Мәсетле районында диндең үҫеүе – ауыл имамдарының ҡаҙанышы. Уларҙың күптәре мәсет төҙөүҙә һәм яңыртып ҡороуҙа әүҙем ҡатнашып, ауылдарҙа хөрмәтле кеше һәм күптәрҙең остазы булып ҡала.
Имамдарҙың күбеһе – оло йәштәге кешеләр. Уларҙың шәхси тормошо – бар ауылдың күҙ алдында, тиҙ ярҙам табиптарына мөрәжәғәт иткән кеүек, халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән килә, шуға ла улар өҫтөндә ҙур яуаплылыҡ ята.
Тәкә ауылынан 74 йәшлек Нәзиф хәҙрәттең дини эшмәкәрлеге – шуның асыҡ миҫалы. Ул баҫалҡы, уҡымышлы – ысын дин әһеле һәм тынғыһыҙ ауыл хеҙмәтсәне.
Уның дин юлынан китеүенә һис ғәжәпләнерлек түгел – ауыл муллаһының ҡарт олатаһы аҙан әйтеүсе булған.
Дин тотоу Нәзиф Ғәлимовҡа эшендә бер ҡасан да тотҡарлыҡ тыуҙырмай, 11 йыл ул Дондағы Ростов ҡалаһында колхозда бухгалтер булып эшләй. 1995 йылда тыуған яғы Мәсетле районына әйләнеп ҡайта, тимер-бетон изделиелар заводына баш бухгалтер булып эшкә урынлаша, һуңынан, завод тарҡалғас, “Ҡарағай” шифаханаһы бухгалтерияһына күсерәләр. Биш йыл район ҡулланыусылар йәмғиәтенең план бүлеге начальнигы һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы “Башкирэнергосбыт” ойошмаһында контролер булып эшләй.
Нәзиф Ғафар улының дин юлына ныҡлап ҡайтыуы Оло Ыҡтамаҡ ауылында беренсе мәсет төҙөүсе Наил хажи Вәлиев ярҙамында була. Һуңынан Нәзиф хәҙрәт тыуған ауылы Тәкәлә мәсетте яңыртыу эшен башлап ебәрә һәм аҙаҡтан унда хеҙмәт итә башлай.
Нәзиф Ғәлимов – беҙҙең гәзиттең тоғро уҡыусыһы ла. Һеҙгә уның дин хаҡындағы уйҙары һәм нәсихәттәре яҙылған хатын тәҡдим итәбеҙ:
“Доға. Һорау. Ялбарыу
“Вә (аларға): Әгәр Аллаһыға доғаларығыҙ, һорау-ялбарыуҙарығыҙ булмаһа, Уғани өсөн кәрәкһегеҙ?”, – тип әйт”.
Беҙҙең тормош – ул беҙҙең доғаларыбыҙ нәтижәһе.
Дин дәүләттән айырылды, шуға ҡарап тормошобоҙ ҙа динһеҙлеккә ҡоролһа, доғалар ҙа бөтәсәк. Бынан сығыу юлы фәҡәт ислам икәне бөгөнгө көндә асыҡ билдәле булһа ла, халыҡ дингә килергә ашҡынып тормай. Беҙҙән булмай, йәшебеҙ сыҡҡан, тип әйтеүселәр бар, әлегә балаларын да дингә кертергә ашыҡмайҙар шикелле. Халыҡтың дин тураһында һөйләшеүе лә зарланыуға ғына ҡайтып ҡала: “Нишләп Аллаһы Тәғәлә кешеләргә рәхмәтен бирмәй? Нишләп ҡайғы-хәсрәттә йөрөтә, улар тураһында һис ҡайғыртмай?” – тип әйтә улар. Әммә Аллаһы Тәғәлә беҙгә был донъяла ла, әхирәттә лә яҡшы йәшәр өсөн бер көслө ҡорал биргән. Ул – доға.
Аллаһы Тәғәлә доға ҡылып һорарға ҡуша, сөнки Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп, кеше үҙенең ҡол икәнен таный. Әгәр берәй кешенең башҡаға йомошо төшөп, ул иң элек уға мөрәжәғәт иткәнсе, Раббыһына мөрәжәғәт итә икән, ул үҙенең дә, башҡаларҙың да фәҡәт ҡол ғына булыуҙарын таный булып сыға.
Тормошонда эшен һәр ваҡыт Раббыһына доға ҡылып башлаған кеше бер нисектә Раббыһының ҡушҡандарынан баш тартыусы, тыйылғандарынан тыйылмаусы булмаҫ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә былай тип әйтә: “Әгәр бер бәндәм минән һораһа, мин әлбиттә, уға һәр ваҡыт яҡынмын, минән һораһа, һорағанын бирермен. Әммә һораусылар үҙемә һәм һүҙемә ныҡлап ышанһындар һәм, миңә буйһоноп, Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылһындар! Әгәр мин әйткәнсә эш ҡылһалар, тура юлды табырҙар” (Бакара сүрәһе, 186-сы аят).
Беҙ бит үҙебеҙ ҙә теләһә кемдең һорауын ҡәнәғәтлән дермәйбеҙ. Күпселек ваҡытта үҙебеҙгә асыҡ сырай күрһәткән кешегә ярҙам итәбеҙ. Ә беҙгә ҡаршы килгән, беҙгә насарлыҡ эшләгән, йә булмаһа, беҙҙе һәр ваҡыт әрләп йөрөгән кешегә ярҙам итергә ашыҡмайбыҙ. Әммә Аллаһы Тәғәлә ғәфү итеүсе. Нисә йылдар динһеҙлектә тороп та, беҙ
бөгөн мәсеттәргә йыйылып, намаҙ уҡыйбыҙ икән, бөтәбеҙгә лә шәриғәт буйынса йәшәргә мөмкинлектәр тыуҙырылған икән, был Бөйөк
Заттың мәрхәмәтлегенә шатланаһы ғына ҡала.
Дөрөҫ аңларға кәрәк: Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһының доғаһында мохтаж түгел, бәлки, киреһенсә, әҙәм балаһы доға ҡылыуға үҙе мохтаж. Әҙәм балаһы күпме генә тә-
кәбберләнеп йөрөһә лә, үҙенең көсһөҙлөгөн аңларға тейеш. Ул күп нәмәләргә ҡаршы тора алмай, хатта үҙе менән бер секундтан һуң ни булырын белмәй.
Кеше Раббыһы алдында үҙенең көсһөҙлөгөн танырға тейеш, Уға буйһоноп, доға ҡылырға тейеш.
Әммә әҙәм балаһына бөтә нәмәне лә һорау рөхсәт ителмәй, сөнки белеме аҙ, иманы зәғиф булыу сәбәпле, кеше үҙенә зыянлы әйбер ҙә һорарға мөмкин. Доға – ул ғи-
бәҙәт. Уның емеше әхирәттә буласаҡ. Аллаһы Тәғәлә беҙгә һынау бирә һәм ваҡыт бирә.
Беҙ ошо ваҡытта доға ҡылып ҡалырға тейешбеҙ. Ваҡытында шөкөр итеп, тейешле зәҡәтен сығарып, саҙаҡаларҙы биреп, байлығыбыҙ хәйерле, бәрәкәтле булһын тип доға ҡылырға кәрәк. Әҙәм балаһы ни өсөндөр бәхет-шатлыҡ килгән мәлдә Аллаһы Тәғәләне иҫенә төшөрмәй, бәлки, ҡайғы-хәсрәт, бәлә-ҡаза килгәндә генә иҫенә төшөрә. Ә бит әҙәм балаһы шуларҙың ҡайһыһы уның өсөн хәйерлерәк икәнен белмәй. Шуға күрә ул һәр ваҡыт доғала булырға тейеш.
Пәйғәмбәребеҙҙең иң күп ҡылған доғаһы булып Ҡөрьән Кәримдең киләһе аяты тора: “Йә, Раббыбыҙ! Беҙгә донъяла ла, әхирәттә лә изге ниғмәттәр бир һәм беҙҙе
йәһәннәм ғазабынан һаҡла”. Шул доғаны гел генә ҡабатлап йөрөһәк, Иншә Аллаһ, изге теләктәребеҙгә ирешербеҙ. Амин!”