Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
24 Октябрь 2019, 16:00

Ата-әсәйебеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ

Көҙ – беҙҙең бар ғаиләбеҙ өсөн һығышлы, ҡайғылы мәл. Нәҡ көҙ көнө ҡәҙерле, һөйөклө ата-әсәйебеҙ: 1982 йылдың 12 ноябрендә атайыбыҙ Яныбаев Абдулла Сәмиғулла улы, 2014 йылдың 24 октябрендә әсәйебеҙ Яныбаева Сәхибә Хаким-йән ҡыҙы донъянан китте.

Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ урынында аҡыллы, изгелекле, әҙәпле, эшсән, бик яуаплы һәм талантлы кешеләр булды.

Атайыбыҙ Абдулла Сәмиғулла улы – Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, ысын коммунист (уның тураһында барыһы ла шулай ти ине). Үҙенең бар ғүмерен, көсөн, белемен һәм тәжрибәһен туған “Мәсәғүт” совхозына бағышланы. Совхоздың яуаплы етәксе вазифаларында үҙен бик шәп ойоштороусы һәм етәксе итеп күрһәтте. 10 йыл буйы ул совхоздың беренсе бүлексәһе менән идара итте. Ошо хужалыҡта хеҙмәт уңыштары, юғары күрһәткестәре һәм ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Әләгәҙ ауыл Советын етәкләне. Бөтә йылдарҙа ла ҙур йәмәғәт эше алып барҙы. Атайыбыҙҙың да, әсәйебеҙҙең дә маҡтау грамоталары бик күп булды.

Әсәйебеҙ Сәхибә Хәкимйән ҡыҙы Әләгәҙ урта мәктәбендә хеҙмәт итте. Ул – педагогик хеҙмәт һәм тыл ветераны, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны. бөтә йылдарҙа ла йәмәғәт эше менән шөғөлләнде; бик күп уҡый, яҙа, яҡшы тегенә, бәйләй, сигә, тәмле итеп бешеренә, өйҙә барыһын да үҙе буята, ағарта торғайны – уның ҡулдары алтын һәм юморҙы бик яҡшы аңлай ине.

Әсәйебеҙ мәктәп һәм ауыл художестволы үҙешмәкәрлегенең иң әүҙем ҡатнашыусыһы һәм оҫта етәксеһе булды. Уның етәкселегендә татар һәм баш-ҡорт әҙәбиәте классиктарының тиҫтәнән ашыу спектакле ҡуйылды, уларҙағы төп ролдәр оҫталарса башҡарылды.

Уның “Беҙҙең тормош” район гәзитендә һәм “Ҡыҙыл таң”да баҫылған, ә һуңыраҡ, 2012 йылда “Онотолмаҫ йылдар” хикәйәләр йыйынтығында нәшер ителгән дуҫтары һәм ауылдаштарының йәшлеге, тормошо һәм яҙмыштары тураһындағы хәтирәләре бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Беҙҙең атай-әсәй ауылдың ғына түгел, ә район халҡының да абруйы һәм ихтирамы менән файҙаланды.

Улар беҙҙе – өс балаларын тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам итте. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ һәм һоҡланабыҙ. Ниндәй ҙә булһа өгөт-нәсихәт һәм вәғәз уҡымайынса, ә кәрәк ерҙә һәм кәрәк ваҡытында ысын мәғәнәһендә ярҙам итеп, улар беҙҙе ҙур тормошҡа аяҡ баҫтырҙы. Уларҙың йәшәү рәүеше, көндәлек хеҙмәте, кешеләргә ҡарата һөйөүе беҙгә ғүмеребеҙ буйына өлгө булып хеҙмәт итә. Бының өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙ улар-ҙы бик ныҡ юҡһынабыҙ. Улар-ҙың яҡты иҫтәлеге һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Ауыр тупраҡтары еңел булһын.

Уларҙы белгән һәм хәтерләгәндәрҙең барыһының да беҙҙең менән бергә йылы һүҙҙәр менән иҫкә алыуҙарын үтенәбеҙ.

Барлыҡ балалары һәм ейәндәре исеменән Әләгәҙ ауылынан ҡыҙҙары РЕЗИДА.