Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
24 Февраль 2021, 12:55

Абзыйым

Яҡташыбыҙ, “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһында хәбәрсе һәм дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Салауат Ғиниәтуллиндың иҫ киткес кеше һәм күренекле шәхес тураһында яҙған хәтирәһен тәҡдим итәбеҙ.

“Фиҙаҡәр хеҙмәт кешеләре, һоҡланғыс етәксе лидерҙары менән данлыҡлы ине “Салауат Юлаев” колхозы. Рәйес, зоотехник, ветеринарҙарҙың эш көнө сиратлап таңғы сәғәт 4-тә һауынсылар менән бергә башланыр булды. Күмәк, тырыш хеҙмәт менән етештерелде юғары сифатлы малсылыҡ продукцияһы.
Намыҫлы хеҙмәт юлы үткән, абруйлы етәксе булған Ғәлиәхмәтов Шаһимәрҙәндең ҡыҫҡа ғына ғүмере өҙөлөүгә 40 йыл да үтеп китте. Ә барыһы ла кисә кеүек кенә. Эше лә, ҡиәфәте лә, эске күңел донъяһы ла матур булған абзыйымды яҡташтары тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Урыны йәннәттә булһын.
Уның тураһында яҙырға инде нисәмә йылдар йыйынам, тик кәрәк тип кенә яҙып булмай шул. Кисерештәр, тойғолар, хәтернамәләр. Бөтәһен дә әйләндереп, теҙеп ҡуйып та ҡарай-һың ҡайһы ваҡыт…
Алдыбыҙҙағы фотоны ентекләберәк ҡарайыҡ әле. Ниндәй матур фото, эйе бит. Әйтерһең дә, ниндәйҙер артистар былар. Йөҙҙәре ысын патрицийҙарҙыҡы һымаҡ, аҫыллыҡ ярылып ята. Был ике йәш кеше минең Шаһимәрҙән абзыйым (Мәсетле районында яҡын туған ағайҙы “абзый” тиҙәр) менән Мәүжиҙә апайым. Улар Йонос ауылында тыуып үҫкәндәр, инәйемдең иркәләре (беҙҙә һылыу менән мырҙаны иркәләп кенә “иркәм” тиҙәр).
Абзыйым бала сағында ҡышын Әй йылғаһы аша мейескә яғырға сытыр ташығанда боҙ ватылып китеп һыуға барып төшә. Уны дуҫы ҡотҡара. Инәйем әрләшер, тип уйлап, әйбер-ҙәре кипкәнсе дуҫында ултырып тора. Ошо ваҡиға уға ғүмере буйына тыныслыҡ бирмәне, үпкәһенә һыуыҡ үтеп ҡалыу үҙ эшен эшләне.
Урта мәктәпте тик “бишле” билдәләренә генә тамамлап, колхозда эшкә ҡала ул. Һуңынан Дыуан ауыл хужалығы техникумын, ситтән тороп Өфө ауыл хужалығы институтын уңышлы тамамлап, зоотехник һөнәрен ала. Бала саҡтан хәтерләүемсә, ул “Йондоҙ” ҡушаматлы көрән айғырҙы тарантасҡа егеп, колхоз фермалары буйлап йөрөр ине. Беҙҙең ауылға – Тимерәккә килер булһа, алдан шылтыратып иҫкәртә (ферма мөдиренең йортонда телефон һәр ваҡыт булды). Шул ваҡыт абзыйымдар менән уны ҡаршыларға ауыл осона йүгерер инек. Абзыйым туҡтап беҙҙе ултырта ла, олораҡ булған Ринат абзыйыма дилбегә тоттора. Yҫә биргәс миңә лә ундай хөрмәт күр-һәтелә башланы.
Етмешенсе йылдар башында (аныҡ ҡына ваҡытын әйтә алмайым) абзыйымды колхоздың парторгы итеп тәғәйенләнеләр. Ул заманда бындай вазифа биләгәндәргә “Москвич-пирожок” автомашинаһын бирәләр ине. Шул автомашина ярҙамында беҙ ун-ун дүрт йәштән техника йөрөтөргә өйрәндек. Абзыйым беҙгә килә лә, ә уның килеүенә ҡәртнәйем һәр ваҡыт тәмле итеп ҡоймаҡ бешерер ине, сәй эсеп алғас: “Әйҙә, иркәм, Тайышҡа барып ҡайтайыҡ”, – тип әйтер ине. Ә ауылды сыҡҡас, иң рәхәте – рулгә ултыраһың һәм “Москвич-пирожок”ты хитлай-хитлай машина йөрөтөргә өйрәнәһең. Шулай итеп беҙ, малайҙар, әтейебеҙ арҡылы фермала кладовщик һөнәренә эйә булһаҡ, абзыйым беҙҙе водитель оҫталығына өйрәтте. Хәҙер руль артында ултырғанда һәр ваҡыт тигәндәй абзыйымды рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алам.
“Ә ниндәй кеше булды һуң абзыйың?” – тип һораусылар ҙа булыр. Изге, рухи матур, идеаль, кешелекле, кеселекле һәм кешене ыңғай яҡтан характерлаусы ниндәй һүҙҙәр бар, абзыйым шуларҙың кәүҙәләнеше ине. Уның бит яҙыуы ла (почерк) каллиграфик, идеаль булды.
Абзыйым менән үҙебеҙҙең ауыл колхозына, күрше колхоздарға йыш ҡына йөрөнөм. Унда кешеләрҙе тартып тороусы ниндәйҙер магнит көсө булды. Уны бөтә район халҡы белде, яратты тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Машинаһы барып туҡтаған урынға шунда уҡ халыҡ йыйылып китер ине. Кәңәшләшәләр, ярҙам һорайҙар. Ҡайһылары уны күреү-күрешеү өсөн генә лә килә. Абзыйым йәшен-ҡартын айырманы. Бик күп осраҡта балалар-ҙың уй-фекерҙәрен белеү уның өсөн бик мөһим ине. Әтейем менән инәйем кеүек, абзыйым уҡыу мәсьәләһенә етди ҡараны. Минең сик буйы офицеры булырға теләгемде белгәс, бик оҙаҡ уйлағандан һуң: “Ә үҙең психологик яҡтан әҙерһеңме, иркәм?” – тип һораны.
Мәктәпте тамамлағас, бер йыл фермала мал аҙығы цехында оператор булып эшләп алдым. Хәтерләйем, ҡышҡы осор-ҙа ул һәр фермала малсылар өсөн колхоз иҫәбенән көн һайын йылы икмәк менән сәй эсеү ойошторҙо. Эш хаҡынан бер тин дә алып ҡалмағандарын аныҡ беләм.
Абзыйым беҙҙе үҙ балалары кеүек яратты. Беҙҙе генә түгел, абзый-апайҙарының бөтә балаларын да. Инәйемдең башҡа туғандары Өфөлә йәшәгәнгәме икән, беҙгә уның һөйөүе күберәк тейҙе кеүек. Әтейем менән инәйем ферманан ҡайтып килә алмағанғамы, йәшерәк, мобиллерәк булған-ғамы, абзыйым беҙгә мәктәп алдынан булһынмы, ҡышҡа ингәндәме, һәр ваҡыт матур, бөхтә өҫ кейеме алып ҡайтыр ине. Хәтеремдә, һикһәненсе йыл… Абзыйым Өфөнән бөтә кешелек яратып кейгән джинсы салбар кейеп килгән. Был әйбер шул ҡәҙәре миңә оҡшаны, түҙмәнем, һораным. Күҙҙәрем ныҡ яндымы икән, өсөнсө көнөнә оҫта тегенсе булған Вәрис бабайымдан салбарҙы бәләкәйләтеп миңә бүләк итте. Ул ваҡытта шатлығымдан күҙ йәштәрем атылып сыҡты.
Уйнат әле, егет, гармуныңды, бөтә ауыл ишетеп йырлаһын… Гармун, баян абзыйымдың ҡулында иҫ киткес моң ағылдыра ине. Баянға ҡушылып үҙе йырлап ебәрһәме… Иҫең-хушың китерлек. Шундай матур, ҡабатланмаҫ тауыш, моң. Төрлө ваҡыт йырҙарын йырлар ине. Халыҡ йырҙарын да, бигерәк тә етмешенсе, һикһәненсе йылдарҙа популяр Рим Хәсәнов көйҙәренә яҙылған йырҙар булһынмы. Беҙ ҙә гармун телдәренә баҫмай ҡалманыҡ. Ләкин арабыҙҙан Ринат абзыйым ғына гармун серҙәрен сисә алды.
Абзыйымдың оҙон булмаған ғүмерен һүрәтләү өсөн, әлбиттә, шағир булыу кәрәк. Минең тел оҫталығым ғына етерлек тә түгел. Еңгәм Әнисә Хәйҙәр ҡыҙы (еңгәм ғүмерен медицинаға арнаны) менән ҡулға-ҡул тотошоп өс бала үҫтерҙеләр. Әлфирә һәм Рөстәм иркәләрем Ханты-Манси өлкәһендәге Лянтор ҡалаһында йәшәйҙәр. Әлфирә иркәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлап – уҡытыусы, Рөстәм иркәм Башҡорт медицина институтын тамамлап стоматолог булып эшләйҙәр. Роза иркәм дә, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, ике тиҫтә ярым йылдар инде Италияның Милан ҡалаһында йәшәй һәм үҙе яратҡан һөнәре буйынса эшләй.
Ә һеҙҙең еңгәм бешергән аштарҙы тәмләп ҡарағанығыҙ юҡ шул. Шундай тәмле аштар, телеңде йотоу ғынамы ни… Аш булһынмы, ҡамыр ризығымы, ҡайнатмалармы, компоттармы – бөтәһен дә еңгәм яратып, бар оҫталығын һалып бешерә. Ауылға ҡайтҡанда, әлбиттә, еңгәмде күрмәй китеү тигән нәмә юҡ. Барабыҙ, күрәбеҙ, беҙҙең бәхеткә еңгәмә Хоҙай ғүмер биргән, тип шатланабыҙ ғына. Өй эсендә булған тәртипкә иҫ китерлек, бөтә нәмә үҙ урынында, бер артыҡ әйбер күҙгә лә салынмай.
Бигерәк тә мин еңгәмә рәхмәтлемен. Бер йәш тулғас, миңә һыуыҡ тейеп, бик ныҡ итеп ауырып киткәнмен икән. Үлем сигендә булған сабыйҙы йәш кенә фельдшер еңгәм әжәл тырнағынан тартып алып ҡалған...

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2021 йылдың 16 февралдәге 16-сы һанында уҡығыҙ.