Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
24 Июль 2020, 18:00

Район халҡы мәнфәғәтендә хеҙмәт

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Рим Әмир улы Насыровтың хеҙмәт юлы тулыһынса Мәсетле районы һәм уның халҡы менән бәйле. Нәҡ йәй миҙгелендә ул районыбыҙҙа эш башлаған. Бөгөн ул Мәсетле районы эске эштәр бүлеген етәкләгән осорҙағы хеҙмәт юлы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаша.

“Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, атай-әсәйем янына Салауат ҡалаһына 1961 йылға аяҡ баҫып торған көндә ҡайтып төштөм. Бер аҙна эсендә хәрби кейемемде ябайына алмаштырып, БАССР-ҙың Күгәрсен районында хәрби комиссар вазифаһынан пенсияға сыҡҡандан һуң “Салаватстрой” тресы дөйөм ятағында өлкән тәрбиәсе булып эшләгән атайымдың кәңәше буйынса 1961 йылдың 10 ғинуарында 18-се нефть-химия комбинатының кадрҙар бүлегенә мөрәжәғәт иттем. Мине шунда уҡ 1905-се торба-компрессор ҡоролмаһы машинисы итеп тәғәйенләнеләр, ә бер айҙан төркөм составында ошондай уҡ ҡоролмала производство практикаһы үттем.
Имтихандарҙы тапшырып, комбинатҡа килгәндән һуң, беҙҙе, бер сама йәштәге йәштәрҙе, комбинат парткомы ултырышына саҡырҙылар һәм КПСС Үҙәк комитеты ҡарары буйынса ҡаланың эске эштәр бүлегенә ебәреүҙәре тураһында иғлан иттеләр. Биш кешенең өсәүһе милицияға эшкә урынлашты, икәүһе БАМ-ға китте. Ҡала эске эштәр бүлеге начальнигы подполковник Погребнов мине БАССР Эске эштәр министрлығының ҡарары менән таныштырҙы һәм Елабуға милиция мәктәбенә ике йылға уҡыр-ға барырға ризалығым менән ҡыҙыҡһынды.
Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, мин 1 октябрҙән был мәктәптең курсанты итеп алындым. Уны тамамлағандан һуң, Салауат ҡала эске эштәр бүлегендә енәйәтселәрҙе эҙләү инспекторы булып эшләнем, артабан – Стәрлебаш район эске эштәр бүлегендә тәфтишсе, ә өс йылдан СССР МВД-һының Юғары мәктәбенә инеү мөмкинлеге бирҙеләр. Юғары мәктәпте тамамлағанда Башҡортостандың эске эштәр министры В. Д. Рыленка мине Мәсетле районы эске эштәр бүлегенә начальник итеп ебәрҙе.
1971 йылдың 19 авгусында ҡатырға сумаҙан менән самолетта Оло Ыҡтамаҡҡа килеп төштөм. Ул ваҡыттағы на- чальник һәм автоинспектор Ю. М. Мальцев (хәҙер мәрхүм инде) мине машинала ҡаршы алды. Ике көн эсендә беҙ элекке начальник менән ҡорал- дарҙың, хәрби припастарҙың иҫәп буйынса тап килеүен, техник сараларҙың торошон, шулай уҡ аттар һанын һәм фураж күләмен аныҡланыҡ. Шунда уҡ дежур нарядтан район үҙәгендә ҡунаҡхананың булыуы менән ҡыҙыҡһындым. Ул ашхана менән бер бинала булып сыҡты. Киске аш ваҡытында мөдир Вера Степановна Корягина менән таныштым һәм ул ҡунаҡхана администраторын ҡайҙан табырға икәнлеген аңлатты.
Ҡунаҡхана икенсе ҡатта урынлашҡайны. Дежурҙа тор-ған Римма исемле ҡатын бер урынлыҡ номерға урынлаштырҙы. Мин уға бында милиция начальнигы итеп ебәрелеүем, райсовет фатир биргәнгә тиклем ҡунаҡханала йәшәйәсәгем тураһында әйтеп бирҙем.
Дөйөм йыйылышта ҡабул итеү-тапшырыу актына ҡул ҡуйғандан һуң, шәхси состав менән таныштым. Барлығы аттестация үткән 18 хеҙмәткәр һәм уларҙан тыш ат ҡараусы менән йыйыштырыусы бар ине. Йыйылыштан һуң Хәбибов менән бергә район баш-ҡарма комитеты рәйесе Т. Б. Байрамовҡа һәм КПСС-тың Мәсетле райкомы беренсе секретары А. М. Саҙретдинов-ҡа РОВД-ла етәкселектең алмашыныуы тураһында еткер-ҙек.
Район халҡы менән барлыҡ ауылдарҙа ла үткән граждандар сходында танышырға һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы ойоштороуға, енәйәтселек менән көрәшкә, йәмәғәт тәртибен боҙоуҙы иҫкәртеүгә бәйле пландар һәм үҙем тураһында һөйләп үтергә уйланым. Ауыл Советы рәйесе менән таныш-ҡандан һуң, йыйылыштарҙы уҙғарыу ваҡыты тураһында һөйләшеп килештем.
Йыйылышта халыҡтан рус телендә сығыш яһағаным өсөн ғәфү үтендем һәм мәктәптә, башҡа уҡыу йорттарында уҡыу барышында онотолоп киткән туған татар телемде бер йылдан тергеҙергә вәғәҙә бирҙем. Халыҡ миңә ышанды һәм йыл-йыл ярымдан һуң туған телемдә, рус һүҙҙәрен ҡушып булһа ла, иркен һөйләшеүемде күрҙе. Халыҡ менән йыйылыштарҙа ауылдарҙың участка инспекторҙары мотлаҡ ҡатнашты һәм йыйылыу-сылар алдында отчет бирҙе. Участковыйҙың эшенә ҡарата булған тәҡдимдәрҙе блокнот-ҡа яҙып барҙым, һуңынан уларҙың үтәлеүен уҡыуҙар ваҡытында ҡараныҡ.
Райондың эске эштәр бүлегендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Муллаян Әхмәт улы Рамазанов (енәйәтселәрҙе эҙләү өлкән инспекторы), Раян Ғәлләм улы Низамов (милиционер), Петр Павлович Крючков (участка инспекторы), Әхәт Халиҡ улы Халиҡов (милиционер), Арсений Яковлевич Худяков (өлкән инспектор), Вәғиз Сәйет улы Ғәлимов (ПС начальнигы), Дмитрий Перфирьевич Макаров (ат ҡараусы) эшләй ине. Хеҙмәткәрҙәр: Әҡсән Мофазал улы Нурмөхәмәтов (РОВД начальнигы урынбаҫары), Мәҡсүт Мәғәсүм улы Солтанов (ОБХСС), Раил Хәйҙәрйән улы Ғәлимов (участка инспекторы), Гинван Шарапов (участка инспекторы), Ризуан Аҙнабай улы Ғилметдинов (участка инспекторы), Ювеналий Михайлович Мальцев (ГАП), Радик Нурғәли улы Алхайҙаров (юл-патруль хеҙмәте), Һиҙиәт Ғөбәйҙулла улы Лотфуллин (милиционер), Вилман Шакиров (шофер-милиционер), Зиннуров (тәфтишсе), Вил Нәжип улы Закирйәнов (юл-патруль хеҙмәте), Александра Константиновна Искорцева (секретарь-бухгалтер), Леонид Крашенинников (шофер-милиционер); Валерий Иванович Коряков (ГПН).
Мин эшләй башлағандан бирле милиция бүлегенең шәхси составы төрлө сәбәптәр менән үҙгәреп торҙо: кемдер пенсияға сыҡты, кемдер икенсе урынға күсте.
Эске эштәр бүлегенең техник торошо әллә ни яҡшы булмай сыҡты: ГАЗ-51 (автозак) насар эшләй, ә һигеҙ урынлыҡ ГАЗ-69А еңел автомобиле гаражда һүтелгән килеш тора. Өс участка инспекторында ғына мотоциклдар төҙөк ине, юл-патруль хеҙмәтендә һәм дәүләт янғын күҙәтеүендә берәр мотоцикл иҫәпләнә.
Милиция бинаһы – кирбестән һалынған бер ҡатлы бина. Шәхси состав өсөн эш шарттары насар, шуға күрә бинаға өҫтәп төкәтмә һалыу йәки яңы бина төҙөү өсөн мөмкинлектәр эҙләргә тура килде. Район архитекторы булған бинаға өҫтәп тағы ла бер ҡат һалыуға ризалыҡ бирҙе. Өфөнән белгес саҡырҙыҡ. Ул бина нигеҙен тикшергәндән һуң, уға өҫтәп тағы ла өс ҡат һалып булыуы тураһында һығымта бирҙе. Был өс ҡатты төҙөүгә күпме аҡса китәсәген иҫәпләгәс, транспорт өсөн гараж, ваҡытлыса тотоу изоляторы өсөн яңы бина менән бергә өс йөҙ меңдән күберәк талап ителеүе асыҡланды. Һөҙөмтәлә шул уҡ урында яңы бина төҙөү күпкә осһоҙораҡҡа төшәсәге билдәле булды.
Элек ауылда капиталь төҙөлөш менән “Башсельстрой” сис-темаһы шөғөлләнә ине. Улар-ҙың проект институты ла бар. Институттың етәкселегенә барып етеп, килеп тыуған хәл, төҙөлөш үҙенсәлектәре тураһында һөйләнем. Мине тыңлағандан һуң, район башҡарма комитеты рәйесе ҡултамғаһы менән төҙөлөш өсөн әҙер проектҡа түләү тураһында гарантия хаты һоранылар. Мин шулай булырын алдан белә инем һәм әҙер хатты институт директорына тапшырҙым. Ҡайтыу менән район финанс бүлеге мөдире Мөхтәр Закир улы Нәҙершин янына индем һәм милиция бинаһы төҙөүгә документтар юллау тураһында һөйләнем, һүҙ араһында, республика бюджетынан аҡса бүлеүҙәрен көтөп тормай, был төҙөлөштө нисек башларға икәнлеге тураһында кәңәшләштем. Уға минең ныҡышмалылыҡ оҡшаны. Ул район үҙәгендә тәртип һаҡлау йәмәғәт пункттары төҙөүгә 20 мең һум аҡса бүленеүе һәм был сумманы йыл дауамында үҙләштерергә кәрәклеге тураһында һөйләне. Аҡса күсерелде һәм ваҡытында үҙләштерелде.
Әммә аҡса бура бүрәнәләрен номерлап әҙерләүгә, бина өсөн баҙ ҡаҙырға, нигеҙ өсөн блоктар ҡуйырға, 40 сантиметр итеп стенаны күтәрергә генә етә ине.
Урындағы фотографтан иҫке бинаның һәм яңы бинаның фотоһүрәттәрен эшләп биреүен һораным һәм уларҙы республика органдарына ебәрә башланым, әммә барыһы ла әҙәпле генә итеп баш тартты. 1984 йылда районда СССР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советына депутатлыҡҡа кандидаттар тәҡдим итеү буйынса кампания башланды. Беҙҙең райондан кандидат итеп Яңы Мөслим ауылы һауынсыһы Светлана Ғариф ҡыҙы Әхмәрова һайланды. СССР Конституцияһын яҡшы белгәнгә күрә, депутат запросы буйынса милиция бүлегенә бина төҙөү мөмкинлеге булыуы хаҡында уйлана башланым. Запрос тураһында район Советы рәйесе Нәҡи Сәбиғиәр улы Әмиров менән һөйләшеп килешкәндән һуң, депутат ҡултамғаһы ҡуйылған запрос бланкы район Советы аша адресаттарға ебәрелде. Бер айҙан банкка милиция бинаһы төҙөүгә 230 мең һум бүлеү тураһында хәбәр килде һәм яңы йылда эске эштәр бүлегенең шәхси составы яңы бинала эшләй башланы. Иҫке бинаны дәүләт автоинспекцияһын урынлаштырыу өсөн ҡалдырыу- ҙарын һорағайным, әммә уны ДОСААФ-ҡа бирҙеләр.
Хеҙмәт автомобилдәре менән ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булып торҙо. РОВД гаражында ике автомобиль генә тороуы тураһында әйтеп үткәйнем инде: капиталь ремонт талап иткән ГАЗ-51 автозакы һәм ГАЗ-69А. Оҙаҡламай, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының автотранспорт хеҙмәтенә үҙ хеҙмәт бурыстарыбыҙҙы ғәмәлгә ашыра алмауыбыҙ тураһында мөрәжәғәт иткәндән һуң, ГАЗ-51-ҙе тапшырырға һәм уның урынына яңы ГАЗ-53 алырға тигән бойороҡ килде.
Еңел автомобилһеҙ эшләп булмауын яҡшы аңлап, ГАЗ-69-ҙы капиталь ремонтлау өсөн сығанаҡтар эҙләй башланым. “Сельхозтехника” системаһы аша эшләп ҡарағайным, ундай мөмкинселек разнарядка буйынса ғына булыуы, уныһы ла бик һирәк икәнлеге асыҡланды. Бәләбәй ҡалаһында УАЗ-469 автомобилдәрен капиталь ремонтлау буйынса завод барлығын белеп ҡалдым. Ул ваҡытта атайымдың автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса завод директоры вазифаһында эшләгән дуҫы Петров ярҙам итте. Ул ремонтҡа автомобилде шоферы менән бергә ҡабул итте. Водитель конвейр янында торҙо һәм автомобилде һүтеп, ярамаған механизмдарын, агрегаттарын алмаштырҙы, ә иретеп йәбештереү эштәре талап ителгәндә, иретеп йәбештереүсене саҡыр-ҙы, узелдарҙы һәм агрегаттар-ҙы монтажланы. Мин штаттағы шоферҙы алып килдем, ул атайымдың өйөндә йәшәне. Шофер ай ярым автомобилде ремонтланы һәм документтары булған үҙгәртеп ҡоролған УАЗ-469 машинаһында әйләнеп ҡайтты.
РОВД начальнигы эшендә ҡыйынлыҡтар күп булды. Һуғышта ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла тиерлек пенсияға сыҡты, ә бушаған вазифаларға яңы кадрҙар һайлау уртаса өсәр ай талап итә ине. Был эш менән замполит етәкселек итте (участка инспекторы менән), һуңынан – кадрҙар буйынса урынбаҫар. Тәүҙә был вазифаны Закиров башҡарҙы, артабан – Юлай Йосопйән улы Вәлиев. Штат тулылана башланы. Биш йыл эсендә штат ике тапҡырға артты.
Минең етәкселек осоронда Солтанов, Шәйәхмәтов, Шәрипов, Закиров, Мансуров, юғары вазифаларға ирешеп, күрше райондар эске эштәр органдарына урынбаҫар һәм начальник булып киттеләр.
РОВД-ның шәхси составы йәмәғәт сараларында ҡатнашты. КПСС райкомы графигы буйынса беҙ бер нисә йыл рәттән Ленин исемендәге колхоз-ға кесерткән әҙерләү өсөн сыҡтыҡ. Уны колхоз малға гранулалы аҙыҡ итеп әҙерләй ине.
Һәр саҡырылыш һайын район Советына төрлө ауылдар-ҙан депутат булып һайландым. Һайлаусылар алдында уларҙың наказдарын үтәү тураһында отчет менән сығыш яһаным. Һайлаусыларҙың наказдарын үтәгәндә төҙөлөш эштәрен ойоштороусы булараҡ сығыш яһарға ла тура килде. Шәхси состав менән эшләгәндә ярҙам маҡсатында РОВД ҡарама-ғында ҡатын-ҡыҙҙар советы эшләне. Хеҙмәткәрҙәрҙең ҡатындары саңғы һәм атыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, куст ярыштарында призлы урындар яуланылар.
1989 йыл башында, район етәкселегенең миңә шәхсән мөнәсәбәтен анализлағандан һәм ҡатыным менән кәңәшләшкәндән һуң, мин ваҡытынан алда пенсияға сығырға булдым. Мине медкомиссияға ебәрҙеләр һәм икенсе көнөнә үк һығымта бирҙеләр, унан һуң, пенсияға сығыу сәбәпле, эштән бушатылыу тураһында бойороҡ күсермәһен алдым. Бүлектәге милиция хеҙмәткәр-ҙәрен йыйҙым һәм министр-ҙың эштән бушатыу тураһында бойороғо, Юлай Йосопйән улы Вәлиевтың РОВД начальнигы итеп тәғәйенләнеүе тураһында иғлан иттем.
Әммә пенсияла тыныс ял итеп булманы: район хакимиәте башлығы Атлас Закир улы Камаловтың үтенесе буйынса 1991 йылда Мәсетле районының дәүләт нотариусы булып эшләй башланым. 1994 йылдан 2008-гә тиклем Баш-ҡортостан Республикаһы Мәсетле районының шәхси практикалаусы нотариусы булараҡ эшемде дауам иттем һәм дәүләт исеменән бурыс үтәнем.
Ҡатыным Дания Рәфҡәт ҡыҙы Насырова менән бәхетле никахта йәшәүемә 48 йыл тулды. Эргәмдә – ҡыҙым һәм өс ейәнем”.