Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
6 Апрель 2021, 11:55

Сәнғәт халыҡты тәрбиәләй

Тирә-яҡ тәбиғәте иҫ киткес гүзәл булған Һоя йылғаһы буйында Теләш ауылы урынлашҡан. Был ауылда уңған, егәрле, эш һөйөүсән, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр йәшәй. Ауыл клубында “Кесе тыуған ил мәҙәниәте” программаһы буйынса бик күп ремонт эштәре башҡарылды.

Кешелектең гүзәл сифаты ул – матурлыҡҡа ынтылыу. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы – ана шул матурлыҡты ишәйтеп, тамашасы күңеленә сәсеү. Үткәрелгән саралар халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмай, йолаларҙы һаҡлау, тергеҙеү, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә күп көс һала. Күптән түгел ауыл халҡы “Эх, күңелле яҙ килә” тип аталған ҡышты оҙатыу байрамын үткәрҙе. Тәбиғәттең матур бер көнөндә рәхәтләнеп уйнап-көлөп, йырлап, ҡайнар сәй, шашлыҡ ашап, яҙҙы ҡаршыланы.
“Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!” конкурсы ла ҙур әҙерлек менән уҙғарылды. Ике командаға бүленеп, ҡатын-ҡыҙҙар төрлө конкурстарҙа ярышты. Аш-һыу әҙерләү, ҡағыҙҙан костюм эшләү, йыр, таҡмаҡ бәйгеләрендә ҡатнашыусыларҙы, скетч күрһәтеүселәрҙе ауыл халҡы алҡыштар менән ҡаршыланы.
Март айында Теләш мәҙәниәт йортоноң “Рәйхан” драма түңәрәге артистары Гөлшат Шаһиеваның “Котикка һунар” исемле комедияһын сәхнәгә ҡуйҙы. Теләш, Ишәле, Тәкә ауылдары халҡы тамашаны бик яратып ҡараны, сығыштарҙы көслө алҡыштарға күмде. Ростов ауыл советы хакимиәте башлығы Ирек Ғәлимов сәхнәнән артистарға рәхмәт белдерҙе. Артистар һәр береһе үҙенең ролен ятлап, матур итеп сығыш яһаны.
Театр – күңелдәрҙе сафландырыусы изге урын ул. Актерҙар тамашасылар менән бергә тормош мәғәнәһенә ҡағылышлы мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй. Мажаралы ваҡиғалар аша тамашасыларҙы заманыбыҙҙың етди проблемалары хаҡында уйланырға мәжбүр итә.
Бөтә ауыл халҡы исеменән беҙҙең артистарға киләсәктә яңы, матур ролдәр ижад итеүҙәрен, бына шулай тамашасыларҙың һөйөүен, ихтирамын яулап, бар күңелегеҙҙе һалып башҡарған хеҙмәтегеҙ менән бәхетле булыуығыҙҙы, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Люция ЗАКИРЙӘНОВА,
ветеран-уҡытыусы, Теләш ауылы.