Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
21 Август 2019, 13:00

Оҫта ҡуллы олатайым

Гәзит редакцияһына иҫтәлекле ваҡиғалар һәм яҡшы кешеләр тураһында райондаштарыбыҙҙан хаттар күп килә. Бына уларҙың береһе.


Ул 1939 йылда тыуған. Әжекәй мәктәбендә 7 класс тамамлағас, уҡыуын Оло Аҡа урта мәктәбендә дауам итә. Һуңынан Бәләбәй ҡалаһындағы киномеханиктар мәктәбен тик “бишле” билдәләренә генә тамамлай. Ауыл клубында кино күрһәтә. Тормошоноң ул мәле тураһында 2016 йылда “Мәсетле тормошо” район гәзитендә Кино йылына арнал-ған бер нисә мәҡәләһендә бәйән итеп үтте.

1963 йылда Өфө ауыл хужалығы институтына ауылда эшләп йөрөүсе студенттарҙы ҡабул итәләр һәм олатайым “Зоотехния” факультетына уҡырға инеп, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Әжекәй ауылының “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозында баш экономист булып эш башлай.

Олатайым ҡымыҙ фермаһы ойоштора. Уның өсөн район буйлап бейәләр йыйыуы тураһында күп тапҡырҙар һөйләгәне бар. Һуңынан Оло Аҡа ауылында ҡымыҙ фермаһы ойоштора. 1970 йылда Советтар Союзының Коммунистар партияһына инә. КПСС сәйәсәтен пропагандалаған өсөн почет грамотаһы ла бар уның. 1982 йылда Әжекәйҙә ауыл Советы ойошторола, 1992 йылда олатайым Әжекәй ауыл Советына депутат итеп һайлана.

Ул улдары Марат, Салауат (минең атайым) һәм Ринат менән берлектә ауылда иң беренсе булып “Йәйғор” фермер хужалығы ойоштора. Улдары бөгөн дә Әжекәй ауылында уңышлы донъя көтәләр һәм эшләйҙәр.

Олатайым фермер хужалыҡтарының район йәмғиәтен етәкләй, был йәмғиәттең рәйесе була.

1996 йылда улдары менән берлектә ауылда тәүге шәхси магазин аса.

Өҫтәүенә, олатайым – яҡшы умартасы ла. Ауылда иң күркәм өй – уныҡы. Матур итеп һырлап эшләнгән өйөнөң фотоһы хатта беҙҙең мәктәптә бар. Алтын ҡуллы олатайым бөгөн дә ағас һәм пластик таҡталарҙан биҙәктәр киҫеп яһай. Бик матур тәҙрә йөҙлөктәре эшләй, ишек, ҡапҡа һәм ҡоймалар биҙәй. Өйөндә өҫтәл, ултырғыстар, карауат, гардиндар кеүек бөтә мебель ағастан һәм уның оҫта ҡулдары менән эшләнгән. Олатайым замана менән бергә атлай – йыш ҡына интернет менән файҙалана, мин уға был эштә теләп ярҙам итәм. Мин һәм ауылдаштарым уның менән ғорурланабыҙ, сөнки ул тыуған Әжекәй ауылы өсөн яҡшылыҡты күп эшләгән. Бына шундай минең олатайым Марс Ҡыям улы”.