Ишегемә сираттағы шылтыратыуҙан һуң, участка терапевы Фәнил Ҡалмыр-ҙин менән шәфҡәт туташы Татьяна Могильникованы күреп ғәжәпләндем.
Иң беренсе, табип ипле генә итеп үҙе менән таныштырҙы, килеүенең маҡсатын әйтеп бирҙе – өй беренсә йөрөп халыҡ араһында сирҙәрҙе иртә стадияһында асыҡлау һәм иҫкәртеү. Әңгәмә ваҡытында ғаилә ағзаларыбыҙҙың һуңғы тапҡыр ҡасан һәм нисек флюорография, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау бүлмәһен үтеүе, бөтә прививкалар ҙа яһал-ғанмы икәнлеге хаҡында һорашты.
Фәнил Ҡалмырҙин – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 30 йыл эш стажы булған ҙур тәжрибәле табип. Ғаиләһе менән беҙҙең районға күсеп килеп (үҙе ул Ғафури районынан), үҙенең бар көсөн һәм тәжрибәһен кешеләрҙе сәләмәтләндереү өсөн ҡуллана. Ул дарыуҙар яҙып биреү менән генә сикләнмәй, ә файҙалы кәңәштәр ҙә бирә, кешеләрҙең күңелдәрен сәләмәтләндерергә тырыша. Шуға күрә дауаханабыҙ эшләй һәм талантлы яҡшы табиптар бөтмәгән әле, улар көнө-төнө һаулыҡ һағында тора, тип ышаныслы әйтергә була.
атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.