Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
24 Ғинуар 2020, 14:00

Изге әсә лә ул…

Теләш ауылында оҙаҡ йылдар эшләп, халыҡ араһында оло хөрмәткә лайыҡ булған кешеләр араһынан Гөлсара Мәғәфүр ҡыҙы Ҡазыеваны (Асҡарова) маҡтап телгә алырға була.

Гөлсара – йәмле Әй йылғаһы буйында урынлашҡан Әбдрәхим ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Мәсәғүт педагогия училищеһында белем ала һәм Ишәле башланғыс мәктәбендә эш башлай. Тырыш, һәләтле, эшсән, һөйкөмлө ҡыҙға күптәр ғашиҡ була. Гөлсара Теләш ауылы егете Миндияр Дәүләтбай улын үҙ итә һәм улар иренең ауылында олоғайған ата-әсәләрен тәрбиәләп бергә-бергә матур итеп йәшәп китәләр.
Теләш урта мәктәбендә лә Гөлсара Мәғәфүр ҡыҙы үҙ урынын таба. Тиҙ арала балаларҙың, ата-әсәләрҙең, коллегаларының ихтирамын яулай. Ситтән тороп Баш-ҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Алдынғы ҡарашлы, тырыш уҡытыу-сы, яңынан-яңы методик алымдарҙы өйрәнеп, уларҙы үҙенең эшендә оҫта ҡуллана. Оҙаҡ йылдар мәктәп-ара башланғыс белем биреү буйынса методик берләшмәне етәкләй. Институт тамамлағас, партия ағзаһы булараҡ, уға ауыл йәштәренә политик уҡыуҙар үткәреү эше йөкмәтелә. Һайлау кампанияларында агитатор булып та эшләй. Уның эшкә етди ҡарашын, һөҙөмтәле эшләүен республика, район, мәктәп грамоталары дәлилләй.
Ә инде башлап Гөлсара Мәғәфүр ҡыҙында белем алған уҡыусыларҙың күбеһе уҡыуҙарын уңышлы дауам итә. Һигеҙ сығарылыш уҡыу-сылары араһында уҡытыусы, табип, инженер, полиция хеҙмәткәре, иҡтисадсы-хисапсы, эшҡыуар һәм илгә кәрәкле башҡа һөнәрҙәр һайлап эшләүсе кешеләр бихисап. Бәләкәй саҡтарында икенсе әсәй тип йөрөткән уҡыусылары белемгә төплө нигеҙ һалыусы уҡытыусыларына сикһеҙ рәхмәтле.
Ғаиләһендә лә Гөлсара Мәғәфүр ҡыҙы сабыр, уңған килен булды, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатҡансы ҡайныһы менән – 2, ҡәйнәһе менән 22 йыл татыу йәшәне. Ире Миндияр Дәүләтбай улы менән иңгә-иң таянып өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр, оло тормош юлына баҫтырҙылар.
Үҙе әсәй, өләсәй булһа ла, әле уға балалыҡ бурысын үтәү бәхете тейгән, 90 йәшлек әсәһен бергәләп матур итеп тәрбиәләп ҡарайҙар.
Гөлсара Мәғәфүр ҡыҙы спорт менән шөғөлләнергә ярата, дуҫ ҡыҙҙары менән көн дә скандинав таяҡтары менән саф һауала күнекмәләр үткәрәләр, күптәргә өлгө булып торалар. Ҡул эше, бәйләм бәйләү менән дә яратып шөғөлләнергә ваҡыт таба. Баҡсаһында аллы-гөллө сәскәләр, еләк-емеш, йәшелсәләр үҫтерә. Күршеләре, коллегалары, туғандары, дуҫтары менән дә аралашып йәшәй.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы, шағирә Зәйнәп Биишеваның “Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға тигән” һүҙҙәре тап уның тураһында әйтелгән кеүек.