Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
26 Октябрь 2020, 15:00

50 йылдан һуң осрашыу

Быйыл йәй Абдулла ауылында ярты быуат элек мәктәп менән хушлашыусылар – Абдулла урта мәктәбенең 1970 йылғы сығарылышы осрашты.

– 50 йыл – ул тотош ғүмер. Беҙ күптән осрашырға теләй инек, әммә ниңәлер бер ҙә килеп сыҡманы, – тип һөйләй класташтар осрашыуын ойоштороусы Фәниә Раянова. – Һуңғы тапҡыр беҙ мәктәп тамамлағандан һуң 30 йыл үткәс йыйылғайныҡ. Ул ваҡытта күптәребеҙ килде осрашыу-ға. Был юлы, вирус таралыу хәүефе булғас, яҡында йәшәгәндәр генә йыйылдыҡ. 36 кешенең 13-сө килде. Арабыҙҙан киткән 11 класташыбыҙҙы иҫкә алдыҡ.
Осрашыуға килгән класташтарҙың күпселеге – Абдулла халҡы, әммә, йыш күрешеп торһалар ҙа, ғәҙәттә, һөйләшергә ваҡыттары етмәй. Ә был юлы йыйылып, инде олатай-өләсәй булып бөткән класташтар йәнә бала саҡтарына һәм йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтып, күңелле хәтирәләргә бирелде.
Төплө белем биргән бик белемле тәүге уҡытыусылары Рабиға апаны иҫкә алдылар. Һуңынан Абдулла ауылында йәшәгән уҡытыусыларына – математика уҡытыу-сыһы Рәшиҙә Әхмәтоваға, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Сәғҙәтоваға, тарихсы Ғәбдел Сәфиуллинға, йыр уҡытыусыһы Мәйсәрә Ардаеваға, хеҙмәт дәрестәрен алып барған уҡытыусылары Ҡәүи Аҡмаловҡа, өйҙәренә барып, гөлләмәләр бүләк иттеләр. Эпидемиология талаптарын үтәп, осрашыу урамда ара һаҡлап уҙһа ла, педагогтар уҡыусыларының күңел йылыһын тойҙо, уларҙы ихлас ҡаршыланы, ысын күңелдән һөйөндө.
– Мәктәптә эшләй башлағанда миңә ни бары 17 йәш ине, ә һеҙ алтынсы класта уҡый инегеҙ, – тип хәтерләй Рәмзиә Сәғҙәтова. – Йәш кенә булыуыма ҡарамаҫтан, һеҙ мине бик йылы ҡабул иттегеҙ. Венера Батырова етәкләгән класс ҙур ине – 36 уҡыусы. Мин пионервожатый булдым. Ҡыҙҙар бик әүҙем, ә малайҙар шуҡ ине. Бар сараларҙы үҙегеҙ ойоштороп уҙғарҙығыҙ. Спектаклдәрҙә ҡатнаштығыҙ. 50 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, мине онотмағанығыҙ өсөн рәхмәтлемен.
Класташтарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Үҙҙәре, тормоштары тураһында һөйләнеләр, мәктәп йылдарындағы онотолмаҫ сағыу ваҡиғалар менән уртаҡлаштылар.
– Нисек итеп картуф йыйырға, Аҡтауға походтарға барыуыбыҙҙы иҫкә алдыҡ. Сирләү сәбәпле осрашыуға килә алмаған Клара Ҡорбанованың ниндәй әүҙем булыуын хәтергә алдыҡ, – тип уртаҡлаша Фәниә Вәҡиф ҡыҙы. – Ул элек дружина советы рәйесе ине. Мин – староста. Барлыҡ спорт сараларында ла ҡатнаштыҡ.