Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
18 Октябрь 2019, 12:00

Башҡорт халҡының бөйөк улы

Мостай Кәримдең тыуыуына – 100 йыл

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ғәжәп ҙур ижады – башҡорт халҡының рухи ҡаҙанышы һәм милли ғорурлығы. Башҡортостан халҡы уның тыуыуының 100 йыллығын билдәләй. Ул әҙәбиәтебеҙҙең данын бөтә Рәсәй, хатта бөтә донъя киңлегенә алып сыҡты.

Башҡорт әҙәбиәте тарихына исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған шағир 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Урта мәктәптән һуң Өфө педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Тәбиғи талант эйәһенең тәүге шиғыр-ҙар китабы 1938 йылда нәшер ителә. Ҡулына диплом алыуға, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ғүмерлек мөхәббәте Рауза ханымды, тыуасаҡ улын ҡалдырып ут эсенә инә. Ике тапҡыр I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә. Днепрҙа барған ҡанлы алышта яралана һәм мөғжизә менән иҫән ҡала. 8 ай госпиталдә дауаланған мәлдә үлемһеҙ “Үлмәҫбай” поэмаһын яҙа. Твардовскийҙың “Василий Теркин”ы кеүек башҡорт егете Үлмәҫбай һәм уның яуҙаштары әкиәт батырҙары үтәрҙәй батырлыҡтар эшләй. Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ яугирҙар йөрәгендә – дошманға нәфрәт, тыуған ергә, илгә, һөйгән йәрҙәренә сикһеҙ һөйөү. Үлем эргәлә генә, еңеүгә ышаныс шундай көслө. Яу тынған арала тыныс тормошта кеүек шаяндар, яҡындарына хаттар яҙалар, һөнәрҙәрен күрһәтеп, кәйефтәрен күтәрәләр.

Шағир бик күп әҫәрҙәрендә һуғыштың ҡот осҡос күренештәрен, дошмандың йыртҡыслыҡтарын һүрәтләү аша уҡыусыларҙа көйҙөргөс нәфрәт уята. Тыуған илгә һөйөү хисе халыҡҡа, боецтарға ҡеүәт, рухи көс бирә. Ҡоростар иреп янғанда ла, таштар онталғанда ла һалдат һаман алға бара, йәшәү көсө мәрхәмәтһеҙ үлемде еңеп сыға. Боецтарҙы дәртләндереү өсөн башҡорт халҡы тылдан башҡорт атлы дивизияһына хат яҙа. 23 йәшлек кенә Мостафа Кәримов ҙур яуаплылыҡ алып, һоҡланғыс “Башҡорт халҡына яуап хаты”н ижад итә. Был – оло тәүәккәллек һәм батырлыҡ. Яу ҡырындағы төрлө йәштәге яугирҙарҙың бай хис-тойғоларын халыҡсан тел, матур тасуирлауҙар, героик пафос менән асып бирә. Халыҡ өмөтөн аҡлап, дошманды дөмөктөрөп, еңеү менән ҡайтып төшөргә һүҙ бирә. Фронттан халыҡҡа ебәрелгән шиғри йыр-сәләм ул был хат. Еңеү көнөн Вена ҡалаһында ҡаршылай шағир.

Һуғыштан һуң “Европа-Азия” шиғыр-ҙар циклы, балалар өсөн “Өс таған”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повестары нисәмә быуында кешелеклелек, шәфҡәтлелек, изгелек тойғолары тәрбиәләне, эстетик зауыҡтарын нәфисләне. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында авторҙың бала саҡ хәтирәләре фәһемле һәм ғибрәтле итеп һүрәтләнә. Әҫәр 34 телгә тәржемә ителде.

Бөйөк Пушкиндың изге йән Аринаһы, Дантеның муза Лаураһы, Тургеневтың ифрат бай күңелле дуҫ крәҫтиәне булһа, М. Кәримдең оло инәһе, сағыл имәне бар. Кескәй Кендек – малайҙың ижад эшенә башланғыс һалыусы. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесының төп гүзәл образы – оло инәй. Халыҡтың һоҡланғыс сифаттарын йөрөткән иң күркәм зат. Ул ауылдың абруйлы кендек инәһе, юғары мәҙәниәтле, сабыр күңелле, ҡотло ҡуллы – торғаны аҡыл ҡаҙнаһы. Буласаҡ шағирҙы кескәй сағынан, ҡайҙа барһа, эйәртеп йөрөй, өгөт-нәсихәт, халыҡ аҡылын, яҡшылыҡты бала күңеленә һеңдереп бара.

Бына Кендектең сере бар, донъяға таратырғамы, юҡмы? Эсенә һыймаҫ серҙе 10 йәшлек бала оло инәйгә сисә. Мәрәһим менән Аҡйондоҙҙоң осрашыуын күрҙе, халыҡ дөрөҫтө һөйләгән икән. Инәй серҙе тыңлап, ғүмерлек һабаҡ бирә:

– Әҙәм ышанмаҫ һүҙҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә. Ғәйбәтсе тигән даның сығып, әҙәм көлкөһөнә ҡалыуың бар.

Шағир йәшәү дәүерендә үҙе сер һандығы булып, күп серҙәш дуҫтарын ихтирам итеп, серҙе үҙе менән ҡәбергә алып китте, шиғри юлдарға ла һалды.

Аҡыллыға серем систем –

Үҙе теләп улы итте;

Бер ахмаҡҡа серем систем –

Теләмәҫтән ҡоло итте.

Шағир оло инәһен гректарҙың мөхәббәт аллаһы Афродитаға тиңләй. “Инәйем Мәрәһим менән Аҡйондоҙҙоң мөхәббәтен ҡурсалаусы булған бит”,– ти. Оло инәй кеше психикаһын тәрән аңлаған кеше, ғәжәп бай тойғоло – мөхәббәтте бөтә нәмәнән өҫтөн ҡуя.

Повеста 30-сы йылдар һүрәтләнә. Автор халыҡтың юҡсыллыҡта, аслы-туҡлы йәшәүен 10 йәшлек Кендек хәтирәләре аша һүрәтләй.

Мостай Кәрим шағир булып әҙәбиәткә килеп инде. Прозаик, публицист, тәржемәсе, йәмғиәт эшмәкәре, талантлы драматург, аҡыл эйәһе булып дан ҡаҙанды. Ярты быуаттан ашыу илебеҙ, республикабыҙ сәхнәләрендә драмалары тулы залдар йыя. Илленсе йылдарҙа “Яңғыҙ ҡайын” драмаһы, “Ҡыҙ урлау” комедияһы халыҡты ҡыуандырып, йәшәү йәмен арттырҙы. 1967 йылда яҙыл-ған “Айгөл иле” сәнғәт донъяһына оло асыш, яңылыҡ алып килде.

Драмаларҙан һуң М. Кәрим донъя әҙәбиәте трагиктары традицияларын тәрән өйрәнеп, ҙур яуаплылыҡ менән трагедия жанрына мөрәжәғәт итә. В. Г. Белинский трагедияны драматик поэ-зияның тажы тип атай. Сөнки унда оло яҙмышлы, ҙур йөрәкле героик характер үҙәктә тора, иң үткер социаль-тарихи конфликт сағылдырыла.

Мостай Кәрим халҡына ғүмер буйы хеҙмәт итте. Ул Мәскәү трибунаһынан Башҡортостаныбыҙ, тарихыбыҙ, милләтебеҙ хаҡында мәртәбәле һүҙ әйткән абруйлы уҙаман. Халыҡ уның һүҙҙәренә ышанды, уның артынан эйәрҙе.

Әҫәрҙәре тиҫтәләрсә том булған кеүек, маҡтаулы исемдәре лә бихисап, бер нисәһен генә әйтеп үтәйек. С. Юлаев исемендәге дәүләт, М. Шолохов исемендәге халыҡ-ара, К. С. Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премиялары, Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы дипломға лайыҡ булды. Депутат та, Яҙыусылар берлеге рәйесе лә.

Инглиздәрҙең Шекспиры, урыҫтар-ҙың бөйөк Пушкины, итальяндарҙың Дантеһы булһа, беҙҙең бөйөк аҡыл эйәһе Мостайыбыҙ бар.

Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА.