Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
29 Март 2021, 11:10

Яҡшы кеше тураһында хәтирә

“Архив биттәре” конкурсына 40 йыл элек “Коммунист” район гәзитендә Хәкимов Зәйнулла Ғарифулла улы тураһында баҫылған мәҡәләмде ебәргәйнем. Уның тураһында архив материалдарын өйрәнгән ваҡытта В-533330 һанлы шәхси хеҙмәт картаһын таптым. Был хөрмәтле ағайҙы шәхсән беләм.

Зәйнулла Ғарифулла улы 1916 йылдың 20 мартында Ғафури (элекке Красноусол) районы Яңы Бурлы ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Әсәһе 1918 йылда мәрхүм була, ә атаһы 1921 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Зәйнулланы тәрбиәләү атаһы яғынан ике туған ағаһы иңенә төшә.
1933 йылда Оло Үтәш мәктәбендә ете класс тамамлай. 1934 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙерлек курсында уҡый, ә 1939 йылда география факультетында һөнәр алып сыға. СССР-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссариаты ҡарары менән 1939 йылдың август айында СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты Юғары мәктәбенә уҡырға ебәрелә, 1940 йылда уны тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашырға тура килмәй, ә шулай ҙа Көньяҡ-Урал хәрби округының Чкалов өлкәһендәге (хәҙерге Ырымбур) Өфө хәрби округ гарнизонының айырым бүлегендә оперуполномоченный, 1944 йылда Көнсығыш фронты зонаһы Кавказ һәм Себер (Иркутск ҡалаһында) “Смерш” контрразведкаһында Германияға ярҙам итеүселәрҙе аныҡлау эше менән шөғөлләнә.
Һуғыш тамамланғандан һуң, йүнәлтмә буйынса БАССР-ҙың Ҡыйғы, Мишкә, Краснокама, Макаров эске эштәр бүлектәрендә эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Мәсетле районы Советтар Союзы Коммунистар партияһы ойоштороу бүлегендә инструктор вазифаһын башҡара. Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй.
Дәүләт именлеге майоры һәм милиция майоры дәрәжәһенә эйә була.
“1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Совет Армияһына һәм Флотына 30 йыл” (1948 йыл), “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (1950 йыл), “I дәрәжә фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” (1960), “1941 – 1945 йылдар-ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл”, “СССР-ҙың Ҡораллы Көстәренә 50 йыл”, “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” миҙалдарына лайыҡ.
1930 – 1944 йылдарҙа Бөтә Союз Ленинсы коммунистик йәштәр союзы, 1944 йылдан ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы булды. Туғыҙ тапҡыр район Советы депутаты итеп һайланды.
Ғүмер буйы Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Ғәзинур Ғәйнан ҡыҙы менән татыу тормош юлы үттеләр. Дүрт бала – Дамира, Роза, Фларида һәм Робертҡа лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Роза Зәйнулла ҡыҙын Мәсетле районында ғына түгел, республика райондарында ла яҡшы беләләр. Уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәй.
Зәйнулла Ғарифулла улы тыныс, баҫалҡы, бик белемле, изге күңелле, әҙәпле һәм талапсан кеше булды. Уны коллегалары, уның ҡул аҫтында эшләгәндәр, яҡташтары хөрмәт итте.
Минең тормошомда хәл иткес роль уйнаны. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт юлым ул етәкселек иткән ваҡытта башланды һәм бар ғүмеремде ошо эшкә бағышланым.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
эске эштәр министрлығы һәм хеҙмәт ветераны,
отставкалағы милиция
подполковнигы.