Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
2 Сентябрь 2020, 11:10

Әсәйем тураһында

Борон-борондан әсә һөйөү һәм наҙ, ысын тормош ҡиммәттәре сағылышы булып ҡала.

Донъя менән танышыуыбыҙ уның тәүге һүҙҙәренән башлана. Әсәнең бөтмәҫ изгелеге һәм күңел байлығы беҙҙе хәсрәттәрҙән һаҡлай, ауыр хәлдәрҙә таяныс булып тора. “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһына килгән киләһе хат тап ошо хаҡта. Уны Эльвира Кушанова ебәргән.
“Минең әсәйем Сажиҙә Кушанова Борғатья ауылында Ғөбәйҙә һәм Мазһар Әхмәтшиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Ул ихлас һәм эшһөйәр ҡыҙ булып үҫә. 1970 йылда мәктәпте тамамлай, Салауат ҡалаһындағы медицина училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, тыуған районына эшкә ҡайта.
Хеҙмәт юлын Әләгәҙ участка дауаханаһында акушер булып башлай.
Тормош юлын класташы менән бәйләй. Ата-әсәйем мине хеҙмәт яратырға өйрәтте, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләне.
Әсәйем йәш булыуына ҡарамаҫтан, тиҙ арала дауахана коллективында хөрмәт яулай. Күп тапҡыр “Ҡыҙыл тәре” ойошмаһы, Әләгәҙ дауаханаһы профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп һайлана.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн күп һанлы почет грамоталары менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була.
Ул ауыл тормошо менән янып йәшәй. Хаҡлы ялда булһа ла, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша: Әләгәҙ ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ауыл мәҙәниәт йортоноң “Өмөт” ансамбле ағзаһы ул.
Минең әсәйем – киң күңелле, ғәҙел кеше. Ул балаларын һәм туғандарын да шундай булырға өйрәтә”.