Иртәгә күпселек мәктәптәр үҙҙәренең элекке сығарылыш уҡыусыларын ҡаршы аласаҡ. Күп йыллыҡ тарихы булған Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен төрлө йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ, Ҡотош, Һөләймән, Һабанаҡ, Сал-йоғот, Тайыш, Аҙанғол, Теләш, Ишәле, Борғатъя, Мәләкәҫ һәм башҡа ауылдарҙан уҡыусылар тамамлаған. Борғатъя ауылында тыуып үҫкән, бөгөн хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны Марат Ғафаров та 60 йыл элек ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған. Марат Фазылтдин улында ошо йылдарҙағы фотоһүрәт һаҡланған. Бөгөн ошо ҡомарт-ҡыны һәм Марат Ғафаровтың хатын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
“Район гәзитенең һуңғы һандарында сығарылыш уҡыу-сыларын осрашыу кисәләренә саҡырыу тураһында белдереүҙәр баҫылды. Ошо белдереүҙәрҙе уҡығас, ҡулыма ручка алырға булдым, сөнки педколлективтар әле һаман совет осоронда йәшәгән итеп тойҙом.
Эйе, мәктәп, мәғариф совет осоронда барлыҡҡа килеп, яңы тәғлимәткә таянып, дөйөм мәжбүри белем алыуға күсеү 20-се быуаттың оло аҙымы булды. Йәш быуынға белем биргән мәктәптәр тураһында улар совет осоронда үҙ функцияһын башҡарҙы, йәғни фәнде үҫтереүҙә, кадрҙар әҙерләүҙә үҙ миссияһын үтәне, тип әйтергә була. Ул осорҙарҙа ил өсөн мәктәптәрҙән күп һанлы белемле буласаҡ студенттар һәм эшсе көс әҙерләп сығарылды.
Тормош тәжрибәһенән күренеүенсә, 50, 60, 70 йыл элек мәктәп тамамлаусылар һәм уларҙың уҡытыусылары оло йәштә була. Шулай булғас, был юбилей мәктәп сығарылышы осрашыуын йәй көнө район кимәлендә ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә, һәр бер урта мәктәп эшмәкәрлегенә баһа биреү аша, мәктәп тормошоноң ыңғай традицияларын күҙаллап үткәреү мөһим.
Үҙемдең мәктәп осрашыу-ҙарында ҡатнашыуым тура-һында әйтеп үтке килә. 2010 йылда, мәктәп тамамлауыбыҙға 50 йыл тулғанда, 30-лап уҡыу-сынан алты кеше ҡатнаштыҡ, 2015 йылда өс-дүрт кеше булдыҡ.
Быйыл иһә Ләмәҙтамаҡ мәктәбе үҙенең урта мәктәп булып ойошторолоуының 85 йыллығын билдәләй (1935 йылдан – урта мәктәп). Мин үҙем – 20-се сығарылыш уҡыусыһы. Беҙ 18 ауылдан килеп уҡыныҡ. Ауырыу сәбәпле быйыл осрашыу кисәһендә ҡатнаша алмайым. Класташтарҙан хәҙер 11 кеше ҡалған.
Сығарылыш класс уҡыусыларының фоторәсеменә аңлатма биреп үтергә кәрәктер, сөнки бындай биҙәлеш менән сыҡҡан фотоһүрәттәр юҡ ине. Уны Зәки абый Әхмәтов эшләгән. Фотоға барыһы ла инмәгән, ҡайһы бер уҡыусыларҙың бында инмәй ҡалыуы үкенесле. Шулай уҡ 10-сы класта биш ҡыҙ кейәүгә сыҡты, улар ҙа иҫтәлеккә төшөрөлгән был фотоһүрәткә инмәгән.
Иғтибар итегеҙ: уҡытыусылар – 12 кеше, шуларҙың етеһе – ир-ат (дүрте – фронтовик). Совет власы йылдарында репрессиялар сәбәпле, мәктәптәр-ҙә уҡытыусылар етмәгәс, уҡытыусылыҡ ҡатын-ҡыҙ һөнәренә әйләнә башланы. Батша осоронда мөғәллимдәрҙең 90 проценты ирҙәр булған”.