Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
12 Февраль 2021, 17:50

Эштән ял таба йөрәк

Элекке Салауат Юлаев исемендәге колхоздың хеҙмәт алдынғылары Рәфиҙә һәм Рафит Ғәлләмовтар Тимерәк ауылынан.

Рәфиҙә Мөслим ауылы һылыуҡайы булып буй еткерә. Йәшләй генә килен булып төшә. Ул 1970-1980 йылдарҙа колхоздың гөрләп торған сағы. Теләгән һәр кемгә эш табыла. Йорттар төҙөүгә колхоз етәкселәре ярҙам итә. Фермаларҙа меңәрләгән баш мал. Йәш, уңған килен һауынсы булып эш башлай. Үҙенә беркетелгән 18 баш һыйырҙы ҡул менән һауа, дуҫ ҡатындары кеүек. Иртәнге дүрттә һауын башлана. Сабыр, эшһөйәрҙәр генә был эште үҙ итә. Нәфис кенә ҡатын-ҡыҙҙар складтан ауыр тоҡтар менән он, фураж ташып, үҙҙәре өйрә бешерә. Шунһыҙ мул һөт алыу мөмкин түгел. Бер-береһе менән ярыша-ярыша һауынсылар йәшлек дәрте менән тырышып эшләй. Алдынғы, маҡталып килгән колхоз данын шундай удар хеҙмәт менән генә арттырып була.
Колхоз идараһы эргәһендә малсылыҡта, ҡырсылыҡта тигән стенд торҙо. Аҙна һайын еңеүселәргә флаг күтәрелде. Ғәлләмовтарҙың исеме бик йыш шунда урын алды, район гәзитендә лә маҡтап яҙып сыҡтылар. Был мәҡәләләрҙе мәктәп музейында йыйып барғанбыҙ. Бына 1995 йылдың август айында баҫылған мәҡәләнән өҙөк яҙам. В. Ғатауллин фотоһы. “Рәфиҙә Ғәлләмова Тимерәк һөтсөлөк фермаһында эшләүенең тәүге йылдарында уҡ алдынғылар сафында. Хеҙмәткә намыҫлы ҡарауы, ғәҙел, таҙа ҡуллы, етеҙ булыуы менән ул уңышҡа өлгәшә. Нисә йыл инде юғары күрһәткестәр яулай. Өлгәшкән уңыштары өсөн ҡиммәтле бүләктәр, почет грамоталарына лайыҡ. Өс тапҡыр район Советы депутаты ауылдаштарының наказдарын үтәүгә ирешә. Биш йыллыҡтарҙы Социалистик ярыш алдынғыһы булып тамамлай. Эш урынын таҙа тотоу, юғары сифатлы һөт алыу – уның өсөн иң мөһиме”.
Үҙ хужалыҡтарында ла малтыуар, йорт эштәре, балаларға тәрбиә кәрәк. Яратһаң, һәр эшкә өлгөрөргә була, ти ул.
Йорт хужаһы Рафит Нуретдин улы урта мәктәпте тамамлап, механизатор курсында уҡый. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, үҙенә беркетелгән “Беларус” тракторында ең һыҙғанып, Тайыш, Әбдрәхим, Йонос, Айып ауылдарының 11 баҫыуын тырмата, бесәнен саба, йыя һәм эҫкерттәргә өйә. Мал аҙығы әҙерләүҙә аяҙ көндөң һәр минутын ҡәҙерләй. Һәр көн 25-30 эҫкерт ослап, планды арттырып үтәй. Бер баҫыуҙы өс көндә тамамлай. 40 йыл маҡтаулы хеҙмәт юлы үтә. Күркәм йорт һалып инәләр. Улына ла өй һалырға ярҙам итә.
Бер-нисә йыл элек оло йәштәгеләрҙең әүҙемлеген асыҡлау конкурсында ла Ғәлләмовтар еңеүселәр рәтендә – призерҙар. Көҙөн йомғаҡ яһағанда 21 умартанан бал, ике ағастан алма, етешәр төп крыжовник һәм ҡарағат, 12 биҙрә һуған һәм кишер, 40 төп кәбеҫтә, 42 төп помидор, ун центнер бәрәңге үҫтергәндәр. Тауыҡ, ҡаҙ, һигеҙ баш һарыҡ ҡарағандар. Хәҙер Рафит Ғәлләмов балыҡ ҡармаҡлауҙан йәм таба, дуҫтарына ла өлөш сығара.
Балалар үҫә лә китә, балаңдың балаһы ғүмергә етә, тигән мәҡәл йөрөй халыҡта. Менталитетыбыҙ шундай. Улар ҙа көс барҙа ҡулдан килгәнсә ерҙә эшләргә ярата. Үҫтергән, тапҡандарын балалары, туғандары менән бүлешә. Юғары уҡыу йортонда белем алыусы ейән-ейәнсәрҙәре өсөн шаттар, уларға ярҙам итә алыуҙары ҡәнәғәтлек килтерә. Балалары, һигеҙ ейән-ейәнсәре атай йортона хәл белешеп, ҡунаҡ булып, ярҙам итеп килеп торалар.
Хаҡлы ялда булһалар ҙа хәрәкәт, эш – күңел талабы уларға. Рафит Ғәлләмов дуҫтарының хәлен белеп, кәрәкһә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Ил, донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, “Юлдаш” радиоһынан барған матур тапшырыуҙарҙы тыңлап йәшәй ауыл уңғандары. Ике йылдан алтын туйҙарын күрергә насип булһын. Шатлыҡты ла, хәсрәтте лә уртаҡ кисереп, бер-береһен ҡәҙерләп йәшәйҙәр. Машинаһын да кәрәк саҡта әҙер торорлоҡ итеп тота. Күптәрҙең үтенесен, йомошон үтәп, рәхмәт һүҙҙәре ишетә. Хәрби хеҙмәттә улы интернациональ бурысын үтәйем тип, ауыр хәлгә тарыны. Хәтәр хәүефле юлдар үтеп, Рафит Ғәлләмов улын үҙе барып алды. Хәҙер улы Ралит ҙур ғаилә башлығы, ата-әсәһенә оло йыуаныс һәм таяныс.
Фермалағы ауыр эш үҙенекен итә. Ҡатыны Рәфиҙәнең һаулығы ҡаҡшай. Ире һөйөклө ҡатынына сабырлыҡ менән ярҙам итә, йорт эштәрен үҙ өҫтөнә ала.
Тормош иптәшенең һауығып китеүен теләп ҡалабыҙ, яҡындарының теләгенә ҡушылабыҙ.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА.