1967 йылдың 2 апрелендә Балаҡатай районының Биләнбәй ауылында тыуған ҡыҙ, 1984 йылда Первоуральск ҡалаһында дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһына юллана. 1989 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм ҡулына диплом алып беҙҙең районға эшкә килә. Оло Ыҡтамаҡта Алексей Терентьев менән ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Бөгөн балаларына, ике ҡыҙына, юғары белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырып, ҡайны-ҡәйнә, ейәндәренә өләсәй-олатай булып, матур ғүмер итәләр.
Ниндәй генә заман килһә лә уҡытыусы һөнәре иң кәрәкле һәм шул уҡ ваҡытта иң сетереклеһе булып ҡала. Минең уйлауымса, уҡытыусы – һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше лә. Сөнки уҡытыусы һәр балаға был ҡатмарлы тормошта, бигерәк тә беҙҙең 21 быуатта, үҙ-үҙен табырға ярҙам итә. Ул аҡыллы, мәрхәмәтле, талапсан һәм бала күңелен аңлай белә торған кеше.
Заман алға киткән һайын уҡытыусы өсөн дә талаптар көсәйә. Бөгөн уҡытыусы киң эрудициялы, заман менән бергә атлаусы, яңы технологияларҙы яҡшы белгән педагог булырға тейеш. Заманға яраҡлашып, кәрәкле һөнәрҙәр һайлауҙа һәм шул һөнәргә эйә булырға ярҙам итешеү ҙә – уҡытыусының бурысы. Баланы шәхес булараҡ тәрбиәләүҙә уҡытыусының өлөшө бик ҙур. Тик ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала.
Тормошта һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Ул уны ғүмере буйына хөрмәт итә һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала, онотмай, йөрәк түрендә һаҡлай. Ысынлап та, нисә быуын студенттар Роза Әхмәҙулла ҡыҙы тураһында тик яҡшы хәтирәләре менән уртаҡлашалар, бүлешәләр.
Беҙ, коллегалары, уны шәхес булараҡ ҙурлайбыҙ, уҡытыусы булараҡ хөрмәт итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Донъяға һине әсәң тыуҙырһа, кешеләр өсөн һине эшең тыуҙыра. Эш – икенсе әсәң һинең. Ул ғына, тик ул ғына һине кеше итә, матурлай, биҙәй һәм үҫтерә. Эшһеҙ һин буш һәм мәғәнәһеҙ...”.