Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
6 Апрель 2021, 19:00

“Йәйләү”ҙәге ял

Яҙғы каникул көндәрендә мәктәбебеҙҙә ойошторолған “Йәйләү” лагеры 46 баланы үҙенә ылыҡтырҙы.

Лагерға йөрөүселәрҙең девизы – башҡорт телендә һөйләшәбеҙ. “Йәйләү”ҙә ҡыпсаҡтар һәм юрматы ырыуҙары үҙ-ара дуҫ йәшәне. Көн һайын тәрбиәселәр, вожатыйҙар балалар менән ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар уҙғарырға тырышты. Ә 30 һәм 31 мартта райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ойошторолдо. Хәүеф-һеҙ сәфәр өсөн мәктәптең автобус водителе Наил Хафизовҡа рәхмәтлебеҙ. Музейҙа Нәзирә Әхкәмова уҡыусыларға бик йөкмәткеле экскурсия ойошторҙо. Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Рәғиҙә Сәхәүетдинова ҡумыҙҙа уйнау серҙәренә төшөндөрөп, оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы, балаларға ҡумыҙҙа уйнау мөмкинселеге бирелде.
Тағы ла бер фәһемле сара – шәхси эшҡыуар Иштуған Ғәүнетдиновтың быйма баҫыу цехына экскурсия. Оҫталарҙың башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән ҡупшы быймалары балаларға бик оҡшаны.
Ләмәҙтамаҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Йәйләү”ҙә ял итеүселәр менән төрлө саралар үткәрелде. Китапханасы Илгизә Лоҡманова балаларға “Китап – белем шишмәһе” исемле әңгәмә уҙғарҙы, боронғо әйберҙәр күргәҙмәһе ойошторҙо, ҡумыҙҙа, гармунда сығыш яһаны.
Балаларҙы тәмле аштар менән Алия Аллаярова һәм Рузалия Йосопова һыйланы, ә таҙалыҡ һәм тәртипте Гөлфинә Йосопова, Дилбәр Низаметдинова, Анфиса Әһлетдинова тәьмин иттеләр.
Күңелле һәм файҙалы каникулдан һуң “Йәйләү” лагерында ял итеүсе балалар дүртенсе сиреккә көс йыйып, дәртләнеп, бик күп тәьҫораттар менән уҡырға килде.
Гөлшат ХӘЙБУЛЛИНА,
Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең
башланғыс кластар уҡытыусыһы.