Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
31 Июль 2019, 14:00

Тоғро ҡатын, изге күңелле әсәй, һоҡланырлыҡ өләсәй

Ошолай тип башларға булдым мин яҙмамды әхирәтем, коллегам Рәзилә Ризан ҡыҙы Фәрхетдинова тураһында.

Ауылдарҙа күпселек ҡатын-ҡыҙ – килгән килендәр. Рәзилә әхирәтем дә шулай уҡ Теләш ауылы килене. Йәмле Ҡорғат ауылында тыуып үҫкән ул. Ғаиләлә тәүге бала булып, ике ҡус-тыһын тәрбиәләргә булышып, уларҙы ҡурсалап үҫкән. Ҡорғат һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлаған Рәзиләне һәм бер нисә класташын артабан белем алыу теләге күрше Свердловск өлкәһенең Суханка урта мәктәбенә илтә. Һәр ваҡыт тырышып уҡыған Рәзилә уҡытыусы булыу теләге менән яна. Мәктәпте тамамлағандан һуң, оҙаҡ уйлап тормай, Бөрө ҡалаһындағы педагогия институтының математика факультетына уҡырға инә.

Уҡыған биш йыл биш көндәй үтеп тә китә. 1976 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес ҙур дәрт менән Теләш урта мәктәбендә эш башлай. Күптән дуҫлашып йөрөгән Рәйес Мансур улы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, матур итеп тормош көтә башлайҙар. Ошо ваҡыттан башлана ла инде беҙҙең танышлыҡ һәм дуҫлыҡ.

Рәзилә Ризан ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу, ул да булһа эшкә урынлашыу тураһында яҙыу һәм, хаҡлы ялға китеү сәбәпле, эштән бушатылыу тураһында бойороҡ.

Ғүмер буйы бергә эшләнек Рәзилә Ризан ҡыҙы менән. Бер урамда йәшәгәнлектән, эшкә лә бергә йөрөй инек. Бер-бер артлы балалар тыуа торҙо, уларҙы балалар баҡсаһына йөрөттөк. Балалар ҙа аралашып, дуҫ, татыу булып үҫтеләр, уларҙың туйҙарын бергә үткәрҙек. Серҙәребеҙ уртаҡ булды. Тормош юлдаштарыбыҙ туған булғанлыҡтан, беҙҙе дуҫлыҡтан тыш туғанлыҡ ептәре лә бәйләне.

Хәҙер инде Рәзилә Ризан ҡыҙы менән Рәйес Мансур улының татыулыҡта ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә – 43 йыл. Өс ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, белем биреп, уларҙы төрлө тарафтарға оҙаттылар.

“Атайҙан күргән уҡ юнған, әсәйҙән күргән тун бескән”, – тигән кеүек, балалары ла эшсән һәм тырыш булып, ныҡлы ғаилә ҡорҙолар. Олатай менән өләсәйҙе ҡыуандырып, ун ейән-ейәнсәр бүләк иттеләр. Йәйге каникул ваҡытында әхирәтемдең йорто шат күңелле бала-саға тауышы менән тула. Ейән-ейәнсәрҙәр – өләсәй менән олатайҙың ҡыуанысы. Баҡсалағы еләк-емеште йыйырға, утарға, көтөү көтөргә булышалар, бәпкәләр үҫтерешәләр.

Ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай Рәзилә. Өй алдында хуш еҫтәрен бөркөп аллы-гөллө сәскәләр күҙ яуын алып ултыра, өй эсендә бихисап гөлдәр йылы нурлы өйгә йәм өҫтәйҙәр.

Ҡул эшенә лә бик оҫта: бәләкәй сағынан селтәр, матур яғаларҙы үҙенә үҙе бәйләгән. Ҡыш-ҡы оҙон кистәрҙә балаларына, ейәнсәрҙәренә биҙәкләп матур-матур бейәләйҙәр, ойоҡтар, кофталар, ултырғыс ябыуҙары бәйләй, пледтарға ла тотонорға ҡурҡмай.

Рәзилә Ризан ҡыҙы менән Рәйес Мансур улы заманса йәшәргә тырышалар. Өйҙәрен үрнәкле итеп тоталар. Гәзит-журнал уҡыр-ға ла ваҡыт таба Рәзилә Ризан ҡыҙы. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, компьютерҙа эшләргә лә, заманса сенсорлы телефон ҡулланырға ла өйрәнде. Йәйге эштәр бөткәс, ҡыш буйы скандинав йөрөшө менән мауыға, көнөнә 5 км юл үтәлер үҙе кеүек йөрөүселәр менән. Сәләмәтлек өсөн файҙаһын күрә ул уның.

Теләш урта мәктәбендә эшләгәндә лә һынатманы. 33 йыл буйына иң яуаплы, ауыр предмет – математика фәненә өйрәтте балаларҙы, фәнгә һөйөү тәрбиәләне. Күп уҡыусылары яратҡан уҡытыусыһының һөнәрен, эшен дауам итеүселәр булып киттеләр, юғары уҡыу йорттарына ингәндә математика фәненән имтихан тапшырыуҙы һайланылар. Ата-әсәләрҙән дә гел рәхмәт һүҙҙәре генә ишетте. Уҡытҡан уҡыусыларының килеп күрешеп, хәл белешеп китеүҙәре – ҙур ҡыуаныс уның өсөн, иң оло награда.

– Йәш саҡтарҙа тормош еңел булманы, – тип иҫкә ала әхирәтем.

Мәктәптән көнө буйы ҡайтып булмай, сөнки уҡыу ике сменала алап барылды, кластарҙа балалар һаны бик күп. Үҙенең балалары бәләкәйҙәр, тормош юлдашы водитель булғанлыҡтан, көнө-төнө юлда. Йорттағы эштәр ҙә күп ваҡыт ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшә. Йәй көндәрендә мал-тыуарға бесән әҙерләү кеүек эштәр ғүмерлеккә онотолмай. Ҡәйнәһе менән 9 йыл бергә татыу йәшәп, уны тәрбиәләп, баҡыйлыҡҡа оҙатты.

– Хәҙер тормош еңеләйҙе. Өйҙәрҙә – газ. Эҫе һәм һыуыҡ һыу ағып тора. Ҡыуанып, сәләмәтлек менән йәшәргә лә йәшәргә, – ти Рәзилә Ризан ҡыҙы. Күршеләренә, дуҫ-иштәренә йөҙө лә, ишеге лә асыҡ уның.

Дуҫлыҡ күпере һалыусы игелекле, уңған ауыл килендәре йәшәһен!

Гөлсара ҠАЗЫЕВА,

Теләш ауылы.