Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
15 Октябрь 2019, 17:00

Туҡбайҙар юғарыла булды

Салауат Юлаевтың поэтик мираҫы декламаторҙары зональ конкурсы быйыл 10-сы тапҡыр ойошторолдо. Ул Малаяҙ ауылында Салауат Юлаевтың хәтер көнөнә ярашлы үтте. Мәсетле уҡыусыларының конкурстағы уңыштары тураһында беҙгә Туҡбай мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфирә Вәлиева яҙып ебәргән.

“Милли батырыбыҙ, шағир-импровизаторға арналған сараларҙа уңышлы ҡатнашып, Мәсетле уҡыусылары ҙур тәьҫораттар, яҡшы һөҙөмтәләр менән әйләнеп ҡайтҡан.

Был көндө республиканың Төньяҡ-Көнсығыш уҡыусылары һәм Свердловск өлкәһе Красноуфимск районынан килгән студенттар өсөн музейға экскурсия ойошторола, улар милли геройыбыҙҙың хәтер көнөнә арналған митингта ҡатнаша. Бөтә ошолар халҡыбыҙҙың үткәненә ҡыҙыҡһыныу уята, рухи ҡиммәттәрҙе баһаларға һәм ихтирам итергә өйрәтә.

Йөҙҙәре балҡып, ғорурланып, күҙҙәренән ут сәсеп торған конкурсанттарҙың шиғырҙарҙы яратып, дәртләнеп, илһамланып һөйләүе һәм милли кейемдәрҙә сығыш яһауы барыһына ла оҡшай. Тыуған ерҙең матурлығын, ялан-ҡырҙар киңлеген, тау-урмандар хозурлығын, йылға-күлдәр сафлығын данлаған, шулай уҡ тетрәндергес яу ҡырҙарын хәтерләткән шиғырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Конкурс булғас, жюри тарафынан иң-иңдәр билдәләнә. Тулҡынландырғыс ижади бәйгелә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн районыбыҙҙың Яңы Мишәр мәктәбенән Ләйсән Ибраһимоваға (уҡытыусыһы Гүзәлиә Нотфуллина) өлкән йәш төркөмөндә Почет грамотаһы менән иҫтәлекле бүләк тапшырыла.

Уртансы йәш төркөмөндә күп тапҡыр район һәм төбәк-ара конкурстар еңеүсеһе, Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Инсаф Вәлиев (етәксеһе Флорида Сәлихова) Гран-при яулай. Инсафтың үҙен ғорур тотоп, көслө тауыш менән үҙенсәлекле шиғыр һөйләүе, сығышын йәнләндереп, оҫта итеп ҡумыҙҙа уйнауы жюри ағзаларын да, ҡатнашыусыларҙы ла һоҡландыра.

Туҡбай мәктәбенең ҡыйыу, дәртле, тасуири сығыш яһаусы 4-се класс уҡыу-сыһы Эмиль Моратшин (Гөлфирә Вәлиева) кесе йәш төркөмөндә икенсе урын ала. Ул былтыр ҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр төбәк-ара бәйгеһендә призлы урын яулаған.

Ошондай шәп уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә уларға яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләп ҡалабыҙ”.