Был тормошто ярайһы уҡ күргәндән һуң, кешегә ни өсөн ғүмер бирелә, был ерҙе бер ваҡыт бары ҡалдырабыҙ бит, тигән уй тынғы бирмәй башлай. Тимәк, йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ. Шулай булғас, күпме ҡаршылыҡтар аша үтеп, маҡсатҡа ынтылыуҙан ни файҙа?
Мәктәптәрҙәге осрашыу кисәләре беҙҙең йәштә ошондай уйға ла төшөрөп ҡуя. Бына беҙ, 1970 йылғы сығарылыш, Оло Ыҡтамаҡ мәктәбендә бишенсе тап-ҡыр осрашабыҙ. Залға йыйылыусыларға ҡарап, кеше ғүмеренең нисек аҡҡанын күрергә була: сағыу, матур, дәртле – әйтерһең дә тормош мәңге дауам итә. Барыһы ла әле алда кеүек.
Бына –икенсерәк ҡиәфәттә ултырыусылар. Улар етди, тормош әйбәт үк әпәләп алған, күптәре бар хыялдарының да тормошҡа ашмаҫын аңлай хәҙер.
Ә бына беҙ, алтмышынсы йылдарҙа уҡыусылар – үҫешкән социализм балалары, октябряттар, пионерҙар һәм комсомолдар, йыһан эраһы башланғысы шаһиттары.
Хәҙерге туғыҙынсы класс уҡыусылары бала сағыбыҙ тураһында ҡыҙыҡлы хәтирәләребеҙ менән уртаҡлашыуыбыҙҙы һораны. Ни өсөндөр мәктәп тормошонан дәрестәр түгел, ә походтар, концерттар, кисәләр, ҡалаларға экскурсиялар, йәйге хеҙмәт лагерҙары нығыраҡ хәтерҙә ҡалған.
Ошондай лагерь тормошонан бер күренеш. Йылға тамағынан саҡ ҡына юғарыраҡ Әй ярында палаткаларҙа йәшәнек. Таң ата, әрәмәлә ҡоштар һайрай. Беҙ Генка менән лагерға ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек алыу өсөн “Ыҡ тамағы – “Серп и молот” колхозы идараһы” маршруты буйынса арбала китеп барабыҙ. Беҙ иртә таңда һәм ҡояш ҡыҙыуы һүрелгәс сөгөлдөр утаған илле үҫмерҙе көнөнә өс тапҡыр ашатырға тейеш. Мин, туғыҙынсы класты тамамлаған ун ете йәшлек ҡыҙ, ашарға бешерәм, бишенсе класҡа күскән Генка усаҡ яға, ат ҡарай һәм ат менән аҙыҡ ташый. Аттың тиҙлеге бер төрлө, ул бары атлап ҡына бара, шулай ҙа колхоз идараһына юлды яҡшы белә. Генканың ҡулында –дилбегә. Ул арбаның алғы яғында ултыра, мин – ҡабырғанан, зәңгәр күккә һәм тауҙарға ҡарап һоҡланып барам. Шулай бер аҙ барҙыҡ. Кинәт ат яғына боролоп ҡараһам, Генка урынында юҡ. Ҡотом алынды, оло кеше булмаһам да, малай өсөн яуаплы икәнлегемде аңлап торам бит. Атты туҡтаттым да Генканы эҙләп кире киттем. Ул юлда иртәнге наҙлы ҡояш нуры аҫтында иҙрәп йоҡлап ята ине...
Киевҡа сәфәр. Киев үҙе – матур ҡала. Унда донъя кимәлендәге турис- тик объекттар күп. Әммә был сәфәрҙән бигерәк, унда барыу өсөн нисек аҡса эшләгәнебеҙ нығыраҡ иҫтә ҡалған. Туғыҙынсы класс уҡыусылары унда барыу өсөн “Серп и молот” колхозында тауыҡ фермаһында эшләнек: бинаны тиҙәктән таҙартабыҙ, тауыҡтарҙы вакцина ҡуйҙырыу өсөн тотабыҙ. Унда тор-ған еҫте белһәгеҙ! Туғаным Саша менән мине, тышта һалҡын ҡыш булыуына ҡарамаҫтан, соланда өҫтөбөҙҙө алмаштырмайынса өйгә индермәй торғайнылар.
Мәсәғүттән алып Ыҡтамаҡҡа тиклем Әй буйлап ағып төшөү бик тә оҡшап ҡалғайны. Аҙна буйы ағып төштөк, төндәрен ярҙа палаткаларҙа ҡундыҡ, ҡайһы ваҡыт аҙыҡ алыр өсөн ауылдарға инә торғайныҡ. Шулай ауылдарҙың береһендә клубҡа керҙек, ә унда яңы ғына сыҡҡан “Вертикаль” фильмы бара. Төп ролдә – Владимир Высоцкий. Беҙ фильмды ҡарарға тороп ҡалдыҡ, һәм Высоцкийҙың йырҙарын тыңлағанда хатта беҙҙең ҡырыҫ физруктың да күҙҙәренән йәштәр ағып төшөүен күр-ҙек.
Ни өсөн кешегә ғүмер бирелә? Бәхетле бала саҡ, эҙләнеүҙәргә һәм ижадҡа бай йәшлекте кисереү һәм аҡыл туп-лаған оло йәште күреү өсөн. Юҡ, тыныс ҡартлыҡ өсөн тип әйтмәйем, сөнки бына хәҙер минең башымда әле әллә күпме яңы пландар тыуҙы.