Дуҫтарһыҙ йәшәп буламы? Тормошобоҙ дуҫ һәм туғандар менән яҡшы мөнәсәбәткә, изге ғәмәлдәргә, хөрмәткә һәм бер-береңә ҡарата һөйөүгә ҡорол-ған.
Район гәзите менән ҡырҡ йылға яҡын дуҫлығыбыҙ осоронда мин байтаҡ мәҡәләләремде хеҙмәт уңыштары һәм хәрби батырлыҡтары менән айырылып торған ауылдаштарыма, яҡташтарыма арнаным. Был дөрөҫ тә. Улар үҙ иңдәрендә бар ауырлыҡтарҙы күтәргән, улар көсө менән илебеҙ аяҡҡа баҫҡан, күтәрелгән.
Хәҙер хеҙмәт ветераны, ауылыбыҙ кешеһе, әсә, ҡатын, ҡасандыр гөрләп торған “Мәсәғүт” совхозы икмәк бешереү цехының иң өлкән хеҙмәткәрҙәренең береһе тураһында яҙам. Антонина Алексеевна Бунакова 30 йылдан ашыу эҫе мейес янында торған, он тултырылған 70 килограмм ауырлыҡтағы тоҡтар ташыған, ҡамыр баҫҡан һәм бешерегән дә бешергән.
Икмәктең хуш еҫе бар ауыл-ға тарала ине, ә Әләгәҙгә килгән район халҡы, беҙҙең икмәкте тәмләп ҡарағандан һуң, уны ҙур теләк менән һатып алдылар, өйҙәренә алып ҡайтып, ғаиләләрен, күршеләрен һыйланылар.
Уның кеүектәр тураһында алтын ҡуллы, тиҙәр. Ул йомарт һәм һөйөклө әсәй, әхирәт, ауыр саҡта иптәш, туғандарына, яҡындарына һәм күршеләренә терәк.
Һиңә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Яҡшылығың, изгелегең өсөн
Шатлыҡтарҙа үтһен көндәрең.
Һинең өсөн гөлдәр сәскә атһын,
Тыныс булһын кисең, таңдарың.
Һайрар ҡоштар һинең өсөн генә
Аҡ бәхеттәр һиңә юлдаш булһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Һаулыҡ-бәхет, ҡыуаныста ғына
Гөрләп үтһен бөтә ғүмерең!