Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
3 Сентябрь 2019, 13:00

Ауыл йәме – ҡыҙҙар, килендәр

Әбдрәхим ауылында “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” исемле байрам үткән. Уны “Ағинәйҙәр” ҡоро ойошторған. Был турала беҙгә Сәғиҙә Мөхәрәмова яҙа.

“Ир бала, ир-егет йорт терәге булһа, ҡыҙ бала, әсәй, килен һәм өләсәйҙәр өй биҙәге, тиҙәр. Байрамға Әй һыуҙарын эсеп, туғай-ҙарында еләк, бесән йыйып үҫкән ҡунаҡтар күрше өлкә һәм республикаларҙан ҡоштарҙай талпынып тыуған ауылына ҡайтып төштө. Уларҙы күҙ яуын алыр-ҙай ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡаршы алды. Зал тамашасылар, ҡунаҡтар менән тулды. Сара барышында ауылдың бөгөнгө проблемалары, халыҡтың тын алышы, кемдәр нисек йәшәй һәм эшләй – барыһы ла бөтә тулылығында күҙ алдына килтерелде. Исемләп һөйләп киткән һәр ауыл эшсәненә арнап концерт номер-ҙары башҡарылды.

– Ауылыбыҙ уңышлы. Өр-яңы мәктәптә белем алабыҙ, яңы клубта ял итәбеҙ, күңел асабыҙ, китап-журналдар уҡыйбыҙ. Аҫыл ир-егеттәребеҙ иман йорто – мәсет төҙөй башланы. Быйыл ғына эш башлаған старостабыҙ Иҙелман Айсин яңы идеялар менән янып йөрөй. Уның маҡсаты – ауылды өлгөлө һәм айыҡ итеү.

Ауылыбыҙ тырыш һәм уңған халҡы менән йәмле. Фермерҙар Илдус, Илгиз һәм Азамат Мофазаловтар, Илнур һәм Илфат Таһировтар, аталы-уллы Клим һәм Владик Нуриевтар – үҙ еренең патриоттары. Заманса йыһазландырылған билмән цехы хужалары Гүзәл Ғәлимйән ҡыҙы, уның улдары Илнур, Илдус, Илгиз Зиннәтуллиндарҙың уңыштары ҡыуаныслы. Улар мәрхүм аталары Искәндәрҙең эшен дауам итеүселәр. Атай юлын ҡыуған балалар борондан хуплана хал-ҡыбыҙҙа, – ти әбдрәхимдәр ауылдаштары менән ғорурланып.

Ауыл имамы Сәғит Таһиров мәсеттең нигеҙен, стенаһын күтәрергә булышҡандарға, матди ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәт белдерҙе. Мәсет ишектәрен асыу өсөн күп сығымдар кәрәклеген әйтте. Ул урман хужалығына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп, ағас алыуға иреште, документтар юлланы. Мәсет халыҡтан йыйған аҡсаға төҙөлә, ярҙам әле лә бик кәрәк.

Ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин юбилярҙарға, ауыл активистарына маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зилә Миндибаева иң өлкән һәм хөрмәтле инәйҙәрҙе тәбрикләне. 94 йәшен тултырған Бибиямал Мөхәмәтова ауылдың иң өлкән кешеһе. Ул 34 йәшендә генә тол ҡалып, дүрт баланы аяҡҡа баҫтырған сабыр әсә. Хәтирә Әсҡәрова, Яңылбикә Зиннәтуллина һәм Йәмилә Ғәләүетдиновалар 90 йәштәре менән бара. Улар барыһы ла ауыр эштәрҙән ҡурҡмай, ҡайғы-хәсрәттәрҙе сабыр кисереп, гүзәл балалар үҫтергән. Шөкөр, бөгөн балалары хөрмәтендә ҡыуанып көн күрәләр. Кисәне алып барыусылар иң оҙаҡ парлы ғүмер кисереүсе Фәниә һәм Иҙелбай Ғәүнетдиновтар, “Баш-ҡортостандың 100 маҡтаулы исеме”нә индерелгән атҡаҙанған колхозсы Мәсҡүҙә Мофазалова һәм ауылға килен булып төшөүсе башҡа ҡатындар тураһында һөйләне. 14 ҡыҙ бәхетен ауылда тап-ҡан.

Ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙар әхирәттәре менән күрешеп ҡыуанды. Ауылдаштарына йырҙар, шиғырҙар бүләк итте, балалыҡ, йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты. Улар сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

Ҡыҙҙар ҡай тарафта ғына йәшәмәһен, маҡтаулы хеҙмәт юлында, тырышлыҡтары менән абруй яулаған. Медицина өлкәһендә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Сажиҙә Мөхәмәтова һәм Рәмилә Ғафарова район үҙәгендә йәшәйҙәр. Ира Мөхөбуллина, Алһыу Зиннәтуллина, Гөлмәрйәм Әхмәтханова, Резеда Ҡорбанова – шәф-ҡәт туташтары, Гөлфиә Зиннәтуллина Йонос ауылындағы Һаҡлыҡ банкында хеҙмәт итеп, абруй һәм хөрмәт яуланы. Гөлшат Ахунова Ҡазан авиация заводында эшләне. Гүзәл Сабирйә-нова – төҙөүсе. Сәриә Зиннәтуллина, Ғәлиә һәм Йәүһәрә Таһировалар, Лилиә Мөхөбуллина, Миләүшә Ғәүнетдинова – мәғариф өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәрҙәре. Миңлеғаян Ханова-Исламова район ветеринария участкаһын оҙаҡ йылдар етәкләгән.

– Олатайым Исламетдин хаж ҡылған диндар кеше булды. Ул йәшәгән ике ҡатлы йорт әле лә ултыра. Шуны мәсет итәһем килгән ине, тик документ юллау буйынса эштәр килеп сыҡманы, – тине ул әсенеп. Иман йортон төҙөүселәргә рәхмәт белдереп, бер айлыҡ пенсияһын һалды.

Байрамдың махсус ҡунағы – Балаҡатай районының мәҙәниәт хеҙмәткәре Нуриза Нәжметдинова сараға ҙур баһа бирҙе:

– Сажиҙә Фәйзрахманова кеүек ойоштороусылар булғанда әллә ниндәй кисәләр үткәрергә мөмкин. Ул Мансур Фәтихов гармунында уйнап ебәрһә, бейемәҫ ерҙән бейерһең. Йырсылар, Йонос ауылының фольклор төркөмдәре һоҡланғыс сығыш яһаны. Һеҙҙә милли рух көслө. Байрам дан килеп сыҡты, – тине ул.

Өлгөр килен, яңылыҡҡа ынтылыусы китапхана мөдире Гөлфиә Фәтҡуллина ҡунаҡтарҙы сәй табынына саҡырҙы. Бында ла уңғандарҙың бәлеш-шәнкәләре табын йәме булды. Шулай итеп, ҡыҙҙар ауылға дәрт, байрам бүләк итте”.