Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
21 Декабрь 2020, 21:00

Хөрмәткә лайыҡ тормош юлы

Арабыҙҙа ярты быуаттан ашыу иңгә-иң терәп бәхетле ғүмер кисергән, маҡтаулы хеҙмәт юлы үткән ғаилә парҙарына һоҡланып һәм хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Районыбыҙҙың Ғүмәр ауылынан Фазлыевтар ғаиләһе быға ысын миҫал булып тора. Шатлығын да, ҡайғыһын да бергә уртаҡлашҡан Мөхәмәт Бәҙретдин улы һәм Зифа Аҡмалетдин ҡыҙы, күптәргә өлгө булып, матур ғүмер кисерҙеләр. 2021 йылдың май айында уларҙың ғаилә ҡороуына 60 йыл тулған булыр ине...

Зифа Аҡмалетдин ҡыҙы Салауат районы Икенсе Иҙелбай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ул 14 йәшенән һарыҡ, сусҡа ҡараусы булып эшләй. Миәс ҡалаһында торф сығарыуҙа, Урмантауҙа урманда эшләргә тура килә уға. Мөхәмәт ағайҙы осратып, ғаилә ҡорғас, йәштәр Ғүмәр ауылына ҡайтып, колхозда Ғүмәр һөтсөлөк фермаһында эш башлайҙар. Зифа апай Ҡоҙаса һөтсөлөк фермаһында 30 йыл һауынсы эшен башҡара, Мөхәмәт ағай тәүҙә мал ҡараусы була, һуңынан ун йыл самаһы ферма мөдире булып эшләй. Зифа апай район буйынса һауынсылыҡ эшендә алдынғылыҡты бирмәй, шуға ла бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Тырыш хеҙмәттәре өсөн икеһенең дә исемдәре “Почет таҡтаһы”нан төшмәй. 1980-1988 йылдарҙа ике мәртәбә ауылдаштары Зифаны – район Советына, ә Мөхәмәтте Дыуан-Мәсетле ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар.
Юғары хеҙмәт күрһәткәндәре өсөн дәүләтебеҙҙең юғары наградаһына эйә булдылар: Зифа Аҡмалетдин ҡыҙы – III дәрәжә Хеҙмәт даны орденына, Мөхәмәт Бәҙретдин улы – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына, икеһе лә “В. И. Лениндың 100 йыллығына”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдарына лайыҡ, Зифа апайҙың әсәлек миҙалы бар. Дыуан-Мәсетле ауылы Советы буйынса улар һымаҡ наградланған ғаилә парҙары юҡ.
Биш балаға ғүмер бүләк итеп, тыуған илебеҙгә ярты быуаттан ашыу намыҫлы эшләп һәм йәшәп, Фазлыевтар дан ҡаҙа-налар. Балаларын да үҙҙәре кеүек намыҫлы, эшһөйәр итеп үҫтерәләр. Бер улдары Илдар Салауат ҡалаһында йәшәй, тәүҙә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһә, хәҙер шофер эшенә күскән. Оло ҡыҙҙары Зилара хаҡлы ялда, Себер яҡтарының Тобольск ҡалаһында йәшәй. Ләлә ҡыҙҙары – Белорет ҡалаһында “Газпром” йәмғиәтендә бухгалтер. Айһылыу ҡыҙҙары Мәсәғүттә республика лицей-интернатында тәрбиәсе булып эшләй. Ҡыҙҙары Ира Дыуан-Мәсетле ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе булып 14-се йыл эшләй.
Ноябрҙең унында ҙур һәм татыу ғаиләгә ҡайғы килде: ҡаты сирләгәндән һуң Мөхәмәт Бәҙретдин улының йөрәге тибеүҙән туҡтап, 83-сө йәшендә ул донъя ҡуйҙы. Уның тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә йәшәр.
Фәрит ФӘТТӘХОВ.
Ҡәҙерле атай-олатайыбыҙ Фазлыев Мөхәмәт Бәҙретдин улын һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткән һәм оло ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡандарҙың барыһына ла – туғандарға, күршеләргә, дуҫтарға, таныштарға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡәҙерле кешебеҙ тураһында иҫтәлектәр беҙҙең йөрәк түрендә мәңге һаҡланыр.
Тормош юлдашы Зифа, балалары,
ейәндәре, бүләләре, класташтары
Фрося һәм Фәрит Фәттәховтар.