Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
25 Март 2021, 13:50

Шатлыҡ өләшәләр

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зифа Сәлмәнова, Раушания Бәҙретдинова, китапханасы Фәнгизә Рамазановалар ауыл халҡының ялын файҙалы һәм күңелле үткәреү өсөн туҡтауһыҙ эш менән мәшғүлдәр.

Бер мәҙәни сара үтеү менән, икенсеһе – планда. Пандемия осоронда ла бирешмәнеләр. “Онлайн” форматта үткән барлыҡ конкурстарҙа ҡатнашып, дипломдарға лайыҡ булдылар. Китапханала Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Рәшит Әхтәри ижадына арналған кисәләр үтте. Яңы йыл байрамы ололар һәм балалар өсөн урамда булһа ла ойошторолдо. Балалар ат санаһында елеп ҡыуанды, шыршылар бер нисә урамда биҙәлде.
Ниһайәт, 8 мартта клубҡа халыҡ шатланып йыйылды. “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” шаяндар һәм тапҡырҙар клубы (КВН) үтте. Ике команда ла яҡшы әҙерләнгән, алҡыштар тынманы. Тамашасылар йырсыбыҙ Илфат Ниғмәтуллинды ла ныҡ һағынған икән. Үҙ эшенең оҫтаһы Зифа Сәлмәнова кисәне күтәренке рух менән күңелле алып барҙы. Уйынсылар тамашасы һөйөүен яуланы. Дуҫлыҡ еңде, тигән һығымта яһаны жюри ағзалары. Ауылдағы “Монолит” сауҙа үҙәге директоры Альберт Ринат улы Ғафаровҡа рәхмәт. Әҙерләгән бүләктәре залда ултырған әсәләргә лә етте.
Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Ынйыҡай” вокаль ансамбле 10 йыл матур йырҙары менән ауылдаштарын һөйөндөрә. Төркөм йылдан-йыл оҫтара, репертуарын төрләндерә. “Йәйғор” фольклор төркөмө лә “Аулаҡ өй”, “Килен төшөрөү”, “Килен һөйөү”, “Киске уйын” кеүек милли йолаларыбыҙҙы тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Милли кейемдәр, биҙәүестәр тергеҙеүгә лә әүҙем ҡушылып китте ансамбль ағзалары. Баш кейеме, селтәр әҙерләү, үҙ ерлегебеҙгә генә хас биҙәкле алъяпҡыстар сигеү, ҡайыу, тегеү эштәре лә ҡулдарынан килә. Вокал һәм фольклор өсөн кейемдәре лә һоҡланғыс.
“Дуҫлыҡ күперҙәре”, “Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы”, “Ҡайнатма” һәм бәрәңге брендлы саралары Йонос ауыл биләмәһендә уңышлы үтеп тора. Район конкурстарында ҡатнашып дипломдар алып ҡайта фольклорсылар. Күптәре әсәй, өләсәй, ә күңелдәре мәңге йәш гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәнғәтте яраталар, милли кейемдәр парады үткәреп алалар. Улар: Гөлзәйнәп Ғәҙелшина, Фәүзиә Мөхәрәмова, Нәфисә Шакирова, Раушания Бәҙретдинова, Айһылыу Лотфуллина, Гөлфайза Дусмөхәмәтова, Мөршиҙә Ямалова, Фәриҙә Хисаметдинова, Рәмилә Әхкәмова, Зира Хамматова. Уңған, етеҙ ҡатын З. Хамматова Әбдрәхимгә йөрөп билмән цехында ла эшләргә өлгөрә. Был төркөмдөң сәхнәгә сығып баҫыуы – үҙе байрам, йәйғорҙай балҡып торалар.
Фольклор төркөмөн ойоштороусы Зифа Сәлмәнова 20 йыл инде яратҡан эшенән айырыла алмай. Ауылдаштарына хеҙмәт итә. Уға ни эшләһә лә килешә. Оҫта конферансье, бейегәндә коллективты дәртләндереп тора, “әртистәр”енә яғымлы мөнәсәбәттә.
Валерик Бәҙретдинов, Илфат Ниғмәтуллин, Зөлфиә Сисәнбаева, Зилә Ғиниәтуллина, Әлифә Ҡәнәфиева, Ләйсән Камаловаларға ҙур рәхмәт, уларға таянып эшләйбеҙ, тиҙәр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.
10 йыл аҙ ғүмер түгел. Район мәҙәниәт бүлеге беҙҙең ошо “Йәй-ғор” фольклор төркөмөнә халыҡ ансамбле исеме юллаһа ине.
Сәғиҙә Мөхәрәмова.