Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
3 Февраль 2021, 16:00

Мәктәп тураһында хәтирәләр

Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен 1991 йылда тамамлаусы класташтарым, уҡытҡан уҡытыусыларыма ҡайнар сәләмдәр ебәреп, мәктәпте тамамлауға 30 йыл тулыу айҡанлы осрашыу байрамы менән тәбрик итәм.

Көн һайын класташтар менән шау-гөр килеп осрашҡан, уҡытыусыларыбыҙҙы йотлоғоп тыңлаған кире әйләнеп ҡайтмаҫ уҡыу йылдары күңелдәрҙә онотолмаҫ хәтирә булып уйылып ҡалды. Балалыҡ йылдары, мәктәпкә йөрөгән юлдар йыраҡта инде. Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралышып, һөнәр һайлап, үҙ юлыбыҙ менән киттек. Ысын күңелдән һәм йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен класс етәксеһе Зөһрә Ахун ҡыҙы Ғәлимоваға белдерәм. Сабырлығығыҙ, тырышып белем бирергә ынтылыуҙарығыҙ, беҙҙең өсөн янып-көйөп йәшәүегеҙ өсөн мең-мең рәхмәт Һеҙгә! Ныҡлы һаулыҡ, ғүмер йомғаҡтары шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәүен, тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып алға табан атлауығыҙҙы теләйем.
Класс таҡтаһы, аҡбур эҙе унда,
Бөгөн яҙһаң, иртән юйыла.
Ләкин йөрәгемдә һин, мәктәбем,
Һаҡланырһың ғүмер буйына.
Эй, мәктәбем, күңел йырым аша
Етһен һиңә оло рәхмәтем.
Мин һаман да уҡыусымын әле
Тормош тигән оло мәктәптең!
Ҡайнар сәләмдәр менән Губкинский
ҡалаһынан (ЯНАО) Гөлфиә Әхтәрова (Ғилметдинова).