Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
10 Март 2020, 21:00

Уңыштың сере – эшсән коллективта

Баланың тәүге булып шәхесен формалаштырыусы, яуап-лылығын, холҡон тәрбиәләүсе изге йорт ул – балалар баҡсаһы.

Унда эшләүсе тәрбиәсе изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе генә түгел, ул баҡсасыға тиң, сөнки ул үҫентеләрен ихлас тәрбиәләй, киләсәктә улар-ҙың шаулар урман булырына ышана.Әбдрәхим ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһында үҙ эшенә мөкиббән китеп, бар һәләтен һәм күңелен һалып эшләүсе хеҙмәткәрҙәр тупланған.Балалар баҡсаһын контролдә тотоу мөдир вазифаһын башҡарыусы Резеда Байрамғолова ҡулында. Уға талапсанлыҡ, аңлашыусанлыҡ, коллегаларын хөрмәт итеү, үҙ эшен еренә еткереп башҡарыу кеүек сифаттар хас. Егерме дүрт йыл “Ләйсән” дә тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән Фәүзиә Ғәүнетдинова – балаларҙың яратҡан апай-ҙары. Ул үҙ бурыстарын бар күңел йылыһын биреп башҡара. “Беҙҙең һөнәрҙә һәр баланың психологияһын белеү, уны яратыу, аңлау бик мөһим. Улар-ҙың күҙгә күренеп үҫеүҙәре, аҡыл туплауҙары, ҡыҙыҡһыныусан булыуҙары беҙҙе бик ҡыуандыра”, – ти ул.Ашнаҡсы – беҙҙе тәмле аштар менән һыйлап ҡыуандыр-ған, өҫтәлебеҙгә – йәм, аҙыҡтарыбыҙға тәм биргән һөнәр эйәһе. Ашнаҡсы етеҙ ҙә, сыҙамлы ла, бөхтә лә, таҙа ла булырға тейеш. Был һөнәрҙең бар матурлығын үҙендә туплаған, серен күптәнән төшөнгән фиҙаҡәр хеҙмәткәр Гөлнара Ғилметдинова 25 йыл беҙҙең “Ләйсән” балалар баҡсаһында эшләп, үҙенең тик яҡшы сифаттарын асты, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа уның әҙерләгән ризыҡтарынан бик ҡәнәғәттәр. Сабыйҙарҙың физик үҫешендә аҙыҡтарҙы төрләндереү, йәшелсә-емеш ҡулланыу, ваҡытында ашатыу ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген ул һәйбәт белә.Ятҡан, йоҡлаған урыныңдың таҙа, саф булыуы бала тәненә рәхәтлек бирә, күңелен күтәрә. Таҙалыҡ – тән, тире сирҙәрен булдырмауҙа төп сара. Бында хеҙмәткәребеҙ Гөлфиә Фәтҡуллинаның тырышлығын, егәрлелеген билдәләп үтергә кәрәк.Ошо балалар баҡсаһында күп йылдар бергә эшләгән, төрлө матур сараларҙы үткәреүҙә ҡатнашҡан коллегаларыма тын-ғыһыҙ, еңел булмаған хеҙмәттәрендә сабырлыҡ, түҙемлек теләйем. Үҙебеҙ тәрбиәләгән балаларҙың һөйөүен, уларҙың ата-әсәләренең ихтирамын, хөрмәтен тойоп йәшәргә, эшләргә насип булһын.