Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
7 Март 2020, 15:00

Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан һәр кем үҙенең яҡын һәм ҡәҙерле кешеләренең күңелдәрен күрергә тырыша, ә беҙ өләсәйебеҙ Надежда Павловна Корлыханова хаҡында яҙырға теләйбеҙ. Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй.

Өләсәйебеҙ – бик яҡшы һәм яҡты кеше. Педагог булараҡ, өләсәйебеҙ беҙҙе тәрбиәләүгә һәм үҫешебеҙгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Белеме буйынса ул башланғыс кластар уҡытыусыһы. Педагогик эш- мәкәрлеккә 36 йылдан ашыу ғүмерен арнаған. Уның ҡулдары аша алты сығарылыш үткән. Пенсияға сыҡҡандан һуң бына инде ете йыл балаларҙы мәктәпкә әҙерләү менән шөғөлләнә.
Ул дәртле, әүҙем. Бер генә минут та тик ултырмай. Һәр ваҡыт хәрәкәттә йәки эштә. Йәше оло булыуға ҡарамаҫтан, рух күтәренкелеген юғалтмай. “Хәрәкәттә – бәрәкәт!” – ти ул. Пенсияла булһа ла, уның бөтә көндәре лә сәғәттәргә бүленгән. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, һәм көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, күршеләре – пенсионер ҡатындар менән көн һайын скандинав таяҡтары менән йөрөйҙәр. Йөрөгән ваҡытта бер-береһе менән аралашып, файҙалы кәңәштәре менән уртаҡлашып бер-береһенең күңелдәрен күтәрәләр. Байрамдарҙа төрлө саралар ойошторалар: костюмдарҙа тамашалар күрһәтеп, Яңы йыл кисәләре, саф һауала ҡышты оҙатыу һәм башҡа нәмәләр үткәрәләр. Бөтә саралар ҙа ҡыҙыҡлы һәм күңелле үтә.
Беҙҙе, дүрт ейәнен, ҡарап үҫтерҙе тиһәң дә була. Тамағыбыҙ туҡмы, өҫтөбөҙ бөтөнмө, ауырымайҙармы икән тип, һәр ҡайһыбыҙ өсөн борсола, ҡайғыра. Үҙ миҫалында ул беҙҙе ихласлыҡҡа, изгелеклелеккә, айыҡ аҡыллы, ярҙамсыл, намыҫлы һәм ғәҙел булырға өйрәтә. Олатайыбыҙ менән беҙҙе һәр ваҡыт көтөүҙәрен, яратыуҙарын, аңлауҙарын һәм, ни генә булмаһын, ярҙам итергә әҙер тороуҙарын беләбеҙ. Бергәләп беҙҙең еңеүҙәргә һәм ҡаҙаныштарға һөйөнәләр.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, ул – ижади шәхес: халыҡ ансамблендә йырлай, бәйләй, тегә, сигә. Ә ниндәй шәп хужабикә…
Йыл һайын, традиция булараҡ, һигеҙенсе мартта – уның тыуған көнөндә, бөтә ғаиләбеҙ менән уларҙың өйөндә йыйылабыҙ, элекке уҡыусылары ла килә.
Өләсәйебеҙгә беҙ ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, бәхетле-шатлыҡлы мәлдәренең күберәк булыуын теләйбеҙ. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт һиңә!