Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
14 Май 2021, 11:55

Уҡытыусылар династияһы – Ғималовтар тарихы

Мәктәп йылдарынан башлап һәр һанын ҡалдырмай уҡып барған “Мәсетле тормошо” гәзитенә яҙмай булдыра алманым. Үҙенең абруйын төшөрмәй, районыбыҙ тормошон, кешеләренең хәл-торошон, аң-белемен, мәҙәниәтен, башҡорт теленең ҡиммәтен, ҡәҙерен күрһәткән баҫма ул минең өсөн.

Алдымда үткән быуаттың 40-60-сы йылдарында сыҡҡан “Еңеүҙәргә” район гәзитенең һарғайып бөткән биттәре ята. Уларҙа минең геройымдың – Фәхретдин Ғималовтың – бик күп шиғырҙары, хеҙмәте, яҙмалары.
Дыуан-Мәсетле ауылында урта хәлле Ғималетдин исемле олатай йәшәгән. Ул дүрт улын да белемле кеше итеп тәрбиәләргә тырышҡан. 1883 йылда тыуған оло улы Ғелметдин бик тырыш, белемгә ынтылыу-сан бала булып буй еткерә. Земство мәктәбен тамамлай, аҙаҡ юғары татар-башҡорт мәктәбендә уҡый. Армия хеҙмәтенә алына. 1908 йылда ул ваҡыттағы юғары уҡыу йортон тамамлап, “Ауыл уҡытыу-сыһы” таныҡлығын ала һәм педагогик эшмәкәрлеген башлай. Мәсетле, Дыуан райондарында күп мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алып бара. Ауылдарҙа ойоштороу, грамотаһыҙлыҡ менән көрәшеү эштәрен башҡара. Өфө, Ҡазан, Мәскәү ҡалаларына барып, белемен камиллаштыра.
1914 йылда, империалистик һуғыш башланыу менән, йәш уҡытыусы хәрби хеҙмәткә алына, Австрия армияһына ҡаршы көрәштә ҡатнаша, йәйәүлеләр полкында санитар хеҙмәтен башҡара. Яраланып, 1915 йылдың 26 апрелендә әсирлеккә эләгә. Тотҡонда булған лагерҙа немец телен өйрәнеү буйынса алты айлыҡ курстар асыла. Шунда немец телен өйрәнә. Лагерь канцелярияһында латин телендә яҙылған материалдарҙы күсереү өҫтөндә эшләй, немец крәҫтиәндәренең ҡыр эштәрендә, лагерь госпиталендә фельдшер ҙа була. Тотҡондағы иптәштәренә татар, рус, немец телдәренән белем бирә.
Совет власы менән килешеү төҙөлгәс, 1918 йылдың сентябрендә ул тотҡонлоҡтан сығарыла.
Илдә граждандар һуғышы бар-ған осор, белемле кешеләр кәрәк саҡ. Ғелметдин Ғималов район күләмендә төрлө ойоштороу, аңлатыу эштәрендә яуаплы кадр булып һанала. 13 йыл волместкомдың эшсе-крәҫтиән мәғарифы рәйесе, ойошманың әүҙем ағзаһы була. Педагогик эшмәкәрлеген ғүмер буйы ташламай. Райондың төрлө мәктәптәрендә башҡорт, рус, немец телдәрен уҡыта.
1932 йылда, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Өфө педагогия институтына уҡырға инә. Сессиялар ваҡытында баш ҡалала төрлө ойошмаларҙа башҡорт теленән ҡыҫҡа ваҡытлы курстар үткәрә, дауалау учреждениеларында санитар булып эшләй.
Юғары белем алғас, Дыуан-Мәсетле мәктәбендә башҡорт, рус, немец телдәренән дәрес бирә. 1936 йылдың йәйендә район үҙәгенән уҡытыусыларҙың эш хаҡын алып ҡайтҡанда үлтерелә.
Ғелметдин олатайҙың улы Фәхретдин Ғималов (Фәхри Ғимал) 1914 йылдың 1 ғинуарында тыуған. Ул ныҡ һәләтле кеше булған, шиғыр-ҙар яҙған.
Фәхретдин Ғималов I баҫҡыслы Дыуан-Мәсетле мәктәбен тамамлап, Башҡорт педагогия институтының әҙәбиәт-лингвистика факультетына уҡырға инә. 1931-1932 уҡыу йылында Өфөләге күп кенә уҡыу йорттарында башҡорт теле буйынса дәрес бирә. Шул саҡта уҡ ул үҙен әүҙем, тырыш, намыҫлы педагог итеп күрһәтә. 1933 йылда пединститутты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, техникумдарҙа, рабфактарҙа, урта мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу хоҡуғы ала. 1934-1935 йылдарҙа төрлө мәктәптәрҙә, техникумдарҙа эшләгәндә 19-20 йәшлек йәш педагог студенттар араһында тырыш, яратҡан уҡытыусы булып йәшәй. Быны уға бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Шул йылдарҙа ул күп кенә шиғырҙарын яҙа.
1935 йылдың июль айында ул тулыһынса Башнаркомпрос ҡарамағында ҡала. 1935-1937 йылдарҙа Башҡортостан милли тикшеренеү институтында башҡорт теле буйынса фән эшмәкәре, Башҡорт-остандың төньяҡ-көнсығыш райондарында мәктәптәрҙә директор, завуч була, башҡорт һәм рус теле дәрестәрен алып бара. Дыуан-Мәсетле мәктәбендә эшләгәндә, 1943 йылдың мартында, күҙҙәре насарайып китеп, медкомиссияға йөрөй башлай. Тынғыһыҙ уҡытыусы эшһеҙ тора алмай – Мәсәғүт педагогия училищеһында эш башлай. 1946 йылдың авгусында Мәсетлегә ҡайтып төпләнәләр. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән ҡатыны Ксения Николаевна менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Фәхри Ғималдың 45 йәшендә йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ҡыҫҡа ғүмерендә белемгә ынтылыусан, шағир йөрәкле шәхестең күп кенә шиғырҙары республика, район гәзиттәрендә донъя күрҙе.
Уның бер шиғыры Биҙәр тауына бағышланған. 1918 йылда контрреволюционерҙар совет власы яҡлыларҙы үлтереп, ошо тауҙағы ташландыҡ шахта соҡорона ташлайҙар. Тик бер йыл үткәс кенә, 1919 йылдың йәйендә, кулак фетнәһе ҡорбандары Дыуан-Мәсетле ауылында ерләнә.
Фәхри Ғималдың бер туған һеңлеһе Мәрйәм Ғималова – ғалим, педагогия фәндәре кандидаты. Уҡыусыһы Рәми Ғариповта ижади һәләт тоя һәм уны үҫтереү өсөн күп тырышлыҡ һала.
Һәләтле педагог Мәрйәм Ғелметдин ҡыҙын Милли мәктәп ғилми-тикшеренеү институтының баш-ҡорт филиалына эшкә саҡыралар, 1958 – 1991 йылдарҙа унда ул өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын баш-ҡара. Хеҙмәттәре мәктәп һәм педагогия училищеларында башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына бағышланған.
Был мәҡәләлә Ғималовтар династияһынан өс уҡытыусы тураһында ғына һөйләнем. Ә уларҙың уҡытыу-сы династияһының дөйөм стажы 400 йылдан күберәк тәшкил итә!
Фрося ФӘТТӘХОВА,
Ғүмәр ауылы.
Әсә ҡулдары
Сал керһә лә
Ҡара сәстәренә,
Талсығыуҙы әсә белмәгән,
Ер табранлап
Эштә тирен түккән,
Етеҙ ҡулдар тынғы бирмәгән.
Аҡ бәхеткә биҙәп
Тормош юлын,
Әсә барған алғы сафтарҙа:
Кәрәк булһа,
Ҡулға ҡорал алған
Ил тынлығы киткән саҡтарҙа.
Аҡ мамыҡтан йомшаҡ
Әсә ҡулы
Шырауланып, төҫө бөтһә лә,
Йөрәк йылытырлыҡ йылыһы бар,
Беләктәрҙең көсө бөтһә лә.
Әсә ҡулы!
Изге әсә күңеле!
Аҡ биләүгә беҙҙе биләгән,
Күкрәк һөтөн биргән,
Ҡайнар хисен,
Татлы йоҡоларын белмәгән.

Үрмә гөлдәй
Әсә хәстәрлеге,
Саф алтындай әсә ҡулдары.
Мәңгелек дан һеҙгә!
Беҙ йырлайыҡ
Ватанымдың ҡыҙ һәм улдары.
1958 йыл.
Тау әкиәте
Ҡаршыбыҙҙа торған был бейек тау
Биҙәр тауы исемен йөкмәгән,
Уның тураһында ил телендә
Легендалар әле бөтмәгән.
Берәү әйтә: унда бейҙәр торған,
Тау билкәйе шуға бөгөлгән.
Берәү әйтә: ул тау биҙәр-биҙәр,
Шуға күрә биҙәр тиелгән.
Имеш хәбәр: борон-борон саҡта
Туфан һыуы баҫҡан ер өҫтөн,
Һәм шул саҡта,
Текә ярҙан ятып,
Алпамыша ятып һыу эскән.
Тороп баҡһа,
Өлкән итегең табанына балсыҡ
йәбешкән.
Ул һиҙмәгән, эре-эре атлап,
Сығып киткән болон, һыу буйлап.
Һәм шул саҡ итек үксәһенән
Туйын балсыҡ төшкән тау булып,
Ҡаршыбыҙҙа торған Биҙәр тауы
Шул үксәнән төшкән тау, имеш.
Шуға күрә уның урманы юҡ,
Түбәһе таҙ, түше ҡау, имеш...
Фәхри Ғимал.