Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
11 Март 2021, 17:00

Моңоң өҙөлөп ҡалды

Һеҙҙең хаттар

Таңдарҙа гармун уйнаның,
Тирә-яҡ тынып ҡалды.
Гармун моңона тирбәлеп,
Гөлдәрҙән ысыҡ тамды.
Гөлдәрҙән ысыҡтар тамды,
Әйтерһең, күҙ йәштәре...
Ишетелеп китте һымаҡ
Әсәйең өндәшкәне:
– Таңдарҙа гармун уйнама,
Моңло булырһың, балам.
Был донъяла моңһоҙҙар күп,
Ниҙәр ҡылырһың, балам!
Таңдарҙа гармун уйнаның,
Әсәңде тыңламаның,
Күректәрен һуҙып тарттың,
Телдәрен моңға манып.
Тирә-яҡҡа моң түгелә...
Илаһын – илағандар,
Йоҡлар йоҡоларын бүлеп,
Һөйгәнен уйлағандар;
Һөйгәненән һөйөлөп тә,
Һөйөлөп туймағандар,
Мең ғазаплы мөхәббәттән
Өмөтөн юймағандар...
Илаһын – илағандар!
Гармунсыны тиргәмәгеҙ,
Гармуны илаталыр,
Бәлки, үҙенең ғүмерен
Илатып уйнаталыр?
Гармун телдәре иҫәпһеҙ,
Ғүмерҙәр тик бер генә,
Гармун күреге һуҙыла,
Һуҙылмай ғүмер генә!
Моңло ғүмерҙәр етешмәй,
Моңһоҙҙар күберәк әле,
Моңһоҙҙарҙы уятырға
Гармундар кәрәк әле!
Гармундар кәрәк әле!
(Әнғәм Атнабаев).
Үҙ көйөн уйнап бөтөрә алманы Сергей Петрович Корионов, Яраҫтау ауылында тыуып үҫкән, уҡыған, өйләнгән, балалар үҫтергән, эшләгән, һөнәрселек училищеһында уҡытҡан һәләтле баянсының асылы тураһында ла һөйләшеп өлгөрмәнек.
Юғары техник белемгә эйә булған был ир бер ҡасан да баянынан айырылманы. Ә баян уға был ябай булмаған музыка ҡоралында уйнарға үҙ аллы өйрәнгән халыҡ таланты булған атаһынан ҡала. Өлкән улы Сергейға атаһының һәләте лә күсә, унан һуң донъяға килгән балаларға ла өлөш сыҡҡан.
Ауылда мәҙәниәт йортонда дүрт бер туғандың эшләүе менән ҡайһы ғаилә маҡтана ала? Ауырлыҡтары, икмәккә лә туймаған көндәре менән ауыр ауыл тормошо тарихта ҡалып бара. Әммә күңелле йәшәгән ул ваҡытта халыҡ: үҙ-ара татыу булғандар, булғанын күршеләре менән бүлешкәндәр, ярлыларҙы һәм юлсыларҙы яндарына һыйындырғандар, күмәкләшеп өй күтәргәндәр, урман йыҡҡандар, утын ярғандар. Былар барыһы ла йыр-бейеү, гармун-баянһыҙ эшләнмәгән.
Сергей Мәсетле районы мәҙәниәте үҫешенә лә өлөш индерҙе: Яраҫтауҙа йәшәгән һәм эшләгән гармунсы биш йыл дауамында Октябрьск ауылының үҙешмәкәр сәнғәт конкурсында һәм ауыл клубының башҡа сараларында ҡатнашты, клуб мөдире Валентина Маклецоваға ярҙам итте. Ул баянда уйнаны һәм хор менән етәкселек итте.
Гармун уйнап торғанға еребеҙҙә тереклек дауам итә. Яраҫтау ауылы мәҙәниәт йортона ҡасандыр гармунсылар тапаған һуҡмаҡты хәҙер үлән баҫҡан, әммә бөгөн унда иркен юл илтә. Унда хәҙер һинең һеңлеләрең Людмила менән Нина йырлай, Сергей, ә баянда ҡустың Юрий уйнай. Һеҙҙе, Сергей, барлыҡ Корионовтарҙы осратыуым һәм белеүем менән бәхетле мин. Гармун уйнай икән, ауыл да йәшәйәсәк!
2021 йылдың 4 ғинуарында Сергей Петрович Корионовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Лидия ГОЛДИНА,
Әләгәҙ ауылы.