Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
12 Май 2021, 12:10

Ауыл ҡото – уңғандарҙа!

Регина Әхмәтйәнова – Иҫке Мишәр ауыл клубы мөдире. Яңы вазифала эшен шунан башланы: клубтың иҫәптән сыҡҡан ултырғыстарын килтереп йүнәтеп, халыҡҡа урындыҡтар әҙерләне, унан һуң грим бүлмәһе эшләтте. Ҡыҫҡаһы, буяттылар, клуб халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әүерелһен өсөн күп көс һалды. Регинаның мәшәҡәттәре күп, сөнки ул клубта бер үҙе эшләй: мөдир ҙә, художество етәксеһе лә, биҙәүсе лә, хужалыҡты алып барыусы ла.

Бөгөнгө көндә яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре булыу нимәне аңлата һуң? Был үҙ урыныңда күңелеңде биреп эшләү тигән һүҙ. Ауылдаштарың менән бәйләнеште өҙмәү, уларҙы төрлө сараларға йәлеп итеү ҙур әһәмиәткә эйә. Әлбиттә, мәҙәни сараларҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк. Бигерәк тә ҡышҡы оҙон кистәрҙә, ауыл халҡының ял өсөн буш сәғәттәре шаҡтай күп булған мәлдә. Һәм Регина шулай эшләне лә. Уның ойоштороу һәләте бик тиҙ беленде. Һәләтле йырсы, нәфис һүҙ оҫтаһы ла ул үҙе. Иҫке Мишәр ауылының мәҙәни тормошон танымаҫлыҡ итеп үҙгәртте. Бында хәҙер төрлө саралар йыш үткәрелә.
Клуб мөдиренең ирекле ярҙамсылары ла күп, ә шулай ҙа һәр эште башлап ебәреүсе, төп ойоштороусы, йыш ҡына ҡатнашыусы ла булып тора ул. Мәҫәлән, күптән түгел үҙешмәкәр актерҙар тарафынан ҡуйылған тамашала ла шулай булды. “Алты ҡыҙға бер кейәү” пьесаһында төп ролде башҡарып, үҙен оҫта актриса итеп күрһәтте. Ауылдаштарыбыҙ Нурия Камалова, Лилиә Хәлилова, Гүзәл Әүхәҙиева, Эльвина Ғарипова, Эльвира Хәкимова һәм Ғилемхан Әхмәтйәнов тамаша ҡуйыуҙа ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Әйтергә кәрәк, шул тиклем килештерҙеләр. Ауыл халҡы спектаклдәрҙе һағынғайны. Артистарға рәхмәт. Сәләмәт, оҙон ғүмерле булһындар.
Ватанды һаҡлаусылар көнө, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ҙур концерт ҡуйҙыҡ. Ҡорама байрамы уҙғарҙыҡ, бик күңелле булды.
Регина мәктәп уҡыусылары менән йыр, бейеү, нәфис һүҙ һөйләү буйынса түңәрәк эштәре алып бара. Аҙаҡтан беҙгә, ололарға, ҙур концерт итеп ҡуялар. Шулай тормош алға бара. Бөгөн шул бәләкәй сәхнәлә йырлап, бейеп, шиғыр һөйләп йөрөгән бала киләсәктә сәнғәт училищеһына уҡырға инер, бейеүсе, йырсы, йә музыкант булып китер, бәлки. Эйе, бишектәге бала бишкә төрләнә, ти бит ололар. Булмаҫ тимә, булыр. Бына шул саҡта һөҙөмтәне күрербеҙ. Регинаның ихлас, талапсан өйрәтеүе бушҡа китмәҫ, елгә осмаҫ тип уйлайым. Бирһен Хоҙай, бар уйҙар, хыялдар тормошҡа ашһын, Амин!
“Ағинәйҙәр” ҡорон да ул ойошторҙо. Миңһылыу Камалова, Гөлфәриә Хәсәнова, Рәзифә Ғәлләмова, Мәрзиә Камалова, Сәкинә Вәлиева, Нурия Камалова, Мәүжиҙә Хәлилова, Сәкинә Хакова бөгөн “Ағинәйҙәр” ҡоронда әүҙем шөғөлләнәләр. Улар “Айыҡ ауыл” акцияһында ҡатнашып, урын алды.
Клуб мөдире йәштәр Гөлназ Муллабаева, Алена Ғилметдинова, Айгөл Ғилметдинова, Ләйсән Әхмәтова, Роза Камалова, Фәйрүзә Әхмәтйәнова, Эльвира Муллабаева, Лилиә Хәлилова, Эльвина Ғарипова менән ансамбль ойошторҙо. Улар – донъя тотҡаһы: матур итеп йырлайҙар, бейейҙәр, ҡыҫҡаһы, һәләтле, әүҙем ҡыҙҙар. Улар барыһы ла йыр-моңға ғашиҡ, тыңлағандан-тыңлағы килеп тора. Йондоҙ кеүек балҡыһындар өсөн, уларҙы күккә күтәрергә кәрәк. “Һә” тигәнсе үтеп китер ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, ойошоп эшләр мәлдә – эшләп, ялдарҙа йырлап-бейеп йәшәһәк ине. Бәлки, шулай яңы йондоҙҙар ҙа табылыр.
Регина кешегә иғтибарлы, ихтирамлы, шул уҡ ваҡытта тырыш та. Машина йөрөтә, артистарын клубҡа машинаһы менән килеп ала. Изгелексән, ололарға ярҙам күрһәтеп, изгелектәр ҡыла. Ҡыҫҡаһы, килмәгән ере юҡ: төҫкә сибәр, зифа буйлы, эшкә уңған. Өс бала әсәһе ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Хужалығы ла ҙур: ике-өс һыйыр һауа, йәй етһә, ҡаҙҙар алып ҡарай, уларға бройлер тауыҡтар өҫтәлә. Эйе, уларҙың һәр береһе тәрбиә талап итә.
Регинаның был эштәрҙең барыһына ла нисек өлгөрөүенә хайран ҡалырлыҡ. Баҡсаһы ла ялт итеп тора, сәскәгә күмелеп ултыра. Тормош иптәше Ринат Себер тарафтарында эшләй, ул ҡайтҡансы донъя көтөү Регина иңендә.
Шундай уңған, тырыш, намыҫлы ҡатын-ҡыҙ – әсә ул Регина. Бирешмә, Алға!
Һүҙемдең һуңында шуны әйткем килә: ниндәй генә мәшәҡәттәр, ҡыйынлыҡтар тыумаһын, йә булмаһа, донъя малы туплайым тип сапҡан хәлдә лә, кеше барыбер мәҙәниәткә, йыр-моңға, күңел асыуға тартыла. Шуның өсөн, ауылдаштар, клубта үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашайыҡ, изгелексән булайыҡ. Ғүмер ҡыҫҡа – үткәрмә бушҡа!
Сәкинә ХАКОВА,
хеҙмәт ветераны, Иҫке Мишәр ауылы.