– 1966 йылда Мәсетле районының Ғүмәр ауылында тыуғанмын. Дүрт ағайым һәм бер апайым бер-беребеҙгә һәр саҡ терәк булып үҫтек. Атай скрипкала, мандолинала яҡшы уйнай ине. Беҙгә баян менән гармун алып, уйнарға өйрәтте. Кистәрен бөтә ғаилә бергә йыйылғас, атайыбыҙҙың скрипкаһына ҡушылып уйнай-йырлай торғайныҡ, – ти Илдар.
Мәктәп йылдарында Илдар спорт менән шөғөлләнә. Ул саңғы, еңел атлетика буйынса райондың иң яҡшы спортсыларының береһе була. Мәктәпте тамамлап, бер йыл колхозда эшләгәндән һуң, 1984 йылда армия сафына алына.
– Урта Азия сик һаҡсылары отрядында хеҙмәт итә башланым, – ти Илдар Ғималов. Был осорҙа афған һуғышының ҡыҙған мәле. “Ҡыҙыу нөктә”гә теләк менән генә алалар ине, бер һалдатты ла көсләп ебәрмәнеләр. Һуғышта ҡатнашырға теләк белдергән бер төркөм егетте, шул иҫәптән мине лә, физик, психологик яҡтан ныҡлы әҙерләнеләр. Ул саҡта дошмандарға ҡорал, наркотиктар, шартлатҡыстар күбеһенсә Пакистан, Ирандан килде. Беҙҙең десант-штурмлау төркөмө ошо ҡораллы каруандарҙы Афғанстанға индермәй юҡ итергә тейеш ине. Мин хеҙмәт иткән осорҙа мөжәһиттәрҙең һуғыш алып барыу оҫталығы юғары кимәлгә еткәйне, үҙҙәре тәжрибәле, хәйләкәр, шул уҡ ваҡытта аяуһыҙ. Уларҙы Ҡытай, АҠШ ҡоралландырһа ла, беҙҙең автомат, пулеметтарға еткәне булманы. Шуныһы үкенесле, хеҙмәттәш дуҫтарымдың күбеһе тыуған яғына цинк табуттарҙа оҙатылды. Үҙемә килгәндә, Аллаға шөкөр, әжәл мине һәр саҡ урап үтте.
Ул үҙенең “Ҡыҙыу нөктә”лә хеҙмәт итеүе тураһында ата-әсәһенә әйтмәй. Хаттарында: “Афған сигендә торабыҙ, тирә-яҡ тыныс, атыш юҡ”, – тип кенә яҙа.
Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Илдар Ғималов Салауат ҡалаһында буласаҡ ҡатыны менән танышып, ғаилә усағын ҡабыҙып ебәрә. “Салауатнефтеоргсинтез” йәмғиәтенә эшкә урынлаша. Бөгөн уның был предприятиела технологик ҡорамалдар машинисы булып өҙлөкһөҙ эшләүенә 25 йылдан ашыу. Уға “Хеҙмәт ветераны” тигән исем бирелгән.
– Иң ҡәҙерлеһе – ғүмер. Быны мин Афғанстанда тулыһынса аңланым. Киләсәктә ут-ялҡын, үлем, ҡайғы сәсеүсе һуғыштар булмаһын ине, – ти утты-һыуҙы кискән ир уҙаманы Илдар Ғималов.
хеҙмәт ветераны, РФ мәғариф алдынғыһы, Ғүмәр ауылы.