылыуын дауам итә. Иҫке оҫтахананы мәсет итеп төҙөкләндереү эшен ойоштора. Уның был изге эшен ауылдаштары хуплап, ярҙам итә.
Бөгөн Фәниә Әмирғәзе ҡыҙы яратҡан балалары, ейәндәре хәстәрендә донъя көтә.
Оло рәхмәттәремде еткереп,
Фрида ҒАТАУЛЛИНА (МИНҺАЖЕВА).