Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
26 Август 2020, 13:00

Минең әңкәйем

Минең һүҙем хәҙерге көндә Ғүмәр ауылында йәшәүсе әңкәйем (беҙҙең яҡта “өләсәй”ҙе шулай тип әйтәләр) Менәүәрә Сәлим ҡыҙы Нуриәхмәтова тураһында.

Ул 1935 йылдың авгусында Яңы Мишәр ауылында тыуған. Ғаиләләре ҙур була – унда биш бала үҫә. Бәләкәй сағында Әй йылғаһына һыу төшөргә йөрөгәндәрен, кистәрен күмәкләп бер табын артында сәй эсергә йыйылғандарын һағынып иҫкә ала. Тик уларҙың бәхетле тормошо оҙаҡҡа бармай: ҙур ғаилә әсәйһеҙ ҡала. Атаһы береһенән-береһе бәләкәй балаларҙы аяҡҡа баҫтыра алмаҫын аңлап, өйгә яңы әсәй алып ҡайта. Күп тә үтмәй, ғаиләгә генә түгел, тотош илгә ҡайғы килә: Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ул саҡтағы тормошто һөйләргә яратмай әңкәйем. Кешеләр ныҡ асыҡҡан, бик ауыр йәшәгән. Ҡарт олатайым балыҡсы булған. Аслыҡтан интеккән күршеләренә балыҡтан һурпа бешереп ашатҡан, хәленән килгәнсә ярҙам иткән.
Әңкәйем туғыҙ йәшендә, колхозда хисапсы булып эшләүсе апаһына эйәреп, фермаға эшкә бара. Уға һөт айырырға ҡушалар. Ул сепаратты ҡороп, һөттө айырып, һуңынан йыуып ҡуйырға тейеш була. “Үҙем бәләкәй генә, сепарат ҙур. Йыуа торғас, арып бөтә инем”, – тип һөйләй әңкәйем. Йәйҙәрен фермала эшләһә лә, көҙөн мәктәптә уҡыуын ташламай, етенсе клас-ҡа тиклем «дүрт» һәм «биш» билдәләренә генә уҡый.
Олатайым Дәүләтханға кейәүгә сыҡҡас, әңкәйем колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. Тырыш, егәрле була ул. Балаларын ҡарарға ла, колхозда эшләргә лә өлгөрә. Ҡул эштәренә оҫта була. Шәлдәр, мендәр япмалары, эскәтерҙәр бәйләһенме, балаларына кейем тегеп кейҙерһенме, ҡойоп ҡуйған кеүек матур килеп сыға. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙар бирнәлеккә алъяпҡыстарҙы унан тектереп, ҡайытып ала.
Фермаға һауынсы булып эшкә башлағас, ул тиҙ арала алдынғылыҡҡа сыға. Бер нисә йыл колхозда, хатта районда һөт һауыу буйынса беренсе урындар ала. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында күп һанлы грамоталары, рәхмәт хаттары, билдәләре һөйләй.
Бөгөн әңкәйемдең алты балаһы, 14 ейән-ейәнсәре,18 бүлә-бүләсәре бар. Улар бөтәһе лә берҙәм, татыу булып йәшәй. Бында, һис шикһеҙ, аҡыллы кәңәштәр биреүсе изге күңелле ҡәҙерлебеҙҙең өлөшө ҙур. Беҙ уға йыш ҡына барып йөрөйбөҙ. Ул әҙерләгән сәй, ҡоймаҡ-бәлештәр донъяла иң тәмлеһелер! Беҙ уны бик яратабыҙ!
Әдилә ДӘҮЛӘТОВА,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы.