Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
14 Октябрь 2019, 18:02

Гөл-сәскәле ауыл хужабикәләре

Әжекәй ауылы йылдан-йыл күркәмерәк була бара. Бында, һис шикһеҙ, төп баһа – халыҡҡа. Улар тыу-ған ерҙәренә, атайсалдарына һөйөү, хеҙмәттә талым-һыҙлыҡ менән айырылып тора.

Ауылдаштарым өйҙәренең тирә яғын төҙөкләндерә, сүкеп яһалған заманса ҡап-ҡалар, ҡоймалар, беседкалар ҡуя. Ауылға килеп инеү менән сәскәләрҙең муллығы һәм күп төрлөлөгө күҙгә ташлана. Аллы-гөллө баҡсалар һәм клумбалар бында һәр ерҙә осрай, уларҙың сағыу сәскәләре хатта ҡояшһыҙ көндәрҙә лә күҙҙең яуын ала.

Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыл һайын “Иң яҡшы ихата” конкурсы уҙғара. Быйыл эшләп йөрөүсе гүзәл заттар араһынан Розалия Мөжипованың, Рәмзиә Әхләкованың, Анфиса Нәсибуллинаның, Зөлфиә Әсбапованың, Әнисә Насретдинованың, Дания Әфләтунованың, Илүзә Әсбапованың, Луиза Әхйә- мованың, Альбина Солтанованың һәм Раушания Хажиеваның ихаталары бигерәк тә күркәм булды.

Хаҡлы ялдағы Мөнирә Шамакованың, Рәфизә Ғәтиәтуллинаның, Римма Вәхитованың, Зәлиә Саҙиҡованың, Алһыу Хисмәтованың һәм Хәҙисә Әхйәмованың йорттары бик тәрбиәле һәм гөл-сәскәле.

Ауылыбыҙҙың оҫта гүзәл заттары араһында яңы ғына тәжрибә туплай башлаған, әммә ярайһы уҡ һөҙөмтәләргә ирешкәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Мөнирә Шамакова матур итеп ҡорған донъялары менән маҡтана ала. Ул 1961 йылда тыуған. Тормош иптәше менән 28 йыл Нижневартовск ҡалаһында йәшәгәндәр һәм эшләгәндәр. Ике бала тәрбиәләп, уларға яҡшы белем алырға ярҙам иткәндәр. 2011 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылдары Әжекәйгә әйләнеп ҡайттылар. Яҡшылап урынлашып, ҡәйнәһен ҡаранылар, ейәндәрен тәрбиәләргә ярҙамлаштылар. Яратҡан эшенә тотонорға ваҡыты бик үк етеп бармай ине. Күптән түгел хыялын тормошҡа ашыра башланы – һәр сәскәнең үҙенсәлеген өйрәнеп, ҡыҙыҡлы композициялар уйлап сығарҙы.

– Сәскәләр күңелемде һөйөндөрә. Улар менән һөйләшергә яратам. Тик бына йәй генә ҡыҫҡа, – ти Мөнирә Абдрахман ҡыҙы.

Тағы ла ул ҡул эштәренә оҫта. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә сәйлән менән картиналар сигә.

Ошондай гүзәл заттарҙың тырышлығы менән ауылыбыҙ йәмле.

Гөлназ ӘХЙӘМОВА,

Әжекәй ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.