Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
16 Октябрь 2019, 12:00

“Толпар” лагеры – уңыш территорияһы

Мәсетле районы уҡыусылары бөтөн республиканан һәләтле балалар килгән “Толпар” лагерында булды.

Беҙҙең райондан ундай хөрмәткә дүрт кеше лайыҡ булды: Түбәнге Бобин мәктәбенән Софья Кобякова (8-се класс) һәм Кирилл Рамазанов (9-сы класс), шулай уҡ Әжекәй мәктәбенең унынсы класс уҡыусылары Алина һәм Лиана Әсбаповалар. Смена 16 сентябрҙән 29-ына тиклем дауам итте. 8-се клас-тан 11-сегә тиклем барлығы биш отряд булды.

Көн тәртибе ғәҙәти лагерҙағы кеүек ине, ләкин уның шаҡтай өлөшөн информатика һәм математика буйынса занятиелар биләне. Информатика дәресе алдынан беҙ интернет-тест үттек, беҙҙе ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ буйынса төркөмдәргә бүлделәр. Берәүҙәр компьютер уйындары булдырыуҙы, икенселәр сайттар төҙөүҙе өҫтөн күрҙе.

Математикала беҙ “Ньютон биномы һәм Паскаль өсмөйөшө” кеүек темалар, Буль алгебраһы функциялары, константа һәм дискриминант менән квадрат тигеҙләмәләр, коммутативлыҡ, ассоциативлыҡтар һәм башҡа күп нәмәләрҙе өйрәндек.

Күнекмәләрҙән һуң һәр төрлө академсәғәттәр: спорт секциялары (волейбол, баскетбол, футбол), беләҙектәр (“фенечки”) үреү, сигеү, тегеү, уйын медиа үҙәктәре (ИМЦ) башланды.

Шунан киске сараға әҙерләндек. Беҙҙең менән вожатыйҙар, республика вуздары студенттары эшләне. Сараны жюри баһаланы, призлы урындар өсөн балдар иҫәпләп яҙылды, уларҙы һәр төрлө бонустарға сарыф итергә мөмкин ине. Мәҫәлән, йоҡларға ятыу иғлан ителгәндән һуң фильм ҡарау. “Визитка”, “Семья”, “Переговоры” кеүек уйындар, Театр көнө, “Золушка”, “Колобок”, “Царевна-лягушка” әкиәттәренең яңы версияларын күрһәтеү иҫебеҙҙә ҡалды.

Өфө авиация-техник университетына сәфәр күңелле булды. Унда беҙгә мини-спутник тураһында фильм күрһәттеләр, авиадвигателдәр тураһында һөйләнеләр, математик һәм компьютер моделләштереү һөҙөмтәләрен өс үлсәүле визуалләштереү секторы кабинетына, аддитив технологиялар уҡыу-ғилми лабораторияһы (3D принтер), мехатрон һәм робот-техник системалары лабораторияларына экскурсия үт-кәрҙеләр.

Лагерҙа бик оҡшаны, беҙ яңы дуҫтар булдырҙыҡ. Күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы нәмәләр белдек.

Софья КОБЯКОВА һәм Кирилл РАМАЗАНОВ, Түбәнге Бобин мәктәбе уҡыусылары.