Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
26 Октябрь 2020, 18:00

Башҡорт ҡымыҙы – мең дарыу урынына

Йәй “Мәсетле тормошо” гәзитендә, Башҡортостан халҡын беренсе тапҡыр онлайн форматта үткән этник мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән “Ҡымыҙфест” республика байрамында ҡатнашырға саҡырып, мәҡәлә сыҡты.

Конкурсҡа ҡымыҙ бешеүселәр, ҡымыҙ һәм уны әҙерләү буйынса видеояҙма төшөрөп, заявка ебәрергә тейеш ине. Ҡатнашыусылар араһында Мәсетле районы ла булһын әле тигән маҡсат менән, ауылыбыҙҙың ҡымыҙҙың зәүмәтен күргән һәм башҡаларға ла уның дауаһын, файҙаһын тойорға мөмкинселек биргән Әхмәтовтар ғаиләһенә мөрәжәғәт иттем. Һәм беҙ “1000 дарыу ҙа кәрәк түгел, булһа башҡорт ҡымыҙы” исеме аҫтында 7 минутлыҡ видеояҙма төшөрөп ебәрҙек.
Эш Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң You Tube каналында махсус плейлистта урынлашты. Бәйгелә бөтәһе ун кеше ҡатнашты. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса I республика “Ҡымыҙфест” онлайн-конкурсында “Әүҙем ҡатнашҡан өсөн” номинацияһында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы дипломы менән бүләкләндек.
Форсаттан файҙаланып, беҙҙең эште, ваҡыттарын йәлләмәй ҡарап, ыңғай баһа ҡалдырған барлыҡ дуҫтарыбыҙға, монтаж, музыкаль яҡтан биҙәү операторы Нәзир Кәримовҡа, һәм, әлбиттә, Иҫке Мишәр килене, күп балалы әсә Ләйсән Рифат ҡыҙы Әхмәтоваға оло рәхмәттәремде еткерәм.
Фәнгизә ҒАРИПОВА,
сюжеттың авторы һәм комментаторы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң Яңы Яуыш мәктәбендәге өҫтәмә белем биреү педагогы.
Видеороликты https:// www. youtube.com/watch?v=6igGCfS4UKs һылтанмаһы буйынса ҡарарға була.