Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
7 Сентябрь 2020, 11:15

Крючковка ауылында бер көн

Август һуңында беҙ, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тәрбиәләнеүселәре – тирә-яҡты өйрәнеү төркөмө, “Тыуған яҡты өйрәнеү” республика программаһы сиктәрендә элекке Крючковка ауылы нигеҙләнгән урынға барҙыҡ.

Уҡыу йылы барышында беҙ тыуған яҡтың тарихын һәм географияһын өйрәндек, райондың үткәне һәм бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһындыҡ, “Минең бәләкәй тыуған илем” исемле район конференцияһында ҡатнашып икенсе урын алдыҡ.
Планлаштырылған бер көнлөк походты беҙ “ташланған, онотолған” Крючковка ауылына бағышланыҡ. 1939 йылда был ауылда 105 кеше йәшәгән, 1959 йылда – 70. Эҙләнеү барышында ауылдың килеп сығыу һәм юғалыу сәбәбен асыҡларға тырыштыҡ.
Сәйәхәт барышында шулай уҡ асыҡ һауала ял итеү өсөн туҡтаған урынды әҙерләү, маршрут буйынса сәйәхәт итеү, палатка урынлаштырыу, усаҡ яғыу, аҙыҡ әҙерләү кеүек күнекмәләрҙе нығыттыҡ. Беҙ төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә хәрәкәт иттек. Урман аша үткән юл яҡшы ине, күберәк ҡатнаш урман осраны, ултыртылған ылыҫ ағастары ла бар ине.
Тыуған яҡтың матурлығына һоҡланып, урман тауышын тыңлап ләззәтләндек. Тик йәйге тәбиғәт тиҙ үҙгәреүсән, күк йөҙөндә йә ҡояш балҡый, йә ҡапыл ғына ҡара болоттар килеп сығып, ямғыр башлана. Беҙ сәйәхәт иткән көндә лә тап шулай булды. Тыуған яҡ үҫемлектәре, хайуандар донъяһы тураһында күп белдек. Иң ҡыҙыҡлыһы Крючковка ауылындағы ҡороған ҡоҙоҡ булды. Уның тәрәнлеген бау ярҙамында үлсәнек, яҡынса 15 метр икәнен асыҡланыҡ, тик ҡоҙоҡ төбөнә таштар емерелеп төшкән. Ауыл янынан матур Ыҡ йылғаһы аға.
Поход тулыһынса планлаштырылған маршрут буйынса үтте. Был сараға алдан әҙерләндек, дисциплина юғары кимәлдә булды. Бөтә сәйәхәтселәр етәкселәрҙең талаптарын теүәл үтәне, үҙ аллы ла, бергәләшеп тә эшләй алыуҙарын иҫбатланы, төрлө туристик заданиелар үтәне. Беҙ ҡуйылған маҡсатҡа ирештек.
Башланған эш бик оҡшаны, беҙ уны артабан да дауам итергә, ауылдың килеп сығыу тарихын, тормошон, һәм юҡҡа сығыу сәбәбен асыҡларға теләйбеҙ. Бының өсөн район халҡын беҙгә мәғлүмәттәр йыйырға ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ. Бәлки кемдеңдер ғаилә архивында Крючковка ауылы халҡы, өйҙәр фотоһы, документтар, ҡулъяҙмалар һаҡланалыр. Беҙҙең өсөн былар барыһы ла ҡыҙыҡлы. Һеҙҙең ярҙамығыҙға бик ышанабыҙ.
Етәкселәребеҙгә һәм ойоштороусыларыбыҙға күңелле һәм фәһемле сәйәхәт өсөн ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Рушана ФӘЙРУШИНА,
походта ҡатнашыусы.