Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
6 Апрель 2021, 16:40

“Их, кәләше лә кәләше!”

Әбдрәхим клубында Тайыш ауылы һәүәҫкәр артистары – “Шатлыҡ “ театр коллективы “Их, кәләше лә кәләше!” исемле пьеса менән сығыш яһаны.

Үҙ ролдәрен еренә еткереп уйнаған Альфред Әҡсәнов, Нурғәле Бәҙретдинов, Рәмилә Вәхитова, Вәзир Мостафин, Дания Вәлиева, Рәмиҙә Хужина, Зәлифә Ғәлимова, музыкаль яҡтан биҙәүсе Радис Миңлебаев, һәүәҫкәр артистарҙы әҙерләүсе етәксе Миләүшә Мостафина бик йөкмәткеле һәм фәһемле теманы һайлап, уңышлы сығыш яһанылар. Оло йәштәге Зәлифә Нурый ҡыҙы үҙенең ролен бик килештереп уйнаны. Уларҙың сығыштарын Әб-дрәхим ауылы халҡы йылы ҡаршы алды.
Ошолай мәҙәниәт йорттарында эшләүселәр араһында бер-беребеҙгә барып, концерт, пьесалар ҡуйып эшләүҙәр дауам итһә ине.
“Шатлыҡ” театр коллективына эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Сәриә ТАҺИРОВА,
Әбдрәхим ауылы клубы мөдире.