Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
5 Сентябрь 2019, 14:00

Хөрмәткә лайыҡ тормош юлы

Сабира Әхмәтшина Дыуан-Мәсетле ауылының иң өлкән кешеһе. Быйыл уға 96 йәш тул-ған. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул үткән йылдарҙағы ваҡиғаларҙы, аралашҡан кешеләренең исемдәрен хәтерләй. Ауылдаштары уны хөрмәт итә, оҙон ғүмерле һәм изгелекле булыуы менән һоҡлана.

Сабира инәй Ясин ауылында тыуған.

– Атайым эшсән булды. Уның Гәрлән һәм Күксәй исемле ике аты була торғайны. Шулар менән ер эшкәртте. Аттары шәп булды, – тип хәтерләй ул.

Уның бөтә хеҙмәт юлы ауыл хужалығында үткән. Эшкә иртә башлай. Хәтерләүенсә, ун йәшендә өлкәндәр менән баҫыуға сығып, башаҡ сүпләй.

– Эштең береһен дә ҡалдырманыҡ.Ҡайҙа ҡушалар, шунда эшләнек. Бесән саптыҡ, ураҡ урҙыҡ, көлтә бәйләнек, ашлыҡ киптерҙек, – ти 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә Сабира инәй.

Ул 17 йәшендә Дыуан-Мәсетле ауылының алдынғы механизаторы Миңлеғәфүр Шаһи-әхмәт улына кейәүгә сыға. Тик йәштәргә тиҙҙән айырылырға тура килә. Һуғыш башлана. Был көндө Сабира инәй яҡшы хәтерләй:

– Бөтә халыҡ һабантуйға йыйылған ине. Бер ваҡыт, һуғыш башланған, таралышығыҙ, тип хәбәр иттеләр.

Былай ҙа ауыр барған тормош тағы ла ҡатмарлаша. Миңлеғәфүр Шаһиәхмәт улын шул йылды уҡ һуғышҡа алмайҙар. Ул ваҡытта тракторсыларға бронь бирәләр, сөнки армияны туй-ҙырыр өсөн икмәк үҫтереүселәр кәрәк бит. Һуғышҡа ул 1942 йылдың сентябрендә китә. Уҡсылар дивизияһы составында Сталинград янында һуғыша. Унан яраланып ҡайта: снаряд ярсығы уның уң ҡулын зәғифләй. Шулай уҡ ул ғүмере буйы башында пуля йөрөтә. Алырға рөхсәт итмәй, ҡамасауламай, ти. Тыныс тормошта колхозда бригадир, сельпола ҡарауылсы булып эшләй.

Сабира инәй 55 йәшендә тол ҡала, ләкин күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ете балаһына аяҡҡа баҫырға ярҙам итә, уларға терәк һәм таяныс була. Йылдар үтеү менән нәҫелде дауам итеүсе ысын “гвардия” үҫеп килә – уның 13 ейән-ейәнсәре, 16 бүлә-бүләсәре һәм ике тыуа-тыуасары бар.

Бөгөнгө көндә Сабира инәй үҙ аллы йәшәй. Ауылда йәшәгән улы Дамир менән килене Элиза – уның терәк-таянысы. Ситтә йәшәгән балалары ла һәр саҡ ҡайтып, ярҙамлашып тора. Яҡын кешеләренең һөйөүе, иғтибары һәм хәстәрлеге – Сабира инәй өсөн иң мөһиме.

Өлкән йәштәге кешеләрҙең күбеһе ҙур һәм ҡатмарлы тормош юлы үткән. Сабира инәй-ҙең уны намыҫ менән, яҡындарының хөрмәтендә үтеүен билдәләп үтергә кәрәк.