Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
23 Декабрь 2019, 18:00

Йәнле концерт

“Ҡарағай” шифаханаһында Зөлфирә Сәлимова етәкселегендәге “Зөбәржәт” халыҡ фольклор ансамбле ҙур, матур концерт ҡуйҙы. Өфө ҡалаһынан ял итеүселәр, хеҙмәт ветерандары Фәғилә Хөсәйенова, Зәйтүнә Яушева һәм Рәшиҙә Шаһиева үҙҙәренең концерттан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Буласаҡ концерт тураһындағы афишаны күреп, беҙ уға мотлаҡ барырға ҡарар иттек. Ул шул тиклем дә юғары кимәлдә булыр тип көтмәгәйнек! Тауыштар, тере тауыш һәм шәп көйҙәр залда ысын мәғәнәһендә байрам атмосфераһы тыу-ҙырҙы. Беҙҙең әле һаман ташып торған хис-тойғоларҙы һүҙҙәр менән әйтеп аңлатырлыҡ түгел.
Тамашасылар залы туп-тулы ине. Беҙ үҙебеҙҙе шифахана залында түгел, ә баш ҡалалағы ҙур концерт залындағылай хис иттек: артистарҙың тауыштары шул тиклем матур, уларҙың башҡарыу оҫталығына, профессионаллектәренә һоҡла- нырға ғына мөмкин.
Сара башланыр алдынан алып барыусы тамашасыларҙы композитор, йырсы һәм шағирә Зөлфирә Сәлимованың биографияһы һәм ижады менән таныштырҙы.
Ул – педагог-концертмейстер, район мәҙәниәт йортоноң “Йәш йөрәктәр” баянсылар ансамбле, “Науруз” халыҡ инструменттары ансамбле, “Зөбәржәт” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе генә түгел, ә “Һиндә ярһыны яҙым” китабы һәм 20-нән ашыу йыр авторы ла.
Ансамбль етәксеһе “Зөбәржәт” ансамбле ағзалары тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Быйыл ансамблгә 30 йыл тулған. Күптән түгел ветерандар өсөн “Мин яратам һине, тормош!” конкурс-фестиваленә ярашлы сығыш яһап, Өфө тамашасыларын һөйөндөргән һәм “Иң яҡшы оркестр” номинацияһында беренсе урын алып еңеүсе булған.
Ә был кистә “Зөбәржәт” артистары башҡарыуындағы концерт номерҙары ансамблдең художестволы етәксеһенә арнал-ғайны.
Тамашасылар шулай уҡ улар-ҙың “Играй гармонь в селе” композицион постановкаһы менән сығыштарын күрҙе. Төрлө халыҡ музыка ҡоралдарында уйнауҙы оҫта башҡарғандан һуң, зал артистарҙы бик оҙаҡ алҡышланы. Әйтеп биргеһеҙ матур, ҡупшы сәхнә костюмдары сығыштарға айырым бер төҫ бирҙе. Ансамбль артистары һәм ветерандары башҡарыуындағы һәр йыр дәртле, үҙенсәлекле һәм боронғо халыҡ стилендә яңғыраны. Коллектив ветерандарының сәхнәгә күтәрелгәндәге дәртлелек һәм гармонияны күреп күңелдәр һөйөндө. Йәнле музыка. Йәнле энергия… Беҙ, концертты тамаша ҡылыусылар, сикһеҙ ҙур сағыу хис-тойғолар һәм йән йылыһы алдыҡ.
Концерт “Йәшә, Мәсетлем, сәскә ат!” йыры менән тамамланды, уның да авторы – ансамбль етәксеһе.
Зөлфирә Сәлимова был кистә тамашасыларға үҙе ижад иткән яңы йырҙарын һәм шиғыр-ҙарын бүләк итте. Улар шиғрилыҡтары һәм тәрән мәғәнәлелектәре менән таң ҡалдырҙы. Беҙҙә лә шундай самородоктар бар икән дә баһа, ләкин улар тураһында барыһы ла белмәй. Зөлфирә – виртуоз баянсы, бик шәп музыкант һәм ижади шәхес.
Концерт беҙҙең йөрәктәр- ҙә тәрән эҙ ҡалдырҙы, һәм был тәьҫораттар әле бик оҙаҡ беҙҙең күңелдәрҙе йылытасаҡ. Ансамблдең 30 йыллығы уның ижад юлының башы ғына булһын!”