Хаҡлы ялға сыҡҡас, 1-се лицей музейын етәкләй. Тын-ғыһыҙ, ауыл һәм район тарихына битараф булмаған кеше эше өсөн янып-көйә. Музейҙы хаҡлы рәүештә уның рухи тәжрибәһен һаҡлаусы һәм мәктәп ғорурлығы тип атарға мөмкин.
Уның етәкселегендә уҡыу-сылар һәм уҡытыусылар коллективы менән бергә бихисап экспонат, шул иҫәптән ата-бабаларыбыҙҙың көнкүреш кәрәк-яраҡтары (иләүестәр, туҡыу станоктары, үтектәр һәм башҡалар) йыйылған. “Ауылда тәүге хеҙмәт коммунаһы тарихы”, “Пионер ойошмаһы йылъяҙмалары” һәм “Мәктәп тарихы” темалары буйынса стендтар булдырылған. Шул арҡала музей республикала иң яҡшылар иҫәбенә ингән.
Нина Александровна арҙаҡлы кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, яугир-интернационалистар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторған экскурсоводтарҙың бер нисә быуынын әҙерләгән. Ул эшләгән ваҡытта Башҡортос-тандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов музейҙа булып китә. Бөтә ошо эштәр балаларҙы берләштерә, уларҙа Тыуған илгә, тыуған яҡҡа һөйөү һәм мәктәптәре өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй.
Уның эшкә мөнәсәбәте, юғары профессионаллеге бик күп грамоталар менән билдәләнә. Нина Александровна – ул талантлы педагог һәм һоҡланғыс кеше.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры.